Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Вакцина әҙер, әммә...
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ауылымдың күрке Яңылыҡтар » Конкурстар
    Зифа буйлы, йәшел шәлле
    Олатайҙар иҫтәлеге.
    Берәү килеп тамырҙарын
    Бөгөн тағы киҫкеләне.

    Ауылымдың күрке булды
    Күпме йылдар был ағастар.
    Зәңгәр күккә үрелеп үҫкән
    Аҡ ҡайындар хәҙер юҡтар.

    Йәш ҡыҙ кеүек төҙ ҡайындар
    Теҙелешеп ята ерҙә.
    Әруахтар сыҙашалмай
    Йәш түгәләр ҡара гүрҙә.

    Үҙ ҡайынымдың эҙҙәрен
    Ҡайынлыҡтан эҙләнем.
    Өҙгөләндем мин, туланым,
    Ҡайынҡайым, түҙмәнем.

    Яңғыҙ ҡалған ҡайынымды
    Ҡосоп-ҡосоп иланым.
    «Ни эшләнегеҙ, ни булды, – тип, –
    Бала саҡ ҡайындарым?!»

    Уйға баттым инде тағы,
    Һағындым шул, ҡайындарым.
    Иҫкә төштө сабый сағым –
    Үҙ яныңа һыйындыр һин.


    Һиҙҙермәйсә ғүмер үтә
    Ҡыштар үтеп яҙҙар етте,
    Һиҙҙермәй ғүмер үтә.
    Кемдер илап, кемдер көлөп
    Ғүмер йомғағын һүтә.

    Эй, илай был бахыр болот,
    Бөткәндер сабырлығы.
    Ҡарлы-боҙло ямғыр яуа –
    Донъяның ауырлығы.

    Һыным ҡатып ҡарап торам,
    Илайһың, түгеләһең.
    Яҙҙарҙа ла көҙҙәр еле,
    Шуғамы өҙөләһең?

    Уйға баттым, болотҡайым,
    Хәлдәреңде аңлайым.
    Йәштәр түгәм һинең менән,
    Сабыр итә алмайым!
    Илзирә БАҺАУЕТДИНОВА-БӘШИРОВА.
    Иглин районы,
    Аҡбирҙе ауылы.
    авторы: Нур | 4 августа 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Дауылдар булып туҙындым, Туламаны Ер шары»
  • «...Үткән юлдар барыһы –
  • Үкенес
  • Ҡәләмемде һынап ҡарайым
  • Әскән атайҙарҙың ҡуйын дәфтә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru