Йәне барҙың йүне бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Әрме – 2008
  • [b]Берҙәмлек һәм рух тәрбиәләне[/b]
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кемдәр «Йәшлек» – фараз» еңеүселәре? Яңылыҡтар » Конкурстар
    «Йәшлек» – фараз» конкурсы тамамланды. Редакция үҙенең тоғро уҡыусыларынан 500-ҙән ашыу хат алды.
    Бәйгенең шарттары ябай ғына: хат аша редакцияға «Йәшлек» гәзитенә киләhе ярты йылға яҙылыу тураhында квитанция hәм гәзиттең икенсе яртыhына күпме кеше яҙыласағын фаразлаған купон ебәреү шарт ине. Һеҙҙән килгән хаттарҙан күренеүенсә, уҡыусыларыбыҙҙың күбеhе 19 мең дананы билдәләгән. 30 проценты – 21 мең, 20 проценты 18 мең данала туҡталған, 25 – 50 мең «оптимистик» тиражды биреүселәр ҙә бар. Әммә 17 мең дананы фаразлаған купондар ни бары 12 генә булып сыҡты.
    Билдәле булыуынса, икенсе ярты йыллыҡта «Йәшлек» 17 324 дана менән баҫыла.
    Шулай итеп, бына улар еңеүселәр: 17432 һанын яҙып ебәреүсе – Баймаҡ районының Ярат ауылынан Илгиз Йәнбирҙин. Ул 3 мең hум аҡса менән бүләкләнә.
    17151 тиражды биреүсе Хәйбулла районының Fәлиәхмәт ауылынан Миңhылыу Ишемғолова бүләккә 2 мең hум аласаҡ.
    Иглин районының Сыбаҡай ауылынан Венера Кәримова 17500 тиражды билдәләгән. Уға ла 2 мең hум аҡса тапшырыласаҡ.
    Бына нимә тип яҙа үҙенең хатында Венера Таштимер ҡыҙы:
    «Тиражығыҙҙы кәметеп күрhәткәнгә асыуланмағыҙ. Тик ауыл ерендә йәшәүсе булараҡ, аҙыҡ-түлеккә артҡан хаҡ нисек ауылда йәшәүселәрҙең кеҫәhенә hуғыуын күреп-белеп йөрөйөм.
    Ә ауылда етештерелгән аҙыҡ-түлеккә хаҡ артманы. Итте лә, hөт-ҡатыҡты ла ярты хаҡтан да түбән хаҡҡа hатырға мәжбүрбеҙ. Шуға күрә аҡса яғы ауыл ерендә шәптән түгел. Тиражығыҙ кәмер, моғайын», – тигән ул.
    Учалы районының Иҫтамғол ауылынан Әҙилә Fәйетҡолова, әйткәндәй ул былтыр ҙа беҙҙең еңеүсе булғайны, Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылынан Fәйнизар Уразбахтина, Туймазы районының Булат ауылынан Фәрүәз Мансуров 1-әр мең hум аҡса менән бүләкләнә.
    Беҙҙең гәзиткә икенсе ярты йыллыҡта ла тоғро ҡалған, баҫмаға яҙылыусылар hанын яҡынса дөрөҫ итеп фаразлаған еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
    авторы: Нур | 5 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Һеҙ – беҙгә, ә беҙ – һеҙг&# ...
  • Йәшлек-фаразда хатта Төмәндәрҙә ҡ ...
  • Ятып ҡалма - атып ҡал!
  • Оптимистарҙа ҡунаҡта
  • «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашығыҙ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru