Аҡрын барһаң, алыҫ китерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кеше күңелен дауалаусы Яңылыҡтар » Конкурстар
    ЗӨлфиәнеҢ: «Башта табип булырға хыялланғайным. Яҙмыш Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлеге менән бәйләне. Кеше күңелен дауалаусы һөнәрҙе үҙләштерҙем», – тип һөйләгәне иҫтә ҡалған. Кеше күңелен дауалаусы... Был, ысынлап та, шулайҙыр, сөнки ул күңел йылыһы һалынған тапшырыуҙарын һәр тың-лаусының йөрәк түренә илтә. Тыңлаусылары, уға ышанып, сер бүлешә, кәңәшләшә. Зөлфиә Рәхмәтуллина әҙер-ләгән «Йылы усаҡ», «Ғаиләм – ҡәлғәм», «Тормош асылы» һәм башҡа тапшырыуҙарҙа ябай кешеләрҙең эске донъяһы, кисерештәре сағыла. Улар рухи-әхлаҡи, тәрбиәүи йүнәлешкә ҡоролған.
    Зөлфиә Рәхмәтуллинаға төплө фекер йөрөтөү, донъяға фәлсәфәүи ҡарау, көслө ихтыярлы булыу кеүек һыҙаттар хас. Радионан тыш, хеҙмәттәшебеҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Төш алдынан» интенсив программаһын да алып бара. Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына арналған «Еңеү һалдаттары» очерктар йыйынтығын сығарыуы Зөлфиәнең эшенә булған һөйөүен тағы бер ҡат иҫбатлай. Тап ошо хеҙмәте өсөн ул мәртәбәле премияға тәҡдим ителде лә.
    З. Рәхмәтуллина һәр ваҡыт эҙләнеү юлында, яңы идеяларын тапшырыуҙарында уңышлы файҙалана. Уның исеме киң мәғлүмәт саралары араһындағы бәйгеләрҙә билдәләнеп тора: Ғаиләне социаль яҡлау йылындағы сараларҙы яҡтыртыуға арналған тапшырыуҙары республика кимәлендә ойошторолған конкурста лайыҡлы беренсе урынды алды.
    Зөлфиә Рәхмәтуллина – бәхетле кеше. Яратҡан эше бар, уны аңлаған тормош иптәше янында, донъя йәме – ҡыҙы, Миләүшәһе, үҫеп килә. Һәр уңыш кешегә булған мөнәсәбәттән, тиҙәр. Коллегабыҙҙың радиотулҡындар аша тыңлаусыларына күтәренке кәйеф бүләк итеүенә ҡарап та һығымта яһарға мөмкин.
    Беҙ, уның хеҙ-мәттәштәре, шулай уҡ тотош республика тыңлаусылары һәм тамашасылары Зөлфиә Рәхмәтуллинаға мәртәбәле бүләк биреләсәгенә ышанабыҙ.

    Азамат НУРИЕВ, «Башҡортостан» радиоһы журналисы:
    – Коллегам Зөлфиә Рәхмәтуллинаның Шәйехзада Бабич премияһына тәҡдим ителеүе хаҡында ишетеү – минең өсөн икеләтә ҡыуаныс. Уның хаҡында, һәр яҡлап талантлы шәхес һәм ҡыйыу журналист, тип ышаныс менән әйтә алам. Һәр теманы яңыса асып, көтөлмәгән юҫыҡта күрһәтә белеүе, үҙенең профессиональ бурысын һәр саҡ намыҫ менән үтәүе бергә эшләгән хеҙмәттәштәрендә тик һоҡланыу хисе генә уята. Шуға ла уның яҙма тапшырыуҙарын, тура эфирҙарын радио тыңлаусыларыбыҙ йотлоғоп тыңлай, тиһәм, хаталанмаҫмын.
    Ләкин Зөлфиә радио менән генә сикләнмәй, телевидение өлкәһендә лә ижади ҡеүәһен үҫтерә. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хаҡындағы тетрәндергес ваҡиғаларҙың шаһиттарының шәхси хәтирәләре нигеҙендә ижад ителгән китабын ҡулға алып, бер тында уҡып сыҡҡас, коллегам Зөлфиә Рәхмәтуллинаның ижадына ҡарата хөрмәтем тағы ла артты. Сөнки аяуһыҙ ваҡыт арабыҙҙан бер-бер артлы алып торған ошо яугирҙарыбыҙҙың иҫтәлектәрен йыйып ҡалыу, уларҙы үҫеп килеүсе быуындарға еткереү ошо өлкәлә эшләгән һәр журналистың мөҡәддәс бурысылыр, тип иҫәпләйем. Зөлфиә был тәңгәлдә лә үҙенең ысын һөнәр эйәһе булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. Уға ирешелгәндәрҙә туҡтамай, артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр яулауын теләге килә.
    Барлыҡ йәш хеҙмәттәштәре исеменән –
    Әлфиә ШӘЙБӘКОВА.
    авторы: Нур | 6 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Ашҡаҙар» – моңло радио
  • Бөйөк шағир рухына бағышлап
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дә ...
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • УЛАР БЕҘГӘ ГҮЗӘЛ ИРТӘЛӘР ТЕЛӘЙ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru