Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Өс һөйләм менән
  • Йондоҙнамә
  • Күсәр
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ауылыбыҙҙа бар бер ветеран Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ваҡыт елдәре иҫкән һайын, ҡәһәрле һуғыш тарих төпкөлөнә инә бара. Күпме кешенең ғүмерен өҙгән был һуғыш, күпме сабыйҙы етем ҡалдыр­ған? Ул көндәр хәтирәһе ветерандарҙың күңеленә, йөрәгенә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Шул кешеләрҙең береһе – фашистарға ҡаршы көсөргәнешле алышта ҙур батырлыҡ күрһәткән, хәҙерге көндә Күгәрсен районының Һапаш ауылында йәшәүсе Фәрит Муллагилде улы Кирәев.
    Фәрит олатай 1926 йылда ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 7-се синыфты тамамлаған 17 йәшлек егет 1943 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Тәүҙә ярты йыл буйы Өфөлә була. Һуңынан уны Литваға фронтҡа ебәрәләр. III Көнбайыш фронтында пулеметсы булып хеҙмәт итә.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Их, һеҙ, егеттәр! Тормош юлдары ҡатмарлы, Хаттар яҙҙым

    Инсаф үҙенең яҙмаһы менән бик күп кешене уйландырғандыр, бихисап­тарҙы йәшлек йылдарына алып ҡайтып, тәүге мөхәббәттәрен иҫкә төшөргәндер һәм мәңгелек мөхәббәт менән ауырыусыларҙы ла битарафлыҡ еленән сығарғандыр, тип ышанам. Бөгөнгө ығы-зығы, баҙар, аҡса, көрсөк, эшһеҙлек, наркоманлыҡ, эскелек, тәртипһеҙлек, алдаҡ, ҡайһы бер йәш­тәрҙең тотанаҡһыҙлығы, компьютер, интернет, виртуаль тормош заманында бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ ошондай ҡиммәттәрҙең һаҡланып ҡалыуы үҙе оло бәхет тип иҫәпләйем. Ул бәхеттең ни тиклем бөйөк, ҡәҙерле, саф икәнлеген тик ысын күңелдән һөйгәндәр, һөйә белгәндәр, бер-береһенә үлеп ғашиҡтар, изге хистәрен түкмәй-сайпылдырмай, ғүмере буйы үҙҙәре менән йөрөткәндәр генә аңлай торғандыр.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйөүегеҙҙе sms-хәбәр аша белдерегеҙ! Хаттар яҙҙым, Конкурстар

    Һөйөүегеҙҙе sms-хәбәр аша белдерегеҙ!Мөхәббәт, бигерәк тә беренсе мөхәббәт, йәше-ҡартына, заманына ҡарамайҙыр ул, ә ғашиҡ булыу, яратыу хистәре башҡасараҡ белдерелә һәм сағыла ғына.
    Ошоно раҫлап, «Йәшлек» гәзите Ғашиҡтар көнө алдынан йәштәргә генә түгел, ғөмүмән, ғашиҡтарға, ысынлап һөйә һәм һөйөлә белгәндәргә ғишығығыҙ объекттарына һөйөүегеҙҙе заманса белдереүҙең уникаль мөмкинлеген бирә: кеҫә телефоны буйынса 2320 һандарына (тәүҙә nur (инглиз хәрефтәре менән) һүҙен яҙығыҙ, һуңынан смс тексын), үҙегеҙҙең, шулай уҡ һөйгәнегеҙҙең исем-шәрифен атап, матур ҙа, хисле лә, татлы ла мөхәббәт sms-хәбәрҙәрегеҙҙе ебәрә алаһығыҙ. Уларҙың иң матурҙары, үҙенсәлеклеһе гәзитебеҙҙең махсус битендә урын аласаҡ. Ә иң матур смс-һөйөү белдереүселәр гәзитебеҙҙең логотибы төшөрөлгән футболкалар менән бүләкләнәсәк.
    Тәүәккәлләгеҙ һәм мөмкинлек менән файҙаланып ҡалығыҙ, дуҫтар!

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Йәшлек-фаразда хатта Төмәндәрҙә ҡатнашты! Хаттар яҙҙым, Конкурстар

    Шулай итеп, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ күптән көткән «Йәшлек»-фараз» конкурсына йомғаҡ яһау сәғәте һуҡты. Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ, ҡабаланмағыҙ, юл аша уҡып, үҙегеҙҙең исем-шәрифтәрегеҙҙе эҙләү яғын ҡарамай тороғоҙ. Сабыр төбө – һары алтын, тигән бит боронғолар. Иң тәмле еренә еткәнсе мәҡәләбеҙҙең инеш өлөшөндә әҙерәк «тештәрегеҙҙе ҡайрап алығыҙ» – вәғәҙә ителгән ҡалъя бик тәмле булмаҡсы.
    «Йәшлек»-фараз» иғлан ителгән көндән (2009 йылдың 24 ноябре) 2010 йылдың ғинуар уртаһына тиклем республиканың төрлө мөйөштәрендә урынлаш­ҡан райондарҙан 800-ләп хат килде. Шуныһы ҡыҙыҡ, фараз һандары диапазоны шул тиклем киң – 200-ҙән 55000-гә тиклем. Бына ошо һандарҙа күренә лә инде кемдең кем икәнлеге: заман менән бергә атлаусы кеше 200 һанын фаразлар инеме ни! Гәзитебеҙҙең генә түгел, ә бөтөн милләтебеҙҙең бәҫен төшөрөү бит ул. Ә бына Әлшәй районының Себенле ауылынан 48500 тираж фаразлаған Гөлдәр Ғәлиәкбәрова, Хәйбул­ла районының Иләс ауылынан 51055 дананы көҫәгән Ғәлиә Рәхмәтова, Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан 49236 һанын юраусы Фәнүзә Мөхәмәҙиева нәҡ ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың киләсәккә, яҡшыға ышанып йәшәүен күрһәтә.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һәр ваҡиғаға гәзит уҡыусы күҙлегенән бағам» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Һәр ваҡиғаға гәзит уҡыусы күҙлегенән бағам»Оҙаҡ йылдар «Йәшлек» биттәрендә Көньяҡ Урал райондары тормошо, хәл-ваҡиғалары менән беҙҙе күренекле журналисыбыҙ Юлай Мәҡсүтов таныштыра килде. Ул мәрхүм булып ҡалғас, «үҙ яҡтары» ла етемһерәп ҡалғандай булды. Тик «Йәшлек» үҙенең тоғро дуҫтары менән көслө, улар ауыр мәлдә яр­ҙамға килеүсән. Ике-өс йыл рәттән Баймаҡ тарафтарынан штаттан тыш хәбәрселәребеҙ-терәктәребеҙ – Айгөл Ишемғужина, Гүзәл Бикмәтова, Земфира Таһирова беҙҙе ҡыҙыҡлы һәм «эҫе» яңылыҡтары, тормошсан мәҡәләләре, заманса репортаждары менән һөйөндәрөп тора.
    Рәсәй матбуғаты көнө алдынан, байрам менән ҡотлап, «Йәшлек»тең өр-яңы лауреаты Гүзәл БИКМӘТОВАҒА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ҡулдарынан нур тама Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡулдарынан нур тамаРәзилә Мөнир ҡыҙы Абдуллина – Өфө районының Миловка ауылындағы урта мәктәптең химия уҡытыусыһы. Тәү ҡарамаҡҡа бында йәшәүсе бүтән кешеләрҙән айырылмай – шундай уҡ мөләйем, алсаҡ, аралашыусан, иғтибарлы. Ләкин яҡындан танышҡандан һуң уның матурлыҡҡа табыныусы ижади шәхес икәнлеген аңлайһың. Ә инде зауыҡлы, хайран ҡалырлыҡ итеп эшләнгән ҡул эштәрен күрһәң... Ваҡ ҡына, энә осондай сәйлән (бисер) бөртөктәренән дә шундай мөғжизәле әйберҙәр тыуҙырып була икән дә баһа! Бары Рәзилә ханымдағы кеүек түҙемлегең, ижади фантазияң ғына булһын.
    – Был мауығыуым дүрт йыл элек, ғүмеремдең һынылышлы, ауыр мәлдәрендә, башланғайны. Мәктәптә бергә эшләгән коллегаларымдың кәңәше буйынса ҡайғымдан арыныу, үҙ-үҙемде тынысландырыу маҡсатында ғына тотоноп киткәйнем. Тәүҙән үк яңы шөғөл күңелемә ятты, тора-бара бөтә булған буш ваҡытымды сәйлән теҙеүгә сарыфлай башланым, – ти Рәзилә Мөнир ҡыҙы. – Иң тәүҙә эшләп ҡараған эшем – бына ошо байлыҡ ағасы. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө, тигәндәй, ибәтәйһеҙерәк, килешһеҙерәк килеп сыҡҡан. Шулай ҙа иң тәүге эшем булғанға күрә ҡәҙерләп һаҡлайым.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур тормош һынауҙары үткән Артур Ҡансурин ғаиләһе менән дүрт етемде үҙ тәрбиәһенә ала Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Баймаҡ районының Баймырҙа ауылында 1936 – 1937 йылдарҙың береһендә өс кешене, юҡ сәбәпте бар итеп, ҡулға алалар. Шулар араһында Ғәббәс Ҡансурин да була. Уларҙы ҡаты һаҡ аҫтында билдәһеҙ яҡҡа алып китәләр. Ошоға тиклем Ғәббәс ағайҙың яҙмышын аныҡ ҡына белгән кеше юҡ. Уның ҡатыны Гөлйемеш апай ҡулында биш бала тороп ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тормоштарын нисек тә еңеләйтергә уйлап, Ҡансуриндар ғаиләһе Баймаҡ ҡалаһына күсеп килә. Унда ла бәхет йылмайып ҡаршыламай, әлбиттә. Осон-осҡа саҡ ялғап ҡына көн күрәләр. Аслыҡ һәм ауырыуҙан Гөлйемеш апайҙың бер-бер артлы улы, ҡыҙы үлеп ҡала. Әсә кеше үҙе лә оҙаҡ йәшәмәй. Бәләкәй Артур, өлкәнерәге Марат Хәмиҙулла ағайҙары ҡулына ҡарап ҡала. Әммә 1942 йылдың көҙөндә Хәмиҙуллаға ла әрмегә китергә ваҡыт етә. Артабан ике туғанды ниндәй яҙмыш көтә – тулы билдәһеҙлек. Ә йәшәргә кәрәк...

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормош барыбер матур Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Ҡәҙерле «Йәшлек» гәзите коллективы!
    Һеҙгә Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылынан Вәкилә Яппар ҡыҙы Мөфтәхетдинова яҙа. Миңә 58 йәш. Алты бала әсәһемен. Гәзитте йыл да улдарым өсөн яҙҙырам. Бөтәһе лә кәрәк темалар, һәр бите ҡәҙерле. Көрсөк тип тормайбыҙ, пенсиянан ай һайын айырым һалып барып, һәр ярты йыл һайын баҫмаларға яҙылыр өсөн 1800 һум аҡса туплайым. Һәр гәзит үҙенсә ҡыҙыҡлы.
    Мин биш малай, бер ҡыҙ үҫтерҙем. Әле дүртенсе малайым һалдаттан ҡайтты, бишенсеһен әрмегә оҙатырға торам. Һау-сәләмәт хеҙмәт итергә яҙһын, ил тыныс булһын. Бер ғаиләнән биш малайын әрме хеҙмәтенә оҙатҡандар районда һирәктер. Улын әрменән көтөп алған әсәләр генә бының ни икәнен беләлер.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru