Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Евровидениеға бер аҙым Яңылыҡтар » Конкурстар
    Әхирәттәр төркөмө Евровидение – 2009 балалар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурсының финал концертында сығыш яһаясаҡ

    Дүрт һөйкөмлө ҡыҙҙан торған Әхирәттәр төркөмө әлеге көндә, бөтә тырышлығын һалып, финал концертына әҙерләнә. Улар менән иң яҡшы стилистар, хореографтар эшләй, ә йәш йырсыларға вокал серҙәрен был конкурста Рәсәйҙе яҡлап сығыш яһаусы тәүге конкурсантка Маша Кац өйрәтә.
    Әйткәндәй, өс йыл дауамында тәүге тапҡыр республикабыҙҙың йәш таланттарына һайлап алыу этабының финалына сығыу бәхете йылмайҙы. Был һөҙөмтәгә өлгәшкән Мәләүез ҡалаһы ҡыҙҙары заманса эшкәртеүҙәге Башҡортостан йырын башҡарасаҡ. Әхирәттәр Киев ҡалаһында уҙасаҡ Евровидение – 2009 конкурсында Рәсәй намыҫын яҡлай алырмы? Уныһын иртәгә урындағы ваҡыт менән киске сәғәт ун икенсе яртыла Рәсәй телеканалынан ҡарап беләсәкбеҙ. 12 һаны аҫтында сығыш яһаясаҡ ҡыҙҙарыбыҙ өсөн тауыш та бирергә мөмкин. Бының өсөн трансляция мәлендә экранда күрһәтелгән номерға смс-хәбәр ебәрергә кәрәк буласаҡ.
    – Ксения, Дарина, Карина һәм Александра Башҡортостан йырын ике телдә башҡарасаҡ: ике куплетын – башҡорт, береһен рус телендә. Ҡыҙҙар ҡыҙыл төҫтәге милли кейемдәрҙә сығыш яһаясаҡ, – тине төркөмдөң етәксеһе Ирина Анисимова. – Йырыбыҙ Мәскәү жюрийына бик оҡшаны. Улар беҙҙән сығышыбыҙҙың концепцияһын үҙгәртеүҙе лә талап итмәне. Ә бит башҡа ҡатнашыусыларға яңы костюмдар тегергә лә тура килде.
    Әхирәттәрҙең финал концертында лайыҡлы сығыш яһап, еңеүгә өлгәшеүен теләйек, дуҫтар! Хәйер, ҡыҙҙарыбыҙ һынатмаҫ. Улар бит былтыр Болгарияла үткән халыҡ-ара конкурста тәүге урынды яулап ҡайтҡайны.
    А. ИСМӘҒИЛЕВ.
    авторы: Нур | 30 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Гран-при – Стәрлебаш бөркөттәренд&# ...
  • Янылыктар
  • Йәш ғаиләләр өсөн тура бә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru