Йәштәр килһә эш башлай, ҡарттар килһә һүҙ башлай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • Дәрестә
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡорт маркаһына рәхим итегеҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар
    Хәҙер Башҡортостан продукцияларын Интернет-магазинда һатып алырға мөмкин
    Гүзәл төбәгебеҙ Башҡортостан хаҡында һүҙ сыҡһа, хозур тәбиғәтебеҙ, мәғрур ҡаяларыбыҙ, урман-тауҙарыбыҙ күҙ алдына баҫа, мең сирҙәргә дауа булған ҡымыҙ, башҡорт балын тәмләгәндәй булаһың, ҡурай моңдары яңғырағандай тойола. Бының менән генә сикләнмәй республикабыҙ ынйылары. Башҡорт мәҙәниәте лә халҡыбыҙҙың уникаль ҡомартҡыһын тәшкил итә. Бар донъяға билдәле йырсыларыбыҙҙың, композиторҙарыбыҙҙың һәм музыканттарыбыҙҙың быуаттар дауамында милләтебеҙ рухын күтәрерлек ижады тыуған илебеҙгә, еребеҙгә һөйөү менән һуғарылған.
    Донъя әҙәбиәтенең алтын фондына индерелгән башҡорт әҙәбиәте хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Республикабыҙ яҙыусылары һәм шағирҙарының проза, поэзия, драматургия, публицистика жанрындағы әҫәрҙәре юғары художество ижады өлгөһөнән һанала. Бай телле, төрлө стиль үҙенсәлекле авторҙарыбыҙҙың хеҙмәт емештәре берәүҙе лә битараф ҡалдырмайҙыр.
    Билдәле булыуынса, донъялағы һәр бер халыҡтың йөҙөн сағылдырған символы бар. Улар һәр ерҙә лә милләт асылын билдәләп килгән һәм киләсәк. Ә Башҡортостан халҡыбыҙҙың бөйөк улы Салауат Юлаев исеме менән данлыҡлы. Ҡурҡыу белмәҫ батырыбыҙҙың образы илебеҙҙең төп символынан һанала. Салауат батыр хаҡында ниндәй генә йырҙар ижад ителмәгән дә, ниндәй әҫәрҙәр яҙылмаған. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы ҡурай ҙа республикабыҙҙы символлаштыра. Күңелдәрҙе рухландырыр көскә эйә булған моңло үҫемлектең алтын төҫөндәге ете тажы Башҡортостан флагын биҙәп тора.
    Эйе, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йыр-моңдарыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ менән сикһеҙ ғорурлана алабыҙ. Әммә улар менән барыһы ла таныш түгел. Хатта теге йәки был китап һатып алам тиһәң дә, китап кибеттәрендә башҡорт әҙәбиәтенә кәштәләрҙә урын аҙ бүленгән, үҙеңә кәрәклеһен табыуы ауыр. Өҫтәүенә, улары ла аҙ тираж менән генә донъя күрә. Йыр компакт-дискыларына килгәндә лә шул уҡ хәлгә юлығаһың. Шәхси эшҡыуар Зилә Яҡупова халҡыбыҙҙың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, сәнәғәтен халыҡҡа яҡынайтыуҙың үҙ юлын тапҡан инде. Башҡорт маркаһы тип аталған Интернет-магазинда һеҙ төрлө китаптар, йыр-моң дискыларынан тыш, республика тауар етештереүселәренең киң ассортиментлы продукцияһын да һатып ала алаһығыҙ.
    – Был Интернет-магазиндың маҡсаты – төбәгебеҙҙән ситтә йәшәгәндәрҙе лә республикабыҙ продукциялары менән тәьмин итеү. Беҙҙең сағыу әҙәбиәтебеҙ, моңло йырҙарыбыҙ, үҙенсәлекле продукцияларыбыҙ ситтә лә үҙ ҡулланыусыһын табырға тейеш, – тине Зилә Фиҙиәт ҡыҙы.
    Интернет-магазин кәштәһенә ҡуйылған тауарҙарҙың етештереүселәре менән ике яҡлы контракт төҙөлгән, уларҙы әле булһа йәлеп итеү дауам итә. Үҫешкән технологиялар заманында Интернет аша һатыу итеү бигерәк тә уңайлы. Ни тиһәң дә, киләсәгебеҙ бит шул виртуаль селтәрҙәргә барып тоташа.
    – Башҡорт маркаһы көндән-көн яңыртылып торасаҡ: яңы тауарҙар өҫтәләсәк, уларҙы Интернетҡа сығарыу өсөн яңы шарттар тыуҙырыласаҡ. Беҙгә күберәк етештереүселәр кәрәк, – тине Зилә Яҡупова.
    Башҡорт маркаһы Интернет-магазины битенә инеп, дөйөм Башҡортостанды асасаҡһығыҙ, халҡыбыҙҙың уникаль мәҙәниәте һәм әҙәбиәте менән танышасаҡһығыҙ. Беҙ һеҙҙең заказдарығыҙҙы www.bashmarka.ru адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ. Тауар етештереүселәр өсөн бәйләнеш телефоны: (347) 293-10-68.
    Реклама.
    авторы: Нур | 16 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өс һөйләм менән
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Бәхетте һорап алмайҙар, Ул – Алланың бw ...
  • Башҡорт балына – юғары дәрәжә
  • Салауат йыйынына әҙерлек башланды!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru