Дан хеҙмәттә яулана.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һынамыш
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Бәхетле инәй
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 2020 йылда пенсия 25 мең һум булырмы? Яңылыҡтар » Иғтибар
    Чиновниктар хаҡлы ялға сы­ғыуҙы үҙ иркебеҙ менән кисектертергә уйлай

    Юҡ, пенсия йәшен күтәрмәйәсәктәр. РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығында башҡа юл уйлап тапҡандар: пенсияның страховка өлөшөнөң күләме хеҙмәт стажына бәйле буласаҡ. Оҙағыраҡ эшләгән һайын пенсия ла күберәк буласаҡ. Уның ҡарауы, 2020 йылдан егәрлеләр ҡарт көнөндә ай һайын 25,5 мең һум пенсия аласаҡ!
    Һуңғы йылдарҙа телдән төшмәгән пенсия реформаһы һаман хәл ителмәй. Бер йыл элек министрлыҡтың яңы етәксеһе итеп тәғәйенләнгән Татьяна Голиковаға өмөт бағланғайны. Яңыраҡ пенсия форумында күҙалланған реформаны ул асыҡ һүрәтләп бирҙе.
    Эксперттар раҫлауынса, пенсия реформаһы барыбер үткәреләсәк, юғиһә был системалағы проблема­ларҙы хәл итеп булмаясаҡ. Пенсия фонды бюджетында барлыҡҡа килгән «тишек» һаман ҙурая, хаҡлы ялға сы­ғыусылар һаны арта, ә эшләүселәр армияһы сафы кәмей бара. Шуға күрә лә Татьяна Голикова кешеләрҙе нисек итеп пенсияға һуңыраҡ сығыу менән ҡыҙыҡһындырыу тураһында бәйән итте: пенсияның база өлөшөн страховка өлөшөнә индерергә һәм 2015 йылдан уны хеҙмәт стажына бәйләргә! Әгәр ҙә кеше тейешле минимумды үтәһә, йәғни 30 йыл эшләгән булһа, ул пенсияны тулы күләмдә аласаҡ. Ә пенсия күләме, әйтергә кәрәк, әгәр ҙә бөтә ниәттәр ҙә тормошҡа ашһа, оһо-һо! Мәҫәлән, 2012 йылда хеҙмәт пенсияһы 11 мең һум тиерлек тәшкил итәсәк, ә 2020 йылға иһә ул, бирһен Хоҙай, 25,5 мең һумға күтәреләсәк!
    Әгәр ҙә кешенең хеҙмәт стажына бер генә йыл етмәһә лә, был сумманан – 3, ике йыл етмәһә, 6 процент түләп еткермәйәсәктәр. Һәм артабан һәр йыл өсөн – 3-әр процент. Хеҙмәт стажы 30 йылдан да ашҡандарҙың хәле тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ: пенсионерға, киреһенсә, һәр артыҡ йылы өсөн 6 процент өҫтәмә түләнәсәк.
    Татьяна Голикова фекеренсә, пенсия ошо рәүешле түләнә башлаһа, кешегә пенсияға сығыу йәшен арттырыуҙың кәрәге ҡалмаясаҡ – кеше үҙе үк, пенсияға сыҡмайынса, эшләүен дауам итеү яғын ҡараясаҡ. Министр һүҙҙәренсә, әле граждандарҙың уртаса 30 проценты пенсияға сыҡҡас та эшләүен дауам итә. Ә йәш пенсио­нерҙар араһында был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ – 80 – 90 процент. Сөнки шундай хоҡуҡ бирелгән: пенсия ғына түгел, ә эш хаҡын да ала улар. Өҫтәүенә, киләһе йылда ғәмәлгә инәсәк ирекле пенсия тупланмаһын өҫтәмә финанслау программаһына ярашлы, эшләп йөрөүсе пенсионерҙар йылына 48 мең һумлыҡ дәүләт субсидияһына иҫәп тота ала.
    Көн тәртибенән пенсия тәьминәтенең страховка принциптарына күсеү ҙә алынмаған.
    – 2010 йылдың 1 ғинуарынан пенсия системаһы һалым принцибынан страховка принцибына күсмәксе. Шулай итеп, пенсия системаһы баҙар иҡтисадына яраҡлашҡан булырға һәм үҙ сығанаҡтары үҙенә етерлек, йәғни бюджеттан аҡса көтөп ултырмаҫлыҡ булырға тейеш, – тип белдерҙе форумда вице-премьер Александр Жуков.
    Әлеге хәбәр бер ҙә яңылыҡ түгел – был турала Татьяна Голикова октябрь ултырышында уҡ һөйләгәйне: 2010 йылдың 1 ғинуарынан берҙәм социаль һалымды страховка түләүҙәренә алмаштырырға тәҡдим иткәйне. Ошо ваҡыттан алып эш биреүселәр мотлаҡ пенсия страховкаһына хеҙмәт­кәрҙең йыллыҡ эш хаҡының 26 процентын күсереп барасаҡ. Әгәр ҙә кешенең йыллыҡ эш хаҡы 415 мең һумдан ашыу килеп сыҡһа, страховка иғәнәләре түләнмәйәсәк.
    Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, көрсөк тигәнең был өмөттәрҙе селпәрәмә килтерҙе. Бюджеттың бындай реформаға көсө етмәй.
    25 мең һумлыҡ пенсияға юл, йәмәғәт, шулай итеп, бик оҙон һәм һикәлтәле булмаҡсы.

    Р. ЙӘНСУРИНА әҙерләне.
    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • 218 МЕҢ кешенең пенсияһы
  • 218 МЕҢ кешенең пенсияһы артасаҡ
  • Индексация көтөлә
  • Хеҙмәт пенсияһы артасаҡ
  • ХАҠЛЫ ЯЛҒА УРТАСА 60 ЙӘШТӘН СЫҒАЛАР
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru