Кешенең ниндәйлеге төҫтә түгел, эштә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Хәҙистәр
  • Йондоҙнамә
  • Дайджест
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәш белгесте йүнәлтмә буйынса ебәрергәме, әллә эште үҙе тапһынмы? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Был һорауға ҡапыл ғына яуап биреп тә булмай. Элек йүнәлеш буйынса ебәргәндәр бит. Күбеһе ике-өс йылдан һуң үҙе теләгән яҡҡа киткән, бик һирәктәр генә ҡалған. Ҡалала ҡалыу хәстәрен күрергә тырышыусылар ҙа күп булғандыр. Хәҙер ҙә ошо хәл ҡабатланасаҡ. Шунлыҡтан йәш белгес эшкә үҙе теләп барһын. Ә икенсе яҡтан ҡараһаң, бөгөн эш табыуы бик еңелдән түгел, был юҫыҡта йүнәлеш менән китеү һәйбәтерәк һымаҡ. Ҡайһы төбәккә ебәрәләр бит әле? Әгәр унда уңайлы торлаҡ менән тәьмин итмәһәләр? Проблемалар менән эшләп булмай ҙа инде. Мин үҙем, мәҫәлән, йүнәлеш буйынса ебәреү яҡлы түгелмен.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юрист кәңәштәре Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡатыным менән айЫрылғандан һуң баламды үҙемдә ҡалдыра аламмы?

    Миңә хыянат иткәне өсөн ҡатыным менән айырылышырға теләйем. Баламды үҙемдә тәрбиәгә ҡалдыра аламмы?
    Илдар.
    Балаҡатай районы.
    Ҡатынығыҙҙың икенсе кеше менән йөрөүе балағыҙҙы үҙегеҙҙең янда ҡалдырыу өсөн бер ниндәй ҙә дәлил түгел. Әгәр ҙә әсә үҙенең әсәлек бурысын үтәүҙән баш тарта, бала менән тупаҫ мөғәмәлә итә икән, суд баланы атаһы тәрбиәһендә ҡалдыра ала.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТИК ҮҘЕГЕҘҘЕКЕН ГЕНӘ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Никахһыҙ иремдән бала көтәм. Никахһыҙ тыуған балаға атаһының фамилияһын бирергә яраймы? Баланың тыуыу тураһында таныҡлығында атаһының фамилияһын яҙҙыра аламмы?
    Наилә.
    Баймаҡ районы.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшкә урынлашҡанда кемдәргә һынау ваҡыты бирелә? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Юғары уҡыу йортон тамамлап, тәү тапҡыр эшкә урынлашырға килеүселәрҙе ҡабул иткәндә һынау ваҡыты ҡулланылмай. Әгәр белгес, уҡып бөткәндән һуң бер йыл эсендә эшкә урынлашмаһа, башҡалар кеүек үк, эшкә алынғанда һынау осорон үтә.
    Ауырлы ҡатындарҙы һәм йәш ярымға тиклемге балалары булған әсәләрҙе эшкә ҡабул иткәндә лә һынау ваҡыты билдәләнмәй. Элеккесә, теге йәки был вазифаға конкурс буйынса һайланылған хеҙмәткәрҙәр, эшкә икенсе ойошманан күсерелгәндәр, сроклы хеҙмәт килешеүе менән ике айҙан да күберәк эшләргә йыйынмаған кешеләр һәм 18 йәшкә тиклемге йәштәр һынауҙан тыш эшкә алына.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шаһиттарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 56-сы статьяһында шаһиттар­ҙың хоҡуҡтары аныҡ билдәләнгән. Уға ярашлы рәүештә, енәйәт эшен тикшереүгә һәм хәл итеүгә әһәмиәте булған ниндәй ҙә булһа хәл-ваҡиғалар билдәле булһа, күрһәтмәләр биреү өсөн саҡырылған кеше шаһит тип иҫәпләнә. Шаһит үҙенә, тормош иптәшенә, башҡа туғандарына (ата-әсәһе, балалары, уллыҡҡа алыусылары, ир һәм ҡыҙ туғандары, бабайы, инәһе, ейәндәре) ҡаршы күрһәтмә биреүҙән баш тартырға хоҡуҡлы.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырыштарға – Йәшел ут Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Тырыштарға – Йәшел  ут
    Ҡаланың 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Светлана Үтәева – баҫҡан ерендә осҡон сәсрәткән, ижади ҡарашлы педагог. Ул бына унынсы йыл “Вдохновение” вокал студияһын уңышлы етәкләп, һәләтле балаларға дөрөҫ йүнәлеш бирә, серле моң илен аса.
    Уҡыусылары ҡалала үткән һәр мәҙәни сараға тиерлек ҡабатланмаҫ йәм бирә, республика, Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа бер ҡасан да һынатмай. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында сәнғәт юлын һайлаусылар байтаҡ.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Венераның йәйғорло йәйе Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Йәмле йәй көндәрендә «Шәжәрә», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» кеүек күркәм байрамдарҙы гөрләтеп үткәреү матур йолаға әйләнде. Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында ла Шәжәрә байрамы уҙғайны. Ауыл халҡы умарта иләүеләй гөжләп, ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнде. Кемдер йорт-ҡураһын төҙөкләндерҙе, кемдер баҡса ҡоймаһын яңыртты, яңынан буяны. Күптәр йорттарының кәрнизен, ҡапҡа-баҡсаларын, тәҙрә йөҙлөктәрен яңынан-яңы, элеккеһенә ҡарағанда ла матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ биҙәк менән байытты. Шулай булмай ни, ер аяғы ер башы ерҙән әллә нисәмә йылға бер йыйылыусы туғандары алдында һыр биреү ҡаҙмаштарҙың ғәҙәте түгел.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләсәктә лә һынатма Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Рәүилә менән Илшат Ҡадировтар Һеңрән ауылында татыу, эшһөйәр ғаилә булараҡ билдәле. Илшат оҙаҡ йылдар М. Горький кооперативының малсылыҡ тармағында эшләй. Рәүилә – магазинда һатыусы. Улар үҙҙәре кеүек тырыш өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Оло улдары Рөстәм Мәскәү өлкәһенең Кострома ҡалаһында армия сафында хеҙмәт итә, ә Руслан менән Азамат – Һеңрән мәктәбе уҡыусылары.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru