Иртә торған ас ҡалмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тимерлектән сыҡтым... Яңылыҡтар » Конкурстар
    Тимерлектән сыҡтым. Сыңҡылдатып
    Ауыр сүкеш иҙҙе, туҡманы.
    Йүгәнләүҙе өнәмәгән йөрәк
    Янып-көйҙө, ҡай саҡ һуҡманы.
    Булат ҡылыс сүрәтенә индем –
    Ҡалай кеүек бөгөлөп төшмәгәс,
    «Етте, сүкеш...», – тиеп алдарына
    Башым эйеп, теҙҙәр сүкмәгәс.

    Яңғыҙ саҡта...
    Яңғыҙ саҡта иләк кеүек эшләй мейе
    Һәм иләнә һәр ғилләһе, һәр бер нейе;
    Кәбәк ҡатыш онло булған фиғелеңдең
    Һүткеләнә, теткеләнә һәр бер ебе.
    Минлегеңде алға һөрөп йәшәгәнгә,
    Юҡҡа-бушҡа яҡындарың рәнйеткәнгә,
    Бергә саҡтың ҡәҙерҙәрен белмәгәнгә
    Үкендерә, үкендерә, үкендерә...
    Он ҡойола, кәбәк ҡала иләктәрҙә,
    Һәм яғыла юшҡын булып йөрәктәргә.
    Ошо мәлдә бәғерҙәргә ауыр була,
    Шуға күрә етмәҫ кәрәк был сиктәргә.

    Ҙур булһаҡ та...
    Ҙур булһаҡ та, бәләкәйбеҙ әле,
    Беҙ уларға һаман балабыҙ.
    Тормош (–) тауҙа ҡаршылыҡтар артһа,
    Кәңәш һорап ишек ҡағабыҙ.
    Ата-әсә күҙе – мөхәббәттең үҙе,
    Бер йырҙамы шулай йырлана?!
    Ошо һөйөү диңгеҙендә йөҙгән
    Бала ғына балҡый, нурлана.
    Ата-әсә һүҙе – ҙур аҡылдың үҙе,
    Көнләшерлек хатта китаптар.
    Был һүҙҙәрем әгәр артыҡ булһа,
    Хоҙай белә – үҙе хисаплар.
    Ата-әсә үҙе – хазиналыр, эйе;
    Беҙ уларға һаман балабыҙ.
    Тормош – тауҙа ҡаршылыҡтар артһа,
    Кәңәш һорап ишек ҡағабыҙ...

    Араларҙы ҡаплай туҙан
    Ҡоштай осаң, саңдай туҙан,
    Тыпырсынып ҡайҙа бараң?
    Күпме генә ашыҡһаң да
    Ғүмер уҙа, ул да туҙа!
    Башта ябай бер таш инең,
    Тора бара баҡыр булдың.
    Унан, күп тә тормайынса,
    Иңгә һалдың көмөш тунды.
    Алтын булдың тора бара,
    Һауаландың, күрмәҫ булдың.
    Йән дуҫтарың саҡырғанда
    Хөрмәт итмәй өйгә шылдың.
    Ҡоштай осаң, саңдай туҙан –
    Һин һаман да донъя ҡыуаң.
    Ошо мәлде файҙаланып,
    Араларҙы ҡаплай туҙан.

    Бер аҙым...
    Саф һөйөүҙән нәфрәттәргә – бер аҙым,
    Зиндан һәм дә элмәккә лә – бер аҙым,
    Түрәлектән түбәнлеккә – бер аҙым,
    Байманлыҡтан фәҡирлеккә – бер аҙым.
    ... Үкенес бик: ғүмерҙәр ҙә – бер аҙым,
    Булһа ине мәғәнәле шул аҙым...

    Башҡорт бул!
    Рәзилгә).
    Башҡортлоҡто нимә әйтеп бирә?
    Милләт йөҙөн ни һуң билдәләй?
    ... Ялпаҡ йөҙ ҙә түгел, ҡыҫыҡ күҙ ҙә түгел,
    Бөҙрә сәс тә түгел... Түгел кәүҙә бик ҙур күбәләй.
    Ысын башҡорт яратырға тейеш
    Илен, телен, халҡы күңелен
    Һәм йәшәргә Урал батыр кеүек,
    Мәңге бөтмәҫ данға күмелеп.
    Мин килгәндә ул йырларға тейеш
    Оҙон һуҙып халыҡ йырҙарын,
    Сәсән булһа башҡорт – тағы яҡшы,
    Әйтеп бирер иле зарҙарын...
    Көй килгәндә ул көйләргә тейеш
    Ил тарихы булған көйҙәрҙе,
    Мәжлестәргә йәм өрөргә тейеш,
    Булһын, әйҙә, маҡтап һөйләрлек.
    Яу килгәндә башҡорт – атылған уҡ,
    Йәшен уты, Урал бөркөтө.
    Күпме яуҙа беҙҙең арыҫландар
    Дошман ғәскәрҙәрен өркөттө?!
    Уралтауҙа тыуһаң, башҡорт бул һин,
    Һоҡлана бел шишмә-телеңә.
    Яҡлаусы бул халҡың яҙмышына
    Һәм ҡалҡан бул Тыуған илеңә!

    Ғәҙел ИШМОРАТОВ.
    Әбйәлил районы.
    авторы: Нур | 30 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡорт бул!
  • «Бында мамонттар йәшәгән –Был ата-бабам иле»
  • Сыңғырлатып ҡына аттар кешнәй, Йондоҙло т ...
  • Рәйес ТҮЛӘК
  • Йөрәк йырым
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru