Йөрәгендә барҙың беләгендә бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 14 - 20 июнь
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Аҡ үлем» һәр ерҙә һағалай Яңылыҡтар » Иғтибар
    Наркоман булып тыумайҙар

    – Беләһеңме, минең ирем наркотиктар ҡуллана. Үҙен бер төрлө нисектер сәйерерәк тотҡас, иҫеректер, тип уйлаһам, ауыҙынан еҫ килмәй. Аптырайым. Ҡатындар, бәлки, наркотик ҡаҙағандыр үҙенә, тигәс, веналарын ҡараным, энә эҙҙәре күренмәй. Баҡтиһәң, ул бәҙрәфкә инеп бикләнеп, тел аҫтына наркотик һала икән. Был сиренән уны нисек арындырырға икән? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәйем, – тип бер көндө танышым шылтыратты.
    – Үҙе менән һөйләшеп, наркодиспансерға һалып ҡара, бәлки, дауаланырға теләге булыр. Аноним наркокабинеттар ҙа бар бит, – тип үҙемдең кәңәшемде бирергә ашыҡтым.
    Бер аҙҙан танышымдың ире һатҡан наркотиктар өсөн өҫтөнә сығыуын, унан 200 мең һумлап аҡса таптырыуҙарын белдем.
    – Көн дә ниндәйҙер әҙәмдәр өйгә килә. Мин бындай тамуҡ тормошон элек кинофильмдарҙа ғына күрә инем, хәҙер үҙем шок хәлендә йәшәйем. Ирем балаларҙы уйлаһа ни була икән, улар өсөн ҡурҡам, – тине лә үкһеп илап ебәрҙе.
    Әхирәтемә бер ниндәй ҙә йыуатыу һүҙҙәре таба алманым. Аҡса эшләр өсөн наркотиктар ташыған егет, ҡыҙыҡ өсөн генә тип ымһындырғыс ыуҙы татып ҡарап, үҙе лә уның ҡолона әүерелгән. Ә наркотиктар тоҙағына эләккәнһең икән, унан тиҙ генә ысҡынып булмай. Еңел табыш алырға ынтылыу ни тиклем генә үҙенә әйҙәмәһен, кемдеңдер ләғнәтен алыу бер кемгә лә бәхет тә, күңел тыныслығы ла килтермәй. Әгәр ҙә һин наркоманһың икән, унан ҡотолоу сараһының иң сараһыҙы – үлем генә. «Аҡ үлем» һаҙлығынан кемдеңдер өгөтләүе менән түгел, тик үҙеңдең ихтыяр көсөң менән генә сығып була.
    Һандар уйландыра

    Интерпол мәғлүмәттәре буйынса, донъяла наркотиктарға бәйле 200 миллион наркоман бар. Уларҙың күбеһе марихуана ҡуллана, 13 млн кеше кокаин, 8 млн кеше героин, тағы ла 30 млн кеше – амфетамин һәм синтетик наркотиктар ҡуллана. Рәсәйҙә наркомандар һаны 5 миллиондан ашыу. Уларҙың уртаса йәше һуңғы йылдарҙа 14 – 20 йәш тәшкил итә, 20 проценты – мәктәп уҡыусылары. Белгестәр, наркомандар һаны тағы ла күберәк, 15 миллиондан ашыу, тип фаразлай. Йыл һайын үлемесле ыуҙан 100 мең кеше вафат була. Бер наркоман йыл эсендә 10 кешене артынан эйәртә, артабан уларҙың 60 проценты үҙ-үҙенә ҡул һала.
    Башҡортостанда ла наркотик ҡулланыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Вуз студенттары араһында үткәрелгән мониторинг һөҙөмтәләре буйынса, уларҙың 94 проценты наркотиктар тураһында яҡшы белә, уны ҡулланыуҙы ғәҙәти күренеш итеп һанай, 6 процентының уны ҡулланып ҡарағаны булған.
    «Аҡ үлем» нисек үҙенә әйҙәй?

    Наркомандар ҡайҙан барлыҡҡа килә? Уларҙың тәүге сәбәпсеһе ябай ғына ҡыҙыҡһыныу икәне бер кемдең дә уйына ла инеп сыҡмайҙыр, моғайын.
    Наркотиктарҙың мәкерлеге – тәүге тапҡыр уны ҡулланып ҡарағанда ымһындырғыс иң сағыу ләззәт алыуҙа. Кешене шул эйфория хәлендә булыу ҡотолғоһоҙ итеп арбай – уның артабан да был мәлде ҡабатлағыһы килә. Әммә аҙаҡтан күңел күтәренкелеге бер мәлгә һүнеп ҡалған кеүек тойола. Былар дозаны арттырыуға һәм йыш ҡулланыуға килтерә. Наркотиктарға ылығыу, уларһыҙ йәшәй алмау шулай башлана ла инде.
    Наркоманиянан ҡотолоу юлдары бармы?

    Наркоманды бер нисә йыл буйына реабилитация үткәреп кенә дауаларға мөмкин. Психик яҡтан һауыҡһа ла, унда барыбер химик препараттан арына алмау тойғоһо ҡала. Тулыһынса наркотик матдәләрҙән баш тартыу өсөн кешегә психикаһын аяҡҡа баҫтырырға һәм тормошоноң социаль яғын (өй, ғаилә, дуҫтар, уларҙың мөнәсәбәте) үҙгәртергә кәрәк. Наркомандар өсөн был ауырыраҡ, әлбиттә. Мәжбүри дауаланған наркомандар төркөмө йәмғиәт өсөн хәүефле, сөнки ниндәйҙер һынауҙар алдында ҡала икән, ул тағы ла элекке ғәҙәтенә әйләнеп ҡайтасаҡ.
    Бөгөн наркоагрессия тағы ла киңерәк ҡолас ала бара. Уның яңы төрөн – синтетик наркотиктарҙы ҡулланыу һәм таратыу киң таралған. Беренсенән, улар органик наркотиктарға ҡарағанда күпкә осһоҙ, икенсенән, дарыу препараттарынан эшләнгән был матдәне һәр ерҙән табырға мөмкин. Хәҙер хатта Интернетта ла эшләргә өйрәтәләр. Табиптар билдәләүенсә, организм өсөн иң зыянлыһы – синтетик наркотик, көсһөҙ организм уны тәүге ҡулланғанда уҡ ҡабул итмәҫкә, кешенең үлеменә килтереүе мөмкин.
    Ауыл ерендә еңел табып булған мәк, киндер ҙә ләззәт татып ҡарарға теләүселәр араһында үҙенең популярлығын юғалтмаған.
    Республикаға Афғанстан наркотиктары башлыса Тажикстан, Ҡаҙағстандан автомобиль һәм тимер юл транспорты аша индерелә. Уны иң әүҙем таратыусылар – Башҡортостанда этник диаспоралар араһында күпселекте тәшкил иткән тажиктар. Уларҙың һаны беҙҙә 7 мең кешенән ашыу. Йәшелсә-емеш менән һатыу иткән, төҙөлөштә эшләгән тажиктар бер юлы наркотиктарҙың таралыуына ла булышлыҡ итә.
    Наркотиктарға бәйле хәлде урындағы сиған диаспоралары ла киҫкенләштерә. Әүҙем рәүештә улар был енәйәтсел эшмәкәрлеккә бәлиғ булмаған балаларын йәлеп итә. Ә 15 йәшкә тиклемгеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырып булмай. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Валерий Кокин әйтеүенсә, наркотиктар менән сауҙа итеү буйынса судтарға ебәрелгән эштәр ғәйепләнеүселәргә хөкөмдө күп осраҡта еңеләйтә – быға наркобизнес хужаһының йә эш урынында ыңғай характеристикаға эйә булыуы, ҡатын-ҡыҙ булһа, уның йөклө, бәлиғ булмаған балалары булыуы сәбәпсе. Быйыл наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре наркотиктар менән тотҡан 150 кешенең 73-ө генә суд тарафынан үҙ язаһын алған.
    Иң аптыратҡаны – наркопритон тотоусыларҙың, был үлемесле ыу менән сауҙа итеүселәрҙең хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре булыуы. Күптән түгел Өфө районында наркотиктар эшләүсе йәшерен лаборатория тотҡан, «аҡ үлем» менән сауҙа иткән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре һәм наркотөркөмдөң 12 ағзаһы ҡулға алынған.

    Был беҙгә ҡағылмай, тимәгеҙ!

    Һәр кемебеҙ, был бәлә минең ғаиләмә ҡағылмай, тип уйлай. Хәүефтең һәр ерҙә һағалауын оноторға ярамай. Бөгөн ни бары «аҡ үлем»дең шаһиты ғына булһаҡ, иртәгә ул беҙҙең ишегебеҙҙе лә ҡағыуы ихтимал.
    Редакциянан:
    «Аҡ үлем» һәр ерҙә һағалай
    Әйткәндәй, хәбәрсебеҙ Зөһрә Йәһүҙина Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнө алдынан наркоманияның һәм уға бәйле енәйәтселектең үҫеше кәмеүенә булышлыҡ итеүҙә ижади ҡаҙаныштары, был өлкәлә йәмәғәтселек өсөн файҙалы сараларҙы яҡтыртҡаны өсөн «Наркотиктарҙың таралыуына ҡаршы тороуҙа фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Коллегабыҙ хеҙмәтенең лайыҡлы баһаланыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ !

    З. ЙӘҺҮҘИНА
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Урап үтһен ине был афәт...
  • Әҙәмдәрҙе йота «крокодил»
  • «Аҡ үлем»гә ҡаршы бергәләп көр ...
  • Үлем таратыусы хаҡында хәбәр ит!
  • Күмәк көс менән генә еңеп була
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru