Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Еребеҙ йәмле улар менән
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәшлек хаталары хаҡ һорай Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    1990 йылдың ҡышында таныштыҡ беҙ. Өҙөлөп тороуыңа ҡарап, күрҙең дә ғашиҡ булдың, тип әйтергә булыр ине һине. Мин ул ваҡытта 18 йәшлек ҡыҙ. Оҙатып уҡ ҡалмаһам да, Илмир исемле егет менән хатлашам. Оҙаҡ ҡына һиңә өйрәнә алманым, Иҙел. Үҙеңде кире ҡағып та ҡараным. Ә һин ныҡыш булып сыҡтың. Шул ваҡытта уҡ өҙә һуғырға булған да бит... Был тиклем дә йөрәк яраларым әрнемәҫ, рәнйешемдән үҙәктәрем өҙөлмәҫ ине. Күрәһең, яҙмыш....
    Бик матур итеп осраша башланыҡ. Һин мине өҙөлөп яраттың, буғай, Иҙел. Һөйөү тулы наҙлы ҡараштарың, ҡурсалауың әйтеп тора ине был хаҡта. Мин дә үҙем эҫендем, һин тип йән аттым, һөйҙөм, һөйөлдөм, наҙыңда иренем, мөхәббәткә сорналдым.
    Ваҡыт үтә торҙо. Икебеҙ өсөн дә донъя гүзәл! Тормош ваҡлыҡтары, насар кешеләр, аҡ-ҡара юҡ, барыһы ла йәйғор төҫөндә. Беребеҙ өсөн икенсебеҙ өҙөлөп, күҙ ҡарашыбыҙҙан аңлашып, кино-концерттарға йөрөп үтә ине йәшлек таңыбыҙҙың матур көндәре. Бәхетле инек. Өйләнешергә теләнек.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Әгәр әсәйем эргәлә булһа... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Әсәйем бик уңған, егәрле булған, тиҙәр. Атайым мәжлес табындарында көрәгәсе булған. Әсәйем менән икәүләп матур йырлағандар, бер табын да улар­һыҙ үтмәгән. Әкренләп әсәйем эскегә бирелгән. Иң өлкәненә – 17, иң кесеһенә (миңә) 3 йәш ярым булғанда, ете балаһын ҡалдырып, яҡты донъянан үҙ ирке менән китеп барған.
    Аллаға шөкөр, хәҙер бөтәбеҙ ҙә үҙ донъябыҙҙы ҡороп, йәшәп ятабыҙ. Тик әле лә күп осраҡта: «Әсәйебеҙ булһа, ошолай эшләр инек», – тигән уй тыуа.
    Апай-ағайҙарымдың бөтәһе лә уҡыуға шәп булған. Синыфташы, 20 йылдан һуң өлкән ағайымдың юғары уҡыу йортона инмәүе тураһында белгәс: «Уны математика буйынса киткәндер, тип уйлағайныҡ. Беҙ эшләй башлағансы мәсьәләләрҙең яуабын яҙып та ҡуя ине», – тип аптыраған. Ә ағайым, кейергә кейеме булмағанлыҡтан, юғары уҡыу йортона инергә бармаған.

    авторы: admin | 18 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелле йәш ветеран Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тарих төпкөлөнә киткән һайын, халҡыбыҙҙың фронттағы һәм тылдағы батырлығының әһәмиәте артҡандан-арта бара. Һәр фронтовиктың, тыл эшсеһенең батырлығы үҙе бер китапҡа торошло. Һүҙ Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында ғүмер кисереүсе, тыуған еренә еңеү менән ҡайтҡан ябай һалдаттарҙың береһе Искәндәр Зәйнетдин улы Фәхретдинов тураһында.
    – 1915 йылда Йылайыр районының Сулпан ауылында тыуғанмын, – тип һүҙ башланы олпат ветеран.
    Ошонда ул башланғыс белем алған. 1928 – 1930 йылдарҙа Ырымбурҙағы Каруанһарайҙа уҡый, һуңынан Бөрө ҡалаһындағы республика финанс техникумына уҡырға инә. Бында беренсе курсты тамамлауға уҡыу йортон Өфөгә күсерәләр. Уҡыуға зирәк, тырыш егет, техникумды уңышлы тамамлап, Мәсетле районындағы һаҡлыҡ банкыһында мөдир вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Ошонан уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар.

    авторы: admin | 16 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәүефләнерлек тә шул... Хаттар яҙҙым, Сәйәсәт

    Беҙҙе, ябай кешеләрҙе, республикабыҙҙың абруйлы йәштәренә ҡара яла яғыуҙары, өйҙәрендә тентеүҙәр (Гөлфиә Иҙелбаеваның «Башҡортостан» гәзитенең 16 февраль һанында сыҡҡан мәҡәләһен уҡып тетрәндем) ҙур хәүефкә һала. Тыныс йәшәп, бөтә күрһәткес буйынса алға сыҡҡан республикабыҙ кемгәлер оҡшамай, кемгәлер ҡара уйҙарын тормошҡа ашы­рырға ҡамасаулай, халыҡтар дуҫлығы, милли мәҙәниәт, көнкүрештең ыңғай үҫеше бәғзе әҙәмдәргә уҡ булып ҡаҙала. Шундайҙарҙың «эшмәкәрлек» девизы ла «Бүлгелә һәм хөкөм һөр» тип аталалыр ул.
    Тағы ла шул аңлашылмай: көс структураларының тыныс ҡына яҡшы эштәр башҡарып, халыҡҡа хеҙмәт итеп йөрөгән кеше­ләрҙең өйөндә, дәүләт филармонияһында, министрлыҡтарҙа, телерадиокомпанияла тентеүҙәр үткәреүе бер ниндәй Конституция статьяларына һыймай, беҙҙе аптырата, ҡурҡыта.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәхет тәхете Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Бәхет тәхетеҒүмер буйы тип әйтерлек Урал итәгендә, Ирәндек тауы буйында урынлашҡан йәйләүҙә, һыйыр һауып, тәбиғәттең гүзәллегенә мөкиббән китеп, камиллығына хайран ҡалған, тыуған еренә булған һөйөүе йылдан-йыл тәрәнәйә барған Әлифә Вәлиева башҡорт халҡының бөйөк йыры «Урал»ды радио-фәлән аша ишетеп ҡалһа, шунда уҡ бар эшен ситкә ҡуйып, онотолоп тыңлай:
    Күгәреп ятҡан Урал тауы –
    Ата-олатайҙарҙың да төйәге,
    Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған,
    Шунда ята батырҙар һөйәге...
    Шул мәлдә халҡының шанлы һәм ҡанлы тарих юлдары күҙ алдына баҫа, битарафлыҡтың ни икәнен белмәгән күңеле тула, үткәндәрҙән бигерәк, балаларының киләсәге тураһындағы тынғыһыҙ уйҙар йөрәген теткеләй... Үҙе лә һиҙмәй ҡала – йырға ҡушыла: «Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын...»

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең миллионер ҡатындар Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Миллионерҙар рейтингында гел ир-ат күрһәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙы бизнес­ҡа индермәйҙәрме ни? Әллә уларға карьераны өйҙә, плитә эргәһендә генә эшләргә мөмкинме? Р. ХӘБИБУЛЛИНА. Стәрлебаш районы.
    Беҙҙең илдә хәлле генә ҡатын-ҡыҙ байтаҡ. Мәҫәлән, һут етештереүсе концерндың етәкселек составына ингән Ольга Белявцеваның финансы 300 млн долларҙан ашыуыраҡ. Газ компанияһында акциялар пакеты булған Татьяна Кузнецованың иҫәбе яҡынса 150 миллион доллар тәшкил итә. Нефть холдингы бухгалтеры Любовь Хобаның байлығы 110 млн доллар­ға барып етә. Иген предприятиеһының яртыһына хужа булған Людмила Пинкевичтың «касса»һында 70 млн доллар ята.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ниңә Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ сәйәсмәндәр әҙ? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Коста-Рикиҙа Президент итеп ҡатын кешене һайлағандар. Ә беҙҙең власта, ҡайҙа ҡарама, ир-егеттәр генә. Ни өсөн шулай? Р. САБИТОВ. Баймаҡ районы.
    Рәсәй сәйәсәтенә ҡатын-ҡыҙҙарҙы һаман сикләп кенә индерәләр. РФ Хөкүмәтенең 27 ағзаһының өсәүһе генә ҡатын-ҡыҙ-министр: Т. Голикова – һаулыҡ һәм социаль үҫеш министры, яҡташыбыҙ Э. Нәбиуллина – иҡтисади үҫеш министры, Е. Скрынник – ауыл хужалығы министры. 64 федераль хеҙмәттең һәм агентлыҡтың икәүһе генә – Рәсәй мәғариф күҙәтеүе (Л. Глебова), Рәсәй һыу ресурстары (М. Сели­верстова) – ҡатын-ҡыҙ ҡулына тапшырылған. Рәсәйҙәге 83 төбәктең икәүһен генә – Санкт-Петербургты В. Матвиенко, Ханты-Манси Авто­номиялы Округын Н. Кома­ро­ва – ҡатын-ҡыҙ етәкләй. Федерация Советының 166 ағзаһы араһынан һигеҙе, Дәүләт Думаһының 450 депутатының 64-е – нәфис зат вәкилдәре.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ирҙәрҙе сирләтмәгеҙ! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ярым шәрә кейенеүе ир-аттың енси сәләмәтлегенә насар йоғонто яһай, хатта простатаның яман шешенә килтерә, тигән гипотеза йәшәй. Был дөрөҫмө?
    Р. ӘХМӘТОВ. Мәләүез районы.
    Бөтә донъя экология академияһы академигы Л. Китаев-Смык яуап бирә:
    – Был, ысынлап та, шулайыраҡ. Европа ир-егеттәре тәрән декольтены, тәнгә һылашып торған джинс салбарҙы, шәрә эстәрҙе көнөнә 200 тапҡырға тиклем күрә һәм шуныңса тапҡыр енси ҡуҙғыу кисереп, аңлайышлы сәбәптәр буйынса ҡәнәғәтләнеү ала алмай. Енси механизмдарҙы көсләп баҫыу тәүҙә потенцияның кәмеүенә, аҙаҡ простата аденомаһына һәм, ниһайәт, простатаның яман шешенә килтерә. Был гипотезаны яңыраҡ АҠШ ғалимдары ла иҫбатланы.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru