Көсһөҙ көрәк һындырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Эш хаҡыбыҙ бигерәк әҙ...» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите редакцияһы! Һеҙгә Көйөргәҙе районының Мораптал элемтә бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре хат менән мөрәжәғәт итә. Үткән йылдың декабрь айындағы «Тура бәйләнеш»те уҡығандан һуң яҙырға булдыҡ. Тәлғәт Хәтми улынан яуап көтәбеҙ.
    Мораптал бүлексәһендә эшләүсе почтальондарҙың хеҙмәтләндереү участкалары ҙур, яңы өйҙәр һалына, беҙгә өҫтәмә километрҙар арта. Почта хеҙмәткәренең уртаса эш хаҡы 8500 һум, тиелә «тура бәйләнеш»тә. Беҙ ул тиклем аҡсаны дүрт ай эшләгәс кенә ала алабыҙ, тиһәк тә, хата булмаҫ. Сөнки окладыбыҙ 1530 һум тәшкил итә. В. Путин почта хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын 30 процентҡа арттырғаны бирле эш хаҡы беҙҙә үҙгәрешһеҙ ҡала бирә. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн почта түләүҙәр ала башлағандан бирле бөтә алған сумманан 0,05 процент сығып түләнә. Коммуналь хаҡтар йылына бер нисә мәртәбә артып торһа ла, был һан үҙгәрмәй. 30 – 40 мең һум йыйып тапшыр­һаң, айына 150 – 200 һум өҫтәмә аҡса эшләп була.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорауға - яуап Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Белгес хеҙмәткә саҡырылғанда уның эш урыны һаҡланамы?
    М. ИҘРИСОВ.
    Юҡ, һаҡланмай. РФ Хеҙмәт кодексының 83-сө статьяһына ярашлы, хеҙмәткәрҙең хәрби хеҙмәткә саҡырылыуы, йә уны алмаштырыусы альтернатив граждандар хеҙмәтенә ебәрелеүе хеҙмәт килешеүен өҙөүгә нигеҙ булып тора. Айырым осраҡта, мәҫәлән, бындай гарантия хеҙмәт килешеүе йә коллектив килешеү буйынса ҡаралған булһа, йә эш биреүсенең инициативаһы буйынса хеҙмәткә саҡырылыусы кешенең эш урыны һаҡланыуы ихтимал. Был осорға эш биреүсе, РФ Хеҙмәт кодексының 59-сы статьяһына ярашлы, икенсе кешене килешеү буйынса ваҡытлыса эшкә алып торорға хоҡуҡлы.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ни өсөн бөтә эш стажы ла иҫәпләнмәгән? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Пенсия фонды пенсиямды иҫәпләп сығарғанда, бер үк ваҡытта тағы бер урында эшләгән биш йыл эш стажымды иҫәпкә алмаған. Закон буйынса ул дөрөҫмө?
    И. ФӘХРИЕВА.
    Эйе, закон буйынса шулай булырға тейеш. Сөнки ул эште һеҙ төп эш ваҡытынан тыш, хеҙмәт килешеүе нигеҙендә башҡараһығыҙ. Йәғни бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләгәндә хеҙмәт килешеүе теге йәки был эш биреүсе менән хеҙмәт-хоҡуҡ мөнсәбәттәрендә торған хеҙмәткәр менән төҙөлә, һәм был эш бер үк осорҙа башҡарыла.
    «Хеҙмәт пенсиялары тураһында» РФ законында һәм Страховка стажын иҫәпләү һәм раҫлау ҡағиҙәләрендә билдәләнеүенсә, страховка стажын иҫәпләгәндә теге йәки был эшмәкәрлек осоро календарь тәртиптә иҫәпкә алына.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аслыҡ иғлан итәм, сөнки... Тормош юлдары ҡатмарлы, Хаттар яҙҙым

    Аслыҡ иғлан итәм, сөнки...Бер нисә көн элек редакцияға бер ир шылтыратты.
    – Мин фәлән райондың фәлән ауылында йәшәйем. Бөгөндән аслыҡ иғлан итәм!.. Сөнки ҡатын, бөтә мал-тыуарҙы эйәртеп, әсәһенә ҡайтып китте, фәләнсә баш һыйырҙың, шунса быҙауҙың, бер нисә аттың берәүһен булһа ла ҡалдырманы...
    Сәйер хәбәргә аптырап ҡалдыҡ. Бәлки, берәй алимент түләмәгән атай йоратылыр, шуға бөтә мөлкәтен тартып алғандарҙыр, тине арабыҙҙан кемдер.
    – Балалары асыҡҡанда эше юҡ, ә үҙе бер нәмәһеҙ ҡалыу менән тотош республикаға яр һалмаҡсы булған, – тип йөпләне уны икенсебеҙ.
    Улай тиһәң, мал-мөлкәтте тартып алған хәлдә лә, кешегә үҙ өлөшө – тәғәйене ҡалдырылырға тейеш тә баһа... Хәйер, берәү асыҡҡанда, сәбәбен асыҡламай, баш ватып ултырырһыңмы? Иртәгәһенә үк юлға сыҡтыҡ.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Тыуған яҡта тапҡан бәхет ҡәҙерле Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Илеш районының Аҡкүҙ ауылында йәшәүсе Әлфинә һәм Фирҙәүес Хәсбиевтарҙың балалары бәхетен тыуған ауылында тапҡан.
    Бөгөн күп балалы ғаиләләр бик аҙ. Ауырлыҡтан ҡурҡып, бер йә ике генә баланы иркәләп, муллыҡта йәшәтеп үҫтерергә теләүселәр һаны арта.
    Илеш районының Аҡкүҙ ауылында йәшәүсе Әлфинә һәм Фирҙәүес Хәсбиевтар менән танышҡас, был мәсьәләгә башҡаса ҡараусы ғаиләләр ҙә булыуын күреп һөйөндөм. Уларға, ысынлап та, тирә-яҡта һоҡланмаған кеше юҡ. Тәрбиәләп үҫтергән балаларының барыһы ла аҡыллы, эшһөйәр булыуы, тыуған ерендә тормош ҡороп, бер-береһе менән туғанлыҡ хистәрен һүндермәйенсә йәшәүе менән һоҡланғыс.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхмәт һүҙе Иғтибар, Хаттар яҙҙым

    Юбилейымды үткәрергә ярҙам иткәндәре, минең ижади хеҙмәттәремде, йәмәғәтселек, етәкселек эштәремде юғары баһалағаны өсөн республикабыҙ Хөкүмәтенә, Башҡорт дәүләт университетына, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһына, Мәғариф министрлығына һәм башҡа министрлыҡтар, учреждениеларға, ижтимағи ойошмаларға, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм ҡала советы етәкселәренә, БДУ-ның тарих факультеты һәм Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана коллективына, яҡташтарыма, бөтә туғандарыма, үҙем етәкләгән кафедра хеҙмәткәрҙәренә, аспиранттарыма, магистранттарыма, студенттарыма оло рәхмәтемде белдерәм.
    Тарих фәндәре докторы, профессор Р. Буканова.

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Килдеғоловтарҙың биш ҡаһарманы Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Атайсал» ойошмаһы ҡанлы тарих биттәрендә ҡалған һуғыш батырҙарына арналған кисәләр үткәреүҙе матур йолаға әйләндерҙе. Шундай сараларҙың береһе Килдеғоловтарға арналды. Кисә барышында ошо ҡаһармандарҙың береһе Ҡотләхмәт Килдеғоловтың улы – мулла Вәлиәхмәт Килдеғолов мәрхүмдәрҙең рухына бағышлап аят уҡыны. Һуңынан ҡаһармандарҙың иң олоһо булған Миңлеғәле олатай­ҙың улы Мирхәт Килдеғолов уларҙың үткәндәренә байҡау яһаны.
    – Ҡартатайым Мостафа менән ҡартәсәйем Вәспиямал татыу ғаилә ҡороп, Йомаш ауылында йәшәгән. Уҡымышлы ҡартатайым 1914 – 1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында полк муллаһы булып хеҙмәт иткән. Колхозлашыу осоронда улар, бөтә улдары менән колхозға инеп, күмәкләп ауыр йөктө тартҡан. Ғаиләһендә 14 бала донъяға килеп, һуғыш башланырҙан алда уларҙың биш улы һәм бер ҡыҙы ғына ҡала, башҡалары төрлө йоғошло сирҙән үлеп бөтә.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсәйем атайымды 64 йыл буйы көттө Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    9 май – донъя халҡы өсөн Еңеү байрамы, тип әйтер инем. Ләкин ул беҙҙең ил өсөн үтә лә ҙур хаҡ менән яуланды. Күпме емереклектәр, күпме аҫыл егеттәр, атайҙар, балалар яҡты донъянан ваҡытынан алда һәләк булды. Шулай уҡ минең атайым – Фәхретдин Билал улы Басиров та 27 йәшендә генә һуғыш яланында ятып ҡалды. Ул 1915 йылда Мәсетле районының Яңы Мишәр ауыл советына ҡараған Иҫке Мишәр ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем комсомолға ингән, бригадир булып та эшләгән, бик әүҙем булған, матур йырлаған. Уның өс балаһынан хәҙерге көндә бер үҙем генә ҡалдым. Миңә лә инде 72 йәш.
    Атайым 1942 йылдың февралендә һуғышҡа алынып, Туймазы ҡалаһында кавалерислыҡҡа уҡып ятҡан.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru