Кемдең эш көнө күп, шуның ҡулы мул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Журналист шәберәк йүгерәме, әртистме? Яңылыҡтар » Конкурстар
    Журналист шәберәк йүгерәме, әртистме?Өфөнөң «Динамо» стадионында ойоштороласаҡ «Йондоҙ»ло футбол» ярышына әҙерлек алдан уҡ башланды: артистар менән журналистар йыйылып, күнекмәләр ойошторҙо, ныҡлы команда төҙөү өсөн кәңәшләште, йүгерҙе, ҡапҡала туп тоторға ла өйрәнде. Был проектты ойоштороусылар – «Туған тел» телеканалы, «Моң» студияһы, «Динамо» стадионы.
    Уйынды алып барыусылар командалар менән таныштыра башлағас та күңелгә йылы инде. Фидан Ғафаров артистар командаһының баш тренеры икән. Тимәк, ул «Динамо» стадионына туп тибергә сыҡмай! Тренермы, бағыусымы – уныһында эш юҡ, минең өсөн иң мөһиме – Фидан ағай типкән туп ҡапҡанан ситкә осмаһын, быныһын кисереүе ауыр булыр төҫлө.
    «Иң мөһиме – еңеү түгел, уйында ҡатнашыу» тиһәләр ҙә, күңел барыбер ҙә журналистар командаһының еңеүен теләй. Коллегаларыбыҙҙың командаһы елле генә – баш тренер итеп билдәле спорт комментаторы Максим Балобанов һайланған, ә капитан – «Рәсәй» каналында сыҡҡан «Вести – Башкортостан. События недели» программаһының етәксеһе Рөстәм Зарафетдинов. Шулай уҡ «Юлдаш» радио каналы, «Аҙна» гәзите журналистары, республикабыҙҙың радиотапшырыуҙар алып барыусылары, телевидение вәкилдәре тупланған. Команданың исеме лә хәтәр – «Бөркөттәр».

    Ә инде «Йондоҙҙар» командаһында артистарҙан Ғәзим Ильясов, Радик Динәхмәтов, Азамат Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Сәғиҙулла Байегет һәм башҡа йырсылар футбол яланына сыҡты. Ике яҡ та ентекле әҙерләнгән, шоу түгел, ысын футбол күрһәтергә йыйыныуҙары шундуҡ аңлашылып тора. Команданың капитаны Айҙар Ғәлимов ныҡ ҡына тулҡынлана, шулай ҙа көйәрмәндәргә ҡарап ҡул болғап алырға ла онотмай.

    Журналист шәберәк йүгерәме, әртистме?Уйын башланып та өлгөрмәне – журналистар бер гол индереп тә ҡуйҙы! Рәхәт булып китте, ә Фидан Ғафаров үҙенең күптәрҙе әсир иткән ғорур һыны менән, башын юғары тотоп, тегеләй ҙә былай йөрөй башланы. Уйын ҡыҙа бара, тамашасылар ҙа тупты үҙҙәре тибеп индерерҙәй булып шаулаша, яна-көйә. Жур­налистарҙың ҡапҡаһын һәйбәт һаҡлайҙар, күңел тыныс.

    Һай, афарин! «Бөр­көттәр» икенсе голды ла оҙаҡ көттөрмәне. Ҡап­ҡала тороусы Ғәзим Ильясов аптырана башланы шикелле, шуға ла уны Радик Динәхмәтов ал­маш­тырҙы. Тик был беҙҙең файҙаға булманы – баҡтиһәң, ул бик шәп ҡапҡасы икән. Етмәһә, торған урынында ғына сыҙамай, сығып-сығып, тупты типкеләп тә ала. Шуға үҙе арып китеп, ҡапҡаға таянып тиерлек тора башла­һа ла, «мах» бирмәй. Ай-һай, журна­лис­тарҙың «Бөркөттәр» ко­манда­һына эш ауы­­рай­ҙы бит.
    Шулай ҙа ныҡ, «эт ти­реле» халыҡ икән «дүртен­се власть» вәкилдәре – береһе лә футбол яланында йығылып ятып, ко­манданың «баш табибы» Хәниә Фәр­хигә эш өҫтәмәне. Ә бына йырсыларыбыҙ әленән-әле медицина ярҙамына мөрәжәғәт итте. Сәғиҙулла Бай­егетте «Һылыуҡай» студияһы ҡыҙҙары (шәфҡәт туташтары тип әйтергә лә мөмкиндер инде) яһалма һулыш та алдырҙы, БСТ каналында «Са­лауат Юлаев» хоккей командаһы комментаторы Азамат Мора­тов йырсының аяҡтарына массаж да яһаны. Башҡа йырсылар ҙа йығылып-йығы­лып, бәлә һал­ды. Был «шың­шыу»ҙарҙың күбеһе шаярыу ҡатыш булды шикелле. Ике команда араһында төрткөләшеүҙәр ҙә булмай ҡалманы, ярай әле Фидан ағай Ғафаров бар – бер ҡарашы менән генә тынысландырҙы тегеләрҙе.

    Шәп булды футбол. Әле журналис­тар гол индерә, әле артистар беҙҙең ҡапҡаға һөжүм итә, әле ҡыуанаһың, әле көйәһең. Етмәһә, артистар өсөн сит ил ҡунағы ла уйнай башланы (һуңынан сәхнәгә сыҡҡас күрҙек – «ҡара малай» оҫта бейей икән). Уйынсылар ысын күңелдән ярышһа, тамашаны ҡарап ултырыусылар өсөн рәхәтләнеп ял итерлек байрам-шоу булды. «Йондоҙҙар» «Бөркөттәр»ҙе саҡ ҡына артта ҡалдырып еңде. Ә инде «Йондоҙ»ло футбол»ды сәхнә «йондоҙ»ҙары – башҡорт һәм татар эстрадаһы артистары дауам итте, рәхәтләнеп бейеп ҡыуандыҡ. Ҡыҫҡаһы, шәп проект булды был, артабан да дауам итһен, тип кенә өҫтәргә ҡала.

    Лилиә СИРАЕВА.
    Юлай КӘРИМОВ фотолары.

    Фотоларҙы беҙҙең галереянан ҡарарға була!

    http://www.yeshlek-gazeta.ru/gallery/meropriatia/
    авторы: admin | 13 сентября 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Алыш Уйында ҡатнашыусы күҙлегенән
  • Уҡыусылар әҙер, ә журналистар?
  • Швеция боҙон һынаны
  • Ҙур спорт тирәләй
  • «Аҡыллы туп» хөкөм итеүсегә ярҙамғ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru