Йәне барҙың йүне бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Апайыма хат Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Апайыма хатӘсмә апай! Беҙ бына байтаҡ ғүмер кисергәнбеҙ, әммә шул йылдар эсендә һиңә бер ҡасан да хат яҙғаным булманы.
    Әлбиттә, хәҙерге заманда телефондан шылтыратып та әйтер һүҙҙе еткереп була. Тик хатты, иҫкә төшкәндә, һуңынан да алып уҡыйһың бит, шул яғы яҡшы.
    Тәбиғи, олоғая бара бала саҡ, йәшлек йышыраҡ иҫкә төшә. Ә беҙҙең бала саҡ бик ауыр заманда – һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа үтте. Ә барыбер бала саҡ – ғүмерҙең иң матур мәле. Ауылыбыҙ Яңы Ҡауарҙы (Ғафури районы) донъяның матур, ожмахтай ерендә урынлашҡан. Бейек тирәктәр араһынан аҡҡан йылы Еҙем йылғаһы, күпереп ятҡан туҡ иген баҫыуҙары, еләкле ҡыуаҡлыҡтар – ысын ожмах шул! Ә ауыл урамы ниндәй йәшел – көнө буйы ауна. Ә беҙҙең өй, ауылдағы иң матур өй, атайымдың оҫта ҡулдары менән һалынған. Ул ауылдың иң уртаһында – мәктәп менән контора эргәһендә.

    авторы: admin | 19 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»те туғандай яҡын күрәм Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Йәшлек»те туғандай яҡын  күрәм«Йәшлек» менән дуҫлығыма ике тиҫтә йылдан ашып китте. Был дуҫлыҡҡа хыянат итеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Киреһенсә, хәҙер инде ул туғанлыҡҡа әйләнеп бара. «Йәшлек» миңә ни өсөн яҡын һуң?
    Беренсенән, уҡытыусы булараҡ, дәрескә әҙерләнгәндә гәзиттән бөтә мәғлүмәттәр­ҙе – фәһемле мәҡәләләрҙе, актуаль яңылыҡтарҙы, файҙалы кәңәштәрҙе ҡулланам.
    Икенсенән, әҙәбиәт һөйөүсе, ижад итеүгә ынтылған кеше булараҡ, «Йәшлек» миңә ҡанат ҡуйҙы. Мәҡәләләрем, хикәйәләрем унда донъя күрҙе. Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсында еңеү яулауым да илһамландырҙы.
    Өсөнсөнән, гәзит һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс бәйгеләр ойоштороп тора. Әле бына «Таҡмаҡтар» конкурсы башланыуға ихлас ҡыуандым.
    Ҡыҫҡаһы, «Йәшлек» – ысын мәғәнәһендә халыҡ гәзите.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыусыларға - "Йәшлектән" хат! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Өс-дүрт көн элек кенә Белорет районынан бер ханым шылтыратты.
    – Беҙ урыҫ ауылында йәшәйбеҙ, шуға күрә тамам урыҫлашып бөткәнбеҙ. Килен алырға йөрөйбөҙ ҙә, ошоға бәйле башҡорт йолаларын белмәйбеҙ. Гәзитегеҙ биттәрендә шул турала яҙа алмаҫһығыҙмы икән? – тип һораны.
    – Бик кәрәккәс, яҙырбыҙ, – тинек һәм башҡортса бер нисә китап тәҡдим иттек.
    Ханым был китаптарҙы таба алырына шик белдергәс, улар ни һәр башҡорт теле, шулай уҡ башҡорт мәҙәниәте уҡытыусыһында ла, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрендә лә барҙыр инде, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Сөнки нәҡ уҡытыусылар һәм клуб хеҙмәткәрҙәре, йәғни зыялыларыбыҙҙың алдынғы сафында барыусылар һәр нәмә хаҡында хәбәрҙар булырға тейеш һәм элек-электән халыҡ, йәш быуын араһында мәҙәни-ағартыу-аңлатыу эше алып барған.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡапсыҡтағы ашлыҡ түгел ул таҡмаҡ» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Ҡапсыҡтағы ашлыҡ түгел ул  таҡмаҡ»Халыҡ күңеленең әллә ниндәй саҡтарын, ым-ишаранан уҡ әллә ниндәй мәлдәрен тоя төҫлө Зануфа апай. Уның бит бар булмышы ана шул халыҡ йырҙарынан, таҡмаҡтарынан, йомаҡтарынан, риүәйәттәренән яhалған. Салауат районының төпкөл Иҙелбай ауылында 1932 йылда донъяға килгән Зануфа Fарифуллина бөгөн дә күңеле талап иткән шөғөлөн ташламай, халыҡ ынйыларын йыйыу менән мәшғүл. «Йәшлек» редакцияhына ул «Өфө бейек ҡалҡыуҙа», «Эсеп ебәр тиҙерәк», «Алма түңәрәк тәрилкәлә әйләнә», «Бик килешә, дуҫҡайым, ҡайыш быуыу билдәреңә», «Бейек тауҙың баштарында йөрөй колхоз аттары», «Иҫе китеп ҡарай әтәс тауыҡ аяҡтарына», «Елберҙәй ҡайын, елберҙәй», «Лимон hары, лимон hары», «Ҡулымдағы балдағымдың...», «Шәлем көрән, шәлем көрән» hәм башҡа исемдәр менән аталған ундан ашыу ҡулъяҙма китабын ҡалдырҙы. Уларҙа – Йүрүҙән буйындағы туғыҙ ауылдан йыйылған таҡмаҡтар.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тынғы белмәҫ йән Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Тынғы белмәҫ йәнМинең әсәйемә, Рәшиҙә Фәйзулла ҡыҙы Әбдрәши­товаға, 74 йәш. Ул Күгәрсен районының Ялсы ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуған. Ҡартайым менән өләсәйем – заманында яңы төҙөлгән коллектив хужалыҡҡа тәүгеләрҙән булып ингән һәм колхоз үҫеше өсөн күп көс-тырышлыҡ һалған кешеләр.
    Әсәйем Йомағужа мәктәбен тамамлағандан һуң Ҡаҙағстанға уҡырға китә. Тау технигы һөнәрен үҙләштереп, таш күмер шахтаһында эшкә ҡала. Тик уға унда оҙаҡ эшләргә тура килмәй. 1958 йылда, КПСС Үҙәк комитетының ҡатын-ҡыҙҙарҙы шахта эшенә йәлеп итеүҙе тыйған ҡарары сыҡҡандан һуң, тыуған ауылына кире ҡайта.
    Ҡәҙерлебеҙ утыҙ йылға яҡын ғүмерен балаларға арнай – балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй. Ул ябылғас, балалар баҡсаһында тәрбиәсе эшен дауам итә.

    авторы: admin | 26 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әле булһа беҙҙе хәстәрләп йәшәй Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Әле булһа беҙҙе хәстәрләп йәшәйӘсә – ер йөҙөндәге иң яғымлы, – иң ғәзиз һүҙ ул. Әсә йөрәге – иң тоғро һәм һиҙгер йөрәк. Ул балаһына үҙенең йөрәк һәм күңел йылыһын да биреүсе, тәрбиә һәм белемгә лә әйҙәүсе.
    Ишей ауылында йәшәүсе әсәйебеҙ Рәхимә Ғиззәт ҡыҙы Таһирова 1949 йылда урта хәлле ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе эшһөйәр һәм йүнсел булғанғалыр, кинйә бала иңенә артыҡ донъя мәшәҡәттәре төшмәй, ләкин иркәләтеп тә үҫтермәйҙәр – бар эшкә лә тилбер булып үҫә. Ул ҙурайыуға апай-ағайҙары үҙ ғаиләһен ҡора. Ата-әсәһе ҡартайғас, әсәйебеҙ уларға терәк-таяныс була, аҙаҡ үгәй әсәһен дә ҡарарға тура килә. Магнитогорск ҡалаһында уҡып ҡайтҡас, 1971 йылда Ишей урман бүлексәһендә бухгалтер һөнәре буйынса эш башлай. Ошо йылда атайыбыҙ Морат Бигастан улы Таһиров менән ғаилә ҡоралар.

    авторы: admin | 26 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормош ҡосағында... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Беҙҙең ауылда Фирүзә Логинова йәшәй. Унан йыш ҡына «Инәйемә ҡайтып килергә кәрәк», «Инәйемә шылтыратырға ине», «Инәйем ни хәлдә икән?» тигәнде ишетәм. Беҙҙең яҡта әсәйҙе инәй тиҙәр, Фирүзә апай ошо һүҙҙе нисектер айырым бер йылылыҡ, наҙ менән әйтә. Йөрөй торғас, аптырап, унан һорай ҡуйҙым: «Һинең инәйең нисек Оҙонгүлдән Октябрьскийға барып сыҡҡан? Ул Оҙонгүлдеке шикелле». Фирүзә апайҙың йөҙө яҡтырҙы: «Минең үҙ инәйем Оҙонгүлдән ине, беҙ бала саҡта үлде. Ә беҙҙе, өс етемде, Рима Ваһапова ҡарап үҫтерҙе». Ана шулай беренсе тапҡыр беҙҙең ауылдан байтаҡ алыҫ ятҡан Октябрьский ҡасабаһындағы оло йөрәкле ҡатын тураһында ишеттем. Һорашып-белешә торғас, Рима Мәүлит ҡыҙының тормошо яҡын кешеләремдеке менән тығыҙ үрелеп барғаны асыҡланды. Ул заманында минең әсәйем менән бергә фермала һыйыр һауған, Ғәйниямал әбейем менән бергә сусҡасылыҡта эшләгән – данлыҡлы «Байрамғол» совхозының абруйын арттырыуға ғына түгел, һуғыштан һуң илебеҙҙе харабаларҙан күтәрергә, нығытыуға үҙ өлөшөн индергән...

    авторы: admin | 26 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшем «Йәшлек» йәшенә тиң Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Минең йәшем оло инде, бер ҡарағанда, «Йәшлек» гәзитенең йәшенә тиң, тип тә әйтә алам. Шуға шатланам: ошо йәшкә етһәм дә, йәштәр баҫмаһынан айырыла алмайым – мин уның менән «Ленинсе» ваҡытынан дуҫ булдым . Ул тормошомда иң уҡымлы, фәһемле баҫмаларҙың береһе булды һәм булып ҡала.
    Гәзиттә яҙылған материалдарҙың береһен дә ҡалдырмай уҡып барам. Күп кәңәштәрен иҫтә ҡалдырам, сөнки тормошта кәрәкле ваҡыттары ла булып китә уларҙың. Бына 2010 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылдым да инде. Һау ваҡытымда «Йәшлек»тән айырылғы килмәй, ҡалған уҡыусыларға ла уның менән бергә булыуҙарын теләр инем.
    Сабирйән ТӨХВӘТУЛЛИН.
    Әбйәлил районы,
    Елембәт ауылы.

    авторы: admin | 24 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru