Бер кирегә китһә, гел кирегә китер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Йондоҙнамә 14 - 20 июнь
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Көләмәстәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эсмәйек! Яңылыҡтар » Иғтибар
    «Беҙҙән дә күберәк береһе лә эсмәй»
    Сочиҙа үткән кәңәшмә күңелдәрҙә өмөт уята

    Хеҙмәтендә ғалим «Иҫерткес эсеүҙән ҡотолоу саралары» тигән бүлек тә килтерә:
    «Донъя көтөү ысулын һәләк итеү менән бергә, дини вазифаларҙы таш-лауға ла сәбәпсе булған әлеге фажиғәнән үә ҡот осҡос бәләнән һәм бәхетһеҙлектән ҡотолоуҙың ышаныслы юлы – дин тәрбиәһелер. Мәктәптәрҙә уҡыусы бөтә шәкерттәргә һәм әсәләренең күҙ уңында үҫеүсе балаларҙың зиһендәре ирешерлек булғандарына дин тәрбиәһе биреү үә ошо бысраҡ эштән Ҡөрьән Кәримдең ҡәтғи сикләүен аңлатып, күңелдәренә шуны һеңдереүҙер. Был – бер.
    Икенсеһе. Ошо зарарлы эштә аталар үҙҙәренең ғәзиз балаларына, ағайҙар үҙҙәренең туғандарына өлгө булмаҫҡа тейеш. Һәр хәлдә, ошо йоғошло ауырыу артынан тейешһеҙ урындарҙа үә боҙоҡ кешеләр менән йөрөп, ҡатын-ҡыҙҙы ут йоттороп ултырыуҙан бөтә тырышлыҡ менән һаҡланыу үә саҡрымдарса алыҫ булыу кәрәк.
    Өсөнсөһө. Һәр бер ата үә әсәнең үҙҙәренең аң кергән үә аңларлыҡ булған балаларына иҫерткестең бысраҡ нәмә икәнлеген үә шуға эйәреүселәрҙең түҙә алмай торған ауырыуҙарға юлы-ғыуҙарын, өҫтәүенә иҫерткес эсеүсе-ләрҙең ғүмерҙәре ҡыҫҡа, үкенесле булыуын һөйләүҙәре үә күңелдәренә һеңдереп тәрбиәләүҙәре кәрәк.
    Дүртенсеһе. Ғилемдәре булған үә әҫәрле рәүештә һүҙ һөйләй белгән кешеләрҙең, бигерәк тә дин хеҙмәтселәренең мөнбәрҙәрҙә, михрабтарҙа был турала ихластан үә Ислам диненә хеҙмәт итеү ниәте менән нәсихәттәрен дауам итеүҙәре, йомшаҡ үә мөләйем ҡиәфәттә һөйләүҙәре кәрәк.
    Бишенсеһе. Ҡарт кешеләр йәштәргә... иҫерткес эсеү арҡаһында килгән хәсрәттәр үә ҡазалар, ғаиләләре дусар булған мәшәҡәттәр тураһында һәр саҡ һөйләп үә вазифаларҙы күҙгә күрһәтеп, асыҡ аңлатып торорға тейештәр.
    Алтынсыһы. Ҡатындар был эштән тыйылыу өсөн үҙҙәренең ирҙәрен һәр ваҡыт димләргә үә уларҙың күңелдәрен ҡайтарырға, мөбах булған эштәр менән күңелдәрен йыуатыу сараларын күрергә тейештәр, ниндәй генә ғәйрәтле үә баһадир булмаһындар, алдан күреүсән, йомшаҡ һүҙле ҡатындарының һүҙҙәрен то-торға үә уларҙың теләктәрен башҡарырға мәжбүрҙәр үә буйһондоролғандар.
    ...Өммәт үә милләт ғаиләләрҙән йыйыла. Һәр бер ғаилә үҙен төҙәтергә тырышһа үә дөрөҫ юлдар менән йөрөргә күңел ҡуйһа, күңелле маҡсаттарға ирешерҙәр үә төҙәлерҙәр. Ғаиләләрҙең төҙәлеүе милләт төҙәлеүелер...»
    Ризаитдин Фәхретдинов был юлдарҙы яҙғанда башҡорт менән татар араһында эскелек киң таралмаған булған әле. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, мәғрифәтсе хәүефләнеп, киләсәк быуынды шайтан һыуының нимәгә алып барасағы тураһында иҫкәрткән.
    «... Башҡорт халҡы үҙе иҫерткес эсеү менән бәхетһеҙлеккә эләккән булыуы өҫтөнә, ҡатындарын да шул боҙоҡ эшкә өйрәткән. Инде ҡыҙҙарына нәүбәт еткән... Бындай милләттәрҙең юҡҡа сығыу менән хөкөм ителеүҙәре һы-налған... Бындай ҡыҙҙар бер егеткә иптәш үә балаларға әсә булғандан һуң ирҙәрен изге эштәргә нисек итеп ҡыҙҙырып тоторҙар үә балаларына ниндәй тәрбиә бирерҙәр... Бәхетһеҙ ҡәүем!..»
    Барыһын да иҫәпкә алып, ошондай һөҙөмтәгә килергә мөмкин: бөгөн хәмер менән мауыҡҡандарға табипҡа күренеү, унан кәңәш алыу – мотлаҡ нәмә. Ләкин шуныһы, һуңғы ваҡытта тәмәке тар-тыуҙан, араҡы эсеүҙән «дауалаусылар» күбәйеп китте. Шуға ла белемле, тәжрибәле наркологтарға күренеү мөһим. Мәҫәлән, Өфөлә Пушкин урамындағы 19-сы йортта урынлашҡан Республика наркология диспансеры табиптарына.

    Йомғаҡлау һүҙе

    Алкоголь – Рәсәйҙә рәсми рәүештә танылмаһа ла, халыҡҡа рәсми рәүештә һатырға рөхсәт ителгән наркотик. Сөнки ул кешенең психикаһына кире йоғонто яһай. Алкоголь психотроп ҡорал һымаҡ: араҡы эскән бәндәне программалаған кеүек төрлө ҡиәфәткә индереп була, уның аңы тулыһынса араҡы шауҡымына буйһона, уға балалары ла, ғаиләһе лә, ата-әсәһе лә кәрәкмәй. Эскән кешене йәберләргә лә, теләһә ниндәй ҡара эштәр ҡушырға ла, араҡы хаҡына эшләтергә лә мөмкин. Ул – һәр саҡ буйһоноусан, һәр саҡ ғәйепле.
    Бына ошолар тураһында уйланыу, саң ҡағыу мөһим бөгөн. Сөнки эскелек бер ғаиләнең генә бәләһе түгел, тотош йәмғиәтебеҙҙе солғап алған афәт.
    Ҡыҫҡаһы, Сочиҙағы кәңәшмә күңелдәрҙә өмөт осҡондары уятты.

    Рәлис УРАҘҒОЛОВ.
    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ғазап сигеүсе
  • «Беҙҙән дә күберәк береһе ле эсм& ...
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ: Ир балалар өсөн нәсихә ...
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru