Ҡәҙерле дуҫтар!

«Йәшлек» гәзитенә яҙылыу хаҡы кәмене, һәм ул йәйҙән яңыса, «ҡалынайып», аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбелә 8 битлек, ә шәмбелә 16 битлек булып сығасаҡ.
«Йәшлек»кә хәҙер ике индекс буйынса яҙылырға була: ул өйөгөҙгә аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ – 80148 индексы (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 337 һум 86 тин), шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 278 һум 10 тин), 16414 индексы буйынса яҙыла алаһығыҙ.
(Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: тәүге ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 352 һум 80 тин тәшкил иткәйне).
Хөрмәтле милләттәштәр, зарланмағыҙ көрсөккә – яҙылығыҙ «Йәшлек»кә!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Фотола: Топ-модель Эльвира Хисаева «Баймаҡ» халыҡ һөнәрселек үҙәге бүләк иткән костюмда.