Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Ҡыҙҙар өсөн генә...
» Йәнгә дауа һәр һүҙе
» Бер юлы ике лагерь
» Яңғыраһын ҡурай моңдары
» Рухи ҡиммәттәр иленә сәйәхәт
» Бойороҡҡа ҡул ҡуйылды



Кроссворд, посвященный журналу Акбузат на башкирском языке Яңылыҡтар » Конкурстар

Кроссворд, посвященный журналу Акбузат на башкирском языкеКроссворд, посвященный журналу Акбузат на башкирском языке.
авторы: admin | 28 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Башҡортса кроссворд Яңылыҡтар » Конкурстар

Башҡортса кроссворд Горизонталь буйынса: 5. Математик һорау. 6. Им менән кешегә йәки тәбиғәткә үҙе теләгәнсә тәьҫир итеүсе кеше. 10. Ярыш уйындарындағы отошто һанау берәмеге. 11. Ағастан соҡоп яһалған ҡапҡаслы, баулы һауыт. 12. Күкшел һарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло, «иҫертә» торған еҫле үлән. 15. Был айҙа ҡаты hыуыҡтар булhа, июлдә бал ҡорттары өсөн яҡшы була. 16. Йоҡа күндән тегелгән йомшаҡ табанлы, оҙон ҡуныслы үксәһеҙ аяҡ кейеме. 18. Үҙеңде өҫтөн һиҙеү тойғоһо һәм шунан килгән һауалы ҡараш. 19. Дәрәжә, яҡшы исем, абруй. 20.
авторы: admin | 16 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Гүзәл заттар һынау тота Яңылыҡтар » Конкурстар

Башҡортостандың баш ҡа­лаһында тәүге тапҡыр «Бизнес-леди-Өфө – 2010» конкурсы старт ала.
Ойоштороусылар ғаризалар ҡабул итә башланы, ул 21 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Конкурс этаптарға бүленгән. Һәр этап үҙенсәкле. Беренсе этап ғаризалар ҡабул итеү, эксперт баһалары буйынса (рейтинг методы) һайлап алыуҙан торһа, башҡа этаптарҙа ҡатнашыусыларҙан журналистарҙың интервью алы­уы, ҡатнашыусыларҙы номинациялар буйынса баһалау һәм иң һуңғыһында, 17 ноябрҙә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы билдәләнгән.
авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Кемдең сайты иң яҡшыһы булыр? Яңылыҡтар » Конкурстар

«Интернет – Ишембай – 2010» конкурсы ҡаланың 70 йыллығына арнала һәм глобаль селтәрҙә иң яҡшы сайттарҙы популярлаштырыуға һәм уларға ярҙам итеүгә, дәүләт, йәмәғәт ойошмаларын һәм бизнес-берекмәләрҙең иғтибарын «бөтә донъя селтәре»нең мөмкинлектәренә йәлеп итеүгә, халыҡ хужалығы, мәғариф һәм бизнестың төрлө тармаҡтарына заманса интернет-технологиялар индереүгә йүнәлтелгән. Ғариза­лар ҡабул итеү саҡ башланған, ә 12 ҡатнашыусы әле үк призлы урындарға дәғүә итә.
Конкурста нефтселәр ҡалаһы тураһында көнүҙәк тарихи, мәҙәни, фәнни, күңел асыу, спорт, мәғариф, эш менән бәйле мәғлүмәттәр урынлаштырылған сайттар ҡатнаша ала.
авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
һин йәшә генә, әсәй... Яңылыҡтар » Конкурстар

Гәзитебеҙ Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Көйөргәҙе районы хакимиәте һәм Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән берлектә ойошторған Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы дауам итә. Хикәйәләр бирегеҙ, беҙ яратып уҡыйбыҙ, ти уҡыусыларыбыҙ. Тик әле был эҫелә хикәйә яҙыу түгел, уҡырға яй табып булмай, тип зарланыусылар ҙа барҙыр. Юҡҡа, илһам һәм ҡомар өтөп барған ҡояштан да, ҡаты ҡышҡы селләнән дә өркмәне, хикәйәләр килеп торҙо, килеүен дауам да итә. Шөкөр, әҙәбиәт бүлегенең папкаһы төрлө райондарҙан килеүсе хикәйәләр менән тулылана бара.
авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Бығаулы ҡояш Яңылыҡтар » Конкурстар

Урал тауҙары араһындағы юлдан бормаланып-бормаланып поезд бара, көнсығышҡа ынтыла. Вагондар бер көйө генә текелдәй. Юҡ, улар текелдәмәй, тыҡылдамай ҙа икән, ә ғәйәт ҙур ауырлыҡтары менән дыңҡылдай. Гүйә, һәр вагонға кемдеңдер ауыр ҡайғыһын төйәгәндәр.
Купела дүрт кеше. Һикелә ятҡан егеттең йөҙө тәҙрәнән төшкән уттар яҡтыһында күренеп-күренеп ҡала. Йәш кеше, әммә сырайында, әйтерһең, йөҙ йәшлек ҡарт күргән михнәт, борсолоу һыҙаттары. Кеше йөҙө ғәжәп бер тәбиғәт йомағы: бер ниндәй ҙә йыйырсыҡ юҡ, бер генә аҡ сәс бөртөгө лә күренмәй, ә бына бахырҙың бик ныҡ таушалған, йонсоған булыуы ярылып ята. Күңел сире ана шулай сырайға сыға икән.
авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Мөң һәм ысын таланттар байрамы Яңылыҡтар » Конкурстар

Мөң һәм ысын таланттар байрамы
Октябрьский ҡалаһында ошо көндәрҙә үткән Ҡурай байрамында ике йөҙҙән ашыу ҡурайсы катнашты.
Республика кимәлендә ойошторолған сара быйыл юбилейын билдәләй – унынсы тапҡыр бөтә ҡурайсыларҙы туплай. Халыҡ араһында йылдан-йыл популярлаша барған ҙур сара унда бәйге тотоусылар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә мөһим һәм әһәмиәтле. Бәйгелә ҡатнашыусылар уйнаған көйҙөң тарихын да һөйләп үтә. Ғөмүмән, сәхнәгә сыҡҡан һәр кем башҡорт милли көйҙәрен, йырҙарын, уларҙың тарихын яҡшы белергә тейеш. Шуға ла был ярышта таланттарҙың ҡурай уйнау һәләте генә түгел, тыуған еребеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен белеүе лә баһалана.
авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 ... 31 32 33  >>  Киләһе бит
Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru