Егет кеше яуҙа көс менән алдырһа, яланда эш менән алдыра.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Еләк һатығыҙ
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәшәрткән «Йәшлек» өсөн рәхмәт! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡәҙерләп, яратып уҡыған «Йәшлег»ем! 82 йәшлек әбей булһам да, бер ҙә ҡартай­ғы килмәй, йәштәр гәзитен уҡып, уйланып, ҡыуанып йәшәйем.
    Мин мәктәптә эшләнем, киләсәк быуынды тәрбиәләгән кеше булараҡ, бер ваҡытта ла республика гәзиттәренән айырылырға ярамағанлығын яҡшы беләм. Балалар ҡыҙыҡһынған нәмәләр хаҡында ғына һөйләшеү бер хәл, уларҙа зауыҡ тәрбиәләргә лә кәрәк бит әле! «Йәшлек» гәзитендә баҫылған бик күп мәҡәләне ҡулланып, һөйләшеүҙәр ойоштора инем. Әле, һикһәнемде тултырһам да, шул ғәҙәтемде ташлай алмайым – берәй ҡыҙыҡлы тема күреп ҡалһам, күршеләргә лә инеп, уҡып сығам. Шунан ултырып, һөйләшеп, кәңәшләшеп тә алабыҙ. Әйткәндәй, татар мәктәбендә эшләнем.
    Хәлдәр ошолайыраҡ булғас, кемгә рәхмәт әйтәһең инде? Әлбиттә, һеҙгә, хөрмәтле «Йәшлек» хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә уҡымлы гәзитегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Матур эшегеҙ милләттәштәребеҙҙә юғары зауыҡ тәрбиәләһен!

    Флорида СРУМОВА.
    Дүртөйлө районы,
    Түбәнге Аташ ауылы.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Китапханасыларға, журналистарға рәхмәт Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Шөкөр, яратҡан «Йәшлек» «Рәхмәт айлығы» ойоштороп, изгелек, мәрхәмәтлек күрһәтте. Форсаттан файҙаланып, мин дә рәхмәттәремде еткереүҙе ниәтләнем дә, һанай башлаһам, был теҙмәгә уҡытыусыларымды, туғандарымды, коллегаларымды теркәп, исемлекте тағы ла дауам итһәк, осона сығып булмаҫ ине... Шуға ла миңә ҡарата изгелек күрһәткәндәрҙең барына ла түкмәй-сәсмәй оло рәхмәтемде белдереп, китапханасыларға һәм журналистарға шул уҡ хистәремде еткерәм.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    70 йәшкә еткерҙеләр! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Үҫмер генә сағымда, 14 йәштә комсомол­ға ингәс, ағайым мине «Ленинсы» гәзитенә яҙҙыртып ҡотланы. Шул осорҙан алып һеҙҙең гәзиттән айырылғаным юҡ. Гәзиттең исеме заманына күрә үҙгәреп торһа ла, йәштәрсә алынған йүнәлешенән бер ҙә ситкә тайпылманы. Хәҙер 70 йәштәмен инде, яңғыҙ ғына йәшәйем. Балаларым, Аллаға шөкөр, үҙ аллы тормош көтә.
    Алты баҫманы алдырып уҡыйым. Гәзит-журналһыҙ йорттоң йәме бармы ни ул?! «Рәхмәт айлығы»н иғлан итеп, шәп эшләнегеҙ әле. Әбйәлил районы медиктарына рәхмәт әйткем килә. Улар мине ваҡытында дауалағас, 70 йәшемде лә тултырҙым бына. Район дауаханаһынан табиптар Б. Усманов. И. Хисмәтов, Нәилә, Лилиә Салауат ҡыҙҙары, шәфҡәт туташтары Зөһрә, Фирҙәүес, Роза, Миләүшә, Фәимә, Зиләгә ҙур рәхмәт! Шулай уҡ Таштимер участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәтлемен. Барыһына ла бәхет теләйем!
    Фәйрүзә КӘРИМОВА.
    Әбйәлил районы,
    Ҡужан ауылы.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сөмәкәй шишмәһе Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Шишмә районының Ҡараяҡуп ауылы халҡы был һыу сығанағын әүлиә шишмәһе тип иҫәпләй
    Сөмәкәй шишмәһе
    Йорт-илдә ниҙәр булыуын алдан һиҙенеп, бәлә-ҡаза килер булһа, иҫкәртә, ҡотолғоһоҙ сирҙәрҙән арындыра, үҙ-ара низағ кеүек көсөргәнешле хәлдәрҙән сығыу юлдарын әйтә алырлыҡ һәләте булғандарҙы әүлиә, изге зат тип ҙурлайҙар. Шулай уҡ, үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тигән борон­ғолар. Йәғни кешенең шәхси тормошо хаҡында төпсөнөү, уның хәл-ҡылығын һәм башҡаһын тирә-яҡҡа түгеп-сәсеү, башҡалар кире һүҙ йөрөткәндә уларҙы тыйыу, хатта яманлығы хаҡында дөрөҫ һүҙ булғанда ла, ҡуйыртмау бурыс һаналған. Нәҡ шундайҙар­ҙы ла, йәғни аҡыллы-тыйнаҡтарҙы әүлиә тип әйтеү – ғәҙәти хәл. Йәғни бик ихтирамлылар тураһында һүҙ сыҡҡанда һәр кем үҙенә күрә ниндәйҙер фәһем ала, насар юлдарҙан тайпылыуға, хәрәм ризыҡтарҙан арыныуға ишара булыр. Мәҡәләмде лә шул ниәттә тәҡдим итәм. Сөнки Дим буйындағы әүлиә шишмәләренең береһен барып күрергә насип булды.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балалар ғәйеплеме ни?! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Баш ҡала биҫтәләренең береһендә йәшәүсе яңғыҙ ҡатын һөйәренең балаларына һөжүм итә. Бөтәһе лә көнсөллөктән һәм «мөхәббәт өсмөйөшө»нән килеп сыға.
    Ҡатын ғаиләле ир менән осраша. Үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәй, кейәүгә лә сыҡмаған була. Шуғалыр ҙа һөйәренән, бәлки, етдиерәк мөнәсәбәт көткәндер. Әммә ир, ике балаһын ташлап, бының янына торорға килергә ашыҡмай. 28 йәшлек һөйәркә үс алыу теләге менән яна, бының өсөн «сәп» тә таба: ирҙең 10 һәм 8 йәшлек балаларын ҡарауыллай башлай... һәм уңайлы осраҡ килеп сыға. Уҡыусы балалар, дәрестәр бөткәс, өйҙәренә ҡайтып килә.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Һәр кемдең яҙмышы үҙе яҡты донъяға тыуғанда уҡ Аллаһы Тәғәлә тарафынан маңлайына яҙылған. Шуға ла дин әһелдәре: «Яҙмыштан уҙмыш юҡ», – тип юҡҡа ғына әйтмәй. Һәр кемдең эсәһе һыуы, ашайһы ризығы, һулайһы һауаһы сикле бирелгән. Беҙ быны яҡшы беләбеҙ. Һәр йөрәк тибеше ғүмеребеҙҙе ҡыҫҡартыуын да тоябыҙ. Был – тәбиғи хәл. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, Хоҙай биргән ғүмерен үҙ теләге менән ҡыйғандар, ил күләмендә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар йылдан-йыл арта барыуы барыбыҙҙы ла борсой. Статистикаға ярашлы, Рәсәйҙең үҙ-үҙен үлтереүселәр һаны буйынса донъяла тәүге урында тороуы хәүефле хәл. Үҙ ғүмеренә ҡул һалыусылар араһында йәш үҫмерҙәрҙең булыуы хәүеф менән янай. Заман афәте йәштәрҙе һуғыш һәм енәйәткә ҡарағанда ла яҡты донъянан күберәк алып китә. Рәсәй майҙаны буйынса АҠШ-тан – ике, Бөйөк Британиянан 70 тапҡыр ҙур булып та, халҡы 150 миллион кешегә лә етмәй. Илебеҙ буйынса тыуымға ҡарағанда үлем өҫтөнлөк итә.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур рәхмәт, олатай! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Беҙҙең ғаилә, улым Рәзиф, ҡыҙым Илзирә исеменән Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында йәшәүсе Хажғәле Хансолтан улы Рахманғоловҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Олатай 1930 йылдың 7 авгусында донъяға тыуған. Уға тиҙҙән 80 йәш тула. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, олатайыбыҙ бик кешелекле, ярҙамсыл кеше. 2007 йылдың йәйендә ул беҙгә өй эшләшергә килде. «Ҡыҙым, һиңә ярҙам итергә килдем. Улың менән берәй нәмә килтереп сығарырбыҙ әле», – тигәс, мин көлөмһөрәп кенә ҡуйҙым. Ә инде сәй эсеп алғандан һуң, балта тотоп, «таҡ та тоҡ» килеп иҙән урҙаһы һала башлағас, иҫем китеп ҡарап һоҡландым.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күрше хаҡы – тәңре хаҡы Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҙур рәхмәтемде ут күршебеҙ Сажиҙә Ахун ҡыҙы Исмәғиловаға әйткем килә. Улар иптәше Сабирйән менән алты балаға ғүмер биреп, тормош юлына баҫтыр­ған.
    Сажиҙә апай үҙенең 40 йылдан ашыу ғүмерен балалар­ға белем биреүгә арнаны. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып 60 йәште уҙғансы мәктәптә эшләне.
    Йыр-моң, һүҙ оҫтаһы булыуы, шиғыр­ҙары менән ҡыуандырыуы, үҙебеҙҙең Абзай ауылының халыҡ театрының алмаштырғыһыҙ артисы – былар барыһы ла Сажиҙә апай хаҡында әйтелгән. Сәхнәлә уйнаған сағында уны иламайса ҡарап булмай.
    Уның кеүек күршене табыуы бик ауыр­ҙыр ул. Сажиҙә апай ярҙам ҡулы һуҙыр­ға һәр ваҡыт әҙер.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru