Кемдең эш көнө күп, шуның ҡулы мул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Йондоҙнамә
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 0,3 ПРОМИЛЛЕ. РӨХСӘТМЕ? ТЫЙЫУМЫ? Яңылыҡтар » Иғтибар
    1 июлдән башлап Рәсәй водителдәренә руль артында саҡ ҡына эсергә рәсми рөхсәт ителде. Рөхсәт ителгән норма – бер литр ҡанға 0,3 промилле. Быға тиклем билдәләнгән сик юҡ ине, хәҙер бөтәһе рәсми рәүештә ташҡа баҫылған закон буйынса яйға һалынды. Кеше организмында бер литр ҡанға 5 промилле спирт тура килгән осраҡта, ул үлемесле доза һанала. Ә 0,3 промиллене ошолай аңларға кәрәк: ул – 50 грамм араҡы йәки 30 грамм коньяк, 200 грамм шампан шарабы йәки 300 грамм һыра. Ләкин дөрөҫ аңлағыҙ – спиртлы эсемлектәрҙе билдәләнгән күләмдә эскән осраҡта ла, исмаһам, өс сәғәт рулгә ултырмаҫҡа кәрәк.
    СССР заманында водителдең эскәнме-юҡмы икәнен спирт еҫе буйынса тикшереп кенә билдәләнеләр, һуңынан махсус быяла торбалар барлыҡҡа килде.
    Әлбиттә, Федераль законды ҡабул иткәндә ҡаралған мәсьәләне бөтә яҡлап та тикшерәләр, шуға ла көсөнә ингән яңы закондарҙы аңларға, файҙаланырға ғына ҡала. Беҙ, яңылыҡты нисек ҡабул итеүҙәрен белергә теләп, бер нисә урынға мөрәжәғәт иттек, тик билдәле сәбәптәр буйынса бөтә респонденттарыбыҙ ҙа аноним яуап бирергә генә ризалашты.

    Табип-нарколог:
    – Был Законды ҡабул иткәндә наркологтар менән кәңәшләшкәндәрме-юҡмы икәнен аныҡ ҡына әйтә алмайым. Дарыуҙар һәм һөт аҙыҡтары арҡаһында кеше организмында спирттың саманан артып китеүе – мөмкин булмаған хәл. Иҫерер өсөн валокордин йәки корвалолды биҙрәләп ҡабул итергә кәрәк! Быға тиклем ҡатыҡ эскән өсөн яза бирелгән водителде ишеткәнем булманы, хәҙер спирттың ҡандағы рөхсәт ителгән дозаһын 0-дән 0,3 промиллегә тиклем күтәргәс, бөтөнләй ҙә хафаланырға түгел.
    Шуны иҫтә тоторға кәрәк: кешеләрҙең организмы төрлөсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа алкоголь аҡрыныраҡ үҙләштерелә. Әгәр спиртлы эсемлек эсһәгеҙ, кәмендә алты сәғәт үткәс кенә руль артына ултырырға мөмкин, тип һанайым. Әгәр иртәнге сәғәт 8 – 9 тирәһендә машинағыҙға ултырырға ниәтләйһегеҙ икән, киске сәғәт алтынан һуң эсергә ярамай. Шуны ла белеп тороғоҙ – бөтә доза һау кешеләр өсөн билдәләнгән, ниндәйҙер сирегеҙ булһа, һөйләшеүҙең бөтөнләй икенсе булыуы ихтимал.

    Водитель:
    – Был Закон «гаишник»тар өсөн генә уйлап сығарылған инде, хәҙер әллә күпме кешене «право»нан мәхрүм итәсәктәр. Мин үҙем рулгә эсеп ултырыуға ҡырҡа ҡаршымын, нисә генә промилле булһа ла. Хәҙерге юлдарҙа абсолют айныҡ водителдәргә лә ауырға тура килә.
    Ғөмүмән, матбуғатта «Рулдә эсергә ярай!» лозунгыһы аҫтында сыҡҡан мәҡәләләр аптырата. Бөтә кеше лә был мәсьәләне энәһенән ебенә тиклем тикшермәйәсәк бит – эсеп рулгә ултырасаҡ. Водителдәргә кемделер бәрҙереп киткәндән һуң ҡағиҙә аңлатыуҙан ни мәғәнә?! Законды тәүҙән үк «Хәҙер бигерәк тә эсергә ярамай!» тигән йүнәлештә аңлатырға кәрәк.

    ЮХХДИ хеҙмәткәре:
    – Ҡайһы бер водителдәр: «Хәҙер машина йөрөткәндә эсергә ярай», – тип уйлап яңылыша. Рулдәгеләргә эсергә яраманы һәм ярамаясаҡ! Был норма кешенең иҫерекме-юҡмы икәнлеген билдәләгәндә яңылышмаҫ өсөн генә ҡабул ителгән. Хәҙер ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе нахаҡ рәүештә язаға тарттыра алмай – алкоголдең бармы-юҡмы икәнен инспектор түгел, ә техника билдәләй бит, хаталарҙың булыуы мөмкин түгел. Был – прогресс. Водителдәр үҙенең алкотесторын да уйынсыҡ урынына ғына йөрөтә ала, сертификатланған махсус алкотесторҙар ғына законлы һанала.
    Л. СОЛТАНОВА яҙып алды.
    авторы: Нур | 3 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күсәр
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсь ...
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Машиналарға «айыу майы» һөртәләр
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru