Кемдең эш көнө күп, шуның ҡулы мул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йылҡысылыҡ – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе Яңылыҡтар » Конкурстар
    Баймаҡта ҡымыҙсыларҙың республика конкурсы үтте
    Йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса республика семинар-кәңәшмәһенең тап Баймаҡта үткәрелеүе тиккә түгел. Район был өлкә буйынса Башҡортостанда иң алдынғы урынды биләй һәм йылдың-йылы йылҡысылыҡҡа, ҡымыҙсылыҡҡа иғтибар арта бара. Был юлы ла оло кәңәшмәгә баймаҡтар ең һыҙғанып әҙерләнде һәм республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған ҡунаҡтарға тармаҡты алдынғы технологиялар нигеҙендә үҫтереү тәжрибәһен күрһәтте.
    Сара район халыҡ ижады үҙәге эргәһендә ҡымыҙ етештереүселәрҙең республика конкурсынан башланды. Быйыл был ярышта Башҡортостандың 32 районынан 42 хужалыҡ ҡатнашты һәм улар комиссияға үҙҙәрендә етештерелгән шифалы эсемлекте тәҡдим итте. Айырыуса Баймаҡ, Хәйбулла, Мәләүез, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Учалы, Дыуан, Йылайыр райондары хужалыҡтары етди әҙерләнгәйне. Баймаҡ районынан ғына ла 11 предприятие ҡымыҙсылары көс һынашты.
    Семинар-кәңәшмәнең пленар өлө-шөнөң эшендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Р. Сәйетов, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Н. Коваленко, Рәсәй тоҡомсолоҡ заводы ассоциацияһының генераль директоры А. Тимченко, ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡты интенсификациялау бүлеге начальнигы Х. Ғәлин, АПК хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз ойошмаһы рәйесе Ф. Шәйхисламов, Өфө йылҡысылыҡ заводы директоры Н. Штенцев, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары ҡатнашты. Унда республиканың малсылыҡ тармағының алты айлыҡ эшенә йомғаҡ яһалды, йылҡысылыҡты үҫтереүҙең перспектив йүнәлештәре билдәләнде.
    Үҙенең тәбрикләү сығышында Рөстәм Сәйетов райондың социаль-иҡтисади тормошона ҡыҫҡаса анализ яһаны, агросәнәғәт комплексын үҫтереү йүнәлешендәге эштәрҙе барланы.
    БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Н. Коваленко республиканың малсылыҡ тармағының эш һөҙөмтәләренә байҡау яһаны. Ул, был өлкә алдында торған бурыстарға туҡталып, әле мөмкин тиклем мал аҙығы әҙерләү, малсылыҡ базаларын ремонтлау мөһим, тип билдәләне.
    – Рәсәйҙә 1 млн 319 мең баш йылҡы иҫәпләнеп, шуның 12,5 проценты Башҡортостанда аҫрала, республика ат һаны буйынса илдә беренсе урынды биләй, – тине һоҡланыуын йәшермәйенсә Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ А. Тимченко. – Тап ошо хайуанға фанаттарса ҡараш арҡаһында йылҡысылыҡ киң үҫеш ала һәм бында республика етәкселегенең хеҙмәте айырыуса ҙур. Әйткәндәй, башҡорт тоҡомло йылҡы Рәсәйҙә юғары баһалана.
    Йылҡысылыҡ тармағының үткән йылғы эш һөҙөмтәләре тигән темаға төплө доклад менән Х. Ғәлин сығыш яһаны. Хәйбулла Хәйрулла улы билдәләүенсә, йылҡысылыҡ бөгөн ауыл хужалығының иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора һәм уны үҫтереүгә Рәсәй, Башҡортостан етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, тибен йылҡысылығына бюджеттан субсидия бирелә – былтыр ул бөтәһе 20 млн һумдан ашыу тәшкил иткән.
    Республикала 160,3 мең баш йылҡы аҫралып, шуның 9013-ө Баймаҡ өлөшөнә тура килә. Бында йылҡы һаны үткән осорға ҡарағанда 18 процентҡа артҡан. Былтыр район хужалыҡтарында һәм шәхси секторҙа 304 тонна ҡымыҙ етештерелгән – был күрһәткес буйынса ла баймаҡтар иң алда килә. Ғөмүмән, тармаҡты үҫтереүҙәге күрһәткестәр насарҙан түгел.
    Ошонда уҡ Николай Анатольевич Баймаҡ халыҡ кәсептәре үҙәгенең башҡарыусы директоры В. Рәхимғоловҡа юғары производство күрһәткестәренә өлгәшкән өсөн БР Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Билдәле булыуынса, был предприятие, милли кейем, тирмәләр, милли музыка ҡоралдары һәм сувенирҙар етештереүҙән тыш, малсылыҡты үҫтереү менән дә шөғөлләнә – йылҡы аҫрай, ҡымыҙ бешә. Бөгөн Баймаҡтың 90 баш йылҡыһы бар, шуның 30-ы – бейә.
    Семинар-кәңәшмәнең пленар өлөшө һуңында ҡымыҙ етештереүселәрҙең республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Был юлы беренсе урынды Мәләүез районының Ергән яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы яуланы һәм I дәрәжә Диплом, Баймаҡ районы хакимиәте әҙерләгән төп призды – йылҡыны эләктерҙе. Баймаҡ районынан Баймаҡ тәжрибә хужалығы икенсе урынға сыҡты һәм II дәрәжә Диплом, һыуытҡыс менән бүләкләнде. Хәйбулланың Степной ауыл хужалығы предприятиеһына өсөнсө урын тәтене, уларға телевизор тапшырылды. Әбйәлил районының Яҡташ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (әбйәлилдәр комиссия ағзаларын милли кейемдә, милли ризыҡтар менән бик матур ҡаршы алды), Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Учалы райондары хужалыҡтары артабанғы урындарҙы бүлеште. Ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы – уларға Баймаҡ районы хакимиәте, БР Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө йылҡысылыҡ заводы һ.б. әҙерләгән ҡиммәтле приздар тапшырылды.
    Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар артабан Сибай ауыл хужалығы кооперативының Татлыбай һәм Кәрешкә, Толпар яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Таналыҡ ауыл хужалығы кооперативының ҡымыҙ етештереү йәйләүҙәрендә булып, баймаҡтарҙың йылҡысылыҡ производствоһын ойоштороуҙағы алдынғы тәжрибәләрен өйрәнде, малсыларҙың йәшәү һәм эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды, Баймаҡ тәжрибә хужалығының бар Башҡортостанға даны таралған спорт арғымаҡ-юртаҡтарын ҡараны. Һуңынан ҡунаҡтар Талҡаҫ шифаханаһына сәйәхәт ҡылды. Райондың Ленин исемендәге, Аҡморон, Салауат исемендәге, Таналыҡ, тәжрибә хужалығы, Йылайыр, Байҡара, Сибай хужалыҡтары йәмле Граф күле буйында тирмә ҡорҙо; халыҡ ижады үҙәге артистары һәм район таланттары ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны.
    – Ошоға тиклем республикала бындай кимәлдәге семинар-кәңәшмә үткәне юҡ ине әле, – тине, сараға юғары баһа биреп, Н. Коваленко, – баймаҡтар уға бик етди әҙерләнгән һәм бының өсөн мин район етәкселегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бөгөн бында өйрәнәһе тәжрибәләр күп булды һәм башҡа райондар ҙа уларҙы үҙҙәрендә тормошҡа ашырһын ине, тигән теләктә ҡалам.
    Йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк: районда йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, һәм баймаҡтар бөгөн тап ошо өлкәгә өҫтөнлөк бирә, яҡшы табыш ала. Бөтә ауыл хужалығы предприятиелары ла ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә, биш хужалыҡ башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса республикала билдәле тоҡомсолоҡ репродукторы булып тора. Үткән йылдан Баймаҡ тәжрибә хужалығы базаһында Аҡъял ипподромы эшләй.
    Ғөмүмән, семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға был юлы өйрәнәһе нәмәләр күп булды, быны танылған йылҡы белгесе, Мәскәү ҡунағы А.Тимченко ла һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә инде ҡымыҙ етештереүселәрҙең киләһе конкурсы Мәләүез ерендә үтәсәк.
    Азамат МӨХӘМӘТШИН.
    Баймаҡ районы.
    авторы: Нур | 23 июля 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Барактың атаһы – Мөбәрәк
  • Йәш ғаиләләр өсөн тура бә ...
  • Төньяҡта хәлдәр нисек?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru