Аҡсаң бөткәнгә ҡайғырма, эшең бөткәнгә ҡайғыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Рәсәй көнө менән!
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ауылға эшкә ҡайтып, яңылышманым», – ти йәш табип Рәшит Шәйәхмәтов Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Ауылға эшкә ҡайтып, яңылышманым», – ти йәш табип Рәшит Шәйәхмәтов
    Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшап китһә, бөтә тормошобоҙҙоң да көйө китә. Бөгөнгө заманда табип­һыҙ йәшәп тә булмайҙыр ул. Аҡ халатлы һөнәр эйәләре ҡайҙа һәм ҡасан ғына булмаһын, теләһә ниндәй шарттар­ҙа ла кешегә ярҙамға ашыға.
    Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы участка дауаханаһының баш табибы Рәшит Шәйәхмәтовтың әйтеүенсә, табиптар электән ер йөҙөндә иң изге һөнәр кешеләре булған, улар бар һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ. Ә Гиппократ антына кем нисек тоғро ҡала, уныһы белгестең үҙ намыҫында.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баҡалы почтальондары халыҡтың килгәнен көтмәй Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Баҡалы почтальондары халыҡтың килгәнен көтмәй
    Баҡалы районының почта хеҙмәткәрҙәре икенсе ярты йыллыҡҡа милли матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса әүҙем эш алып бара. Күптән түгел улар халыҡ күп йөрөй торған урында – муниципаль баҙар территорияһына ингән ерҙә яҙылыу пункты асты.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүге уҡытыусыбыҙға рәхмәт! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Бөрйән районындағы Килдеғол ауылы халҡының берҙәм рәүештә «Йәшлек» гәзитенә яҙылғанын белеп ҡыуандым. Бала саҡ хәтирәләре иҫкә төштө.
    Беҙҙе ошо ауыл ҡыҙы Ғәлимә Шәрәфуллина уҡытты. Хәҙер ул оло йәштә инде. Уҡыусылары араһында үҙҙәре олатай-өләсәй булып бөткәндәр ҙә бар. Беҙҙе, сабыйлыҡтан сығып та етмәгән балаларҙы, ап-аҡ кофта, ҡара костюм кейгән бөҙрә сәсле апай ҡаршы алды. Тәүҙән үк яраттыҡ уҡытыусыбыҙҙы. Ул беҙҙе кескәй саҡтан хәреф танырға ғына түгел, тәбиғәтте яратырға, ололарға мәрхәмәтле булырға өйрәтте. Һаман иҫемдә: мәктәп эргәһенән шишмә аға ине, шуны таҙарттыҡ, уның һыуы шәберәк аға башланы.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үгәй әсәйемә рәхмәт! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Салауат районының Ахун ауылында тыуып үҫтем, шул уҡ ауылда йәшәгән үгәй әсәйемә (беҙҙең яҡта «инәй» тиҙәр) оло рәхмәтлемен.
    Атайымдың Бөйөк Ватан һуғышынан дүрт бармағын өҙҙөрөп, ҡулдарына аҡ сепрәк урап ҡайтып төшкәне бөгөнгөләй иҫемдә. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, әсәйебеҙ ҡапыл ғына ауырып китте лә, яҡты донъя менән хушлашты. Беҙ, дүрт бала, етем ҡалдыҡ, иң ҙурыбыҙға – 10 йәш, ә иң кесебеҙ Раянға алты ғына ай ине. Етмәһә, өс ай ҙа үтмәне, ошо бәләкәс ҡустыбыҙ ҙа үлеп ҡуйҙы. Атайым, ҡәҙерле кешеләрен ерләп, өс бала менән тол ҡалды.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изгелек бизмәнгә һалынмай! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Республикабыҙҙағы мәктәп-гимназиялар араһында йөҙөк ҡашы булып торған Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты бик күп арҙаҡлы шәхесебеҙгә ҡанат ҡуйыуы, балаларға һәр яҡлап өлгөлө тәрбиә биреүе менән танылыу яулаған. Күптән түгел был белем усағының «Беренсе» исемен юҡҡа ғына йөрөтмәүенә тағы ла бер тапҡыр инандым.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡындарыбыҙға йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Кеше ғүмере – йыһан киңлегендә бер мәл генә, тип юҡҡа әйтмәйҙер ололар. Инәй-олатайҙар ауыҙынан: “Яңы ғына йәшәй башлаған кеүек инек, ғүмер көҙөнә лә килеп еткәнбеҙ”, – тигәнде лә йыш ишетергә тура киләлер барығыҙға ла. Ысынлап та, кешегә бик ҡыҫҡа ғына ғүмер бирелә. Шул ғүмерҙең һәр минутын заяға үткәрмәй, яҡындарыңдың, дуҫтарыңдың ҡәҙерен белеп, уларҙың хөрмәтен тойоп йәшәүгә бер ни етмәй. Үкенескә күрә, беҙ хәҙерге заман ритмына артыҡ бирелеп, бәғзе ваҡытта яҡындарыбыҙға иғтибар бүлергә, йылы һүҙҙәр менән күңелдәрен күрергә онотоп китәбеҙ. Был йәһәттән “Йәшлек”тәрҙең “Рәхмәт айлығы” иғлан итеүе – изге эш.
    Беҙ яратҡан баҫмабыҙ аша ҡартәсәйебеҙ Мәүәзиә Зиннәт ҡыҙы Сәмерхановаға һәм ҡартатайыбыҙ Ғилман Уйылдан улына рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ. Минеңсә, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү өсөн әллә ниндәй ғәҙәттән тыш эш эшләү зарур түгел. Беҙ ҡәҙерлеләребеҙгә аҡыллы кәңәштәре, төрлө яҡлап күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ. Уларға иҫәнлек-һаулыҡ, тиң оҙон ғүмер теләйбеҙ!
    Ҡыҙҙары Гөлкәй.

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ибраһимовтар, афарин! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Сибай ҡалаһында «Урал батыр» эпосын ятҡа һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Уҡыу йылы аҙағы, имтихандарға әҙерлек осоро булыуға ҡарамаҫтан, һәр мәктәп, бәйгегә етди ҡарап, ихлас әҙерләнгән.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухлы тәрбиәң өсөн рәхмәт! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Олатайым Фәсхетдин Ғималетдин улы Ҡаранаев – тыл һәм педагогия хеҙмәте ветераны. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның атаһын да, ағаһын да фронтҡа алалар. Шуға ла ғаиләлә иң өлкән ир заты булып ҡалған үҫмергә һынауҙарҙы күп татырға тура килә. Ауыр шарттарҙа үҫергә тура килһә лә, олатайым бер ваҡытта ла рух ныҡлығын юғалтмай, белем алыу теләге менән яна – Өфөләге педагогия институтының ике факультетын тамамлап, ике юғары белем алған олатайым менән ғорурланабыҙ.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru