Итексенең итеге тишек, балтасының балтаһы китек.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тырышһаң, барыһы ла була Яңылыҡтар » Иғтибар
    Бөрйән районының Килдеғол ауылында йәшәүсе Билаловтар ғаиләһенең тырыш тигән даны бар
    Ҡуйы урманлы бейек тауҙар ҡосағында урынлашҡан Бөрйән районының Килдеғол ауылында тырыш, сәмле халыҡ йәшәй. Уларҙың көнкүрешенә ҡарап, бер ҙә урман яғы халҡы тип әйтмәҫһең. Халыҡ бында ағас көсө менән көн күрә, ауылда ғына биш шәхси пилорама эшләй. Йорт һайын техника, һәр өйҙә тиерлек – заманса йыһаз. Йәшәйем тигән кеше ҡайҙа ла бына тигән итеп донья көтә инде. Елкәң генә булһын. Был йәһәттән Зарема менән Сәйет Билаловтарҙың йәш ғаиләһенә һүҙ әйтерлек түгел.
    Мәһәҙей ауылынан апайҙарына ҡунаҡҡа килгән Зарема Сәйеттең иғтибарын шунда уҡ яулай. Ә Өфөнөң 2-се музыкаль педагогия колледжында уҡып йөрөгән ҡыҙҙың ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһенә сығып йырлауы егетте тамам ғашиҡ итә. Ул әрмегә киткәнсе өс йыл осраша йәштәр. Егеттең Пермь гарнизонында хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтыуына Зарема ла уҡыуын тамамлай. Күп тә үтмәй, шаулатып туй ҙа үткәрә улар. Сәйет, ғаиләләрендә кинйә малай булараҡ, кәләшен ата-әсәһе йортона төшөрә.
    – Алты малай үҫтек. Мин иһә атай нигеҙен һаҡларға бурыслымын, – ти ул.
    Ә Зарема ҡәйнә йортона төшкәненә һөйөнөп бөтә алмай. Кейәүгә сыҡҡас та Килдеғол төп дөйөм белем биреү мәктәбендә музыка уҡытыусыһы һәм вожатый булып эш башлаған йәш килен ҡәйнәһе ярҙамына, кәңәштәренә мохтаж була.
    – Өйләнешкәс тә, Сәйет ата-әсәһе ихатаһында ағайҙары ярҙамы менән яңы йорт күтәрҙе. Хәҙер беҙҙең хужалығыбыҙ ҙа уртаҡ, донъябыҙ ҙа бергә. Бер ихатала йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ, – ти Зарема, ҡыуанысын йәшерә алмай.
    Бәй, шулай булмай ни! Уҡытыусы ла, вожатый ҙа кешенең эше тынғыһыҙ, көнө буйы тиерлек мәктәптән ҡайтып инеү юҡ. Йорт хужаһының да колхоз пилорамаһында эше бөтмәй. Атай-әсәй булғас, йәштәр эштә саҡта донъя ла теүәл, мал-тыуар ҙа ҡараулы.
    Кәримә Мазһар ҡыҙы менән Фәрит Шаһимәрҙән улы Билаловтар иһә улдары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре менән бәхетле. Балаларының барыһы ла ғаиләле: бишеһе ауылда торһа, береһе Салауат ҡалаһында донъя көтә. Бер-береһенә ярҙам итешеп, етеш, татыу тормош көткән Билаловтарҙың ғаиләләре ауылда өлгөлөләрҙән һанала.
    Зарема менән Сәйет Билаловтар ғаиләһендә малай менән ҡыҙ үҫә. Минсаф быйыл көҙгә беренсе синыфҡа уҡырға барһа, Азалияға әле биш йәш. Ул да киләһе йыл мәктәпкә әҙерләнә.
    – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла ситтән тороп белем алам. Сессияға киткәнемдә, балаларҙы кемгә ҡалдырырға икән, тип ҡайғырмайым. Ҡайным менән ҡәйнәмә рәхмәт инде, – Зарема бәләкәстәрен һөйөп ҡуйҙы. – Мин уҡып бөтөүгә һеҙ ҙә үҫеп еттегеҙ.
    Йорт хужаһы колхозда эшләп, үҙ көсө менән трактор һатып ала. Уның менән ауыл халҡына утын, бесән ташып, еңел автомобиль һатып алырлыҡ аҡсаһын да эшләй. Әйткәндәй, Билаловтарҙың барыһы ла еңел машиналы, өсәүһенең тракторы бар, береһе пилорама асып ебәрергә йыйына. Булдыҡлылар, һүҙ ҙә юҡ.
    – Беҙ Сәйет менән икебеҙ – ике төрлө һөнәр эйәһе. Был осраҡта бер-береңде ныҡ аңлау кәрәк. Ә беҙ һәр ваҡыт бергәбеҙ – эштә лә, ялда ла, – ти хужабикә.
    – Тырышһаң, барыһы ла була. Йәштәр маҡсатлы булһын, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, тик алға ынтылһын ине. Ул саҡта тормоштары ла алға китәсәк, – ти Сәйет.
    Эйе, йәмғиәтебеҙҙә Билаловтар кеүек тырыш, татыу ғаиләләр, килдеғолдар ише сәмле кешеләр күберәк булһын!
    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    Бөрйән районы,
    Килдеғол ауылы.
    Илдар ӘҺЛИУЛЛИН фотоһы.
    авторы: Нур | 18 июля 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Киләсәгебеҙ – уңған ғаиләлә ...
  • Килдеғолға ҡояш килтерҙек
  • Берҙән-бер!
  • Кеше күңеленә һәр яҡшылыҡ бала са ...
  • «Ҡыҙҙарым тип тырышам»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru