Ҡарама кешенең һүҙенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Хужабикәгә кәңәш
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта
  • Сыңғыр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелдәр утә бит Такмактар, Шиғырҙар

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Оҙон көйҙәрен һуҙа.
    Йырлап, уйнап ҡалығыҙ,
    Ғүмер заяға уҙа.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелдәр утә бит Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Яңы йылдың көнөндә
    Әсәй бәпес алып ҡайтҡас,
    Атай шуға һөйөнә,
    «Газель» ҡайта өйөнә.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелдәр утә бит Такмактар, Шиғырҙар

    Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Яңы йылдың көнөндә
    Әсәй бәпес алып ҡайтҡас
    Атай шуға һөйөнә,
    «Газель» ҡайта өйөнә.

    Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
    Яңы йылдың көнөндә -
    Әсәй бәпес алып ҡайтҡас
    Өләсәйем һөйөнә:
    «– Киленем миҙал алыр әле
    Президенттың үҙенән».

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бында «Йәшлек»те көтөп алалар! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Бында «Йәшлек»те көтөп алалар!Дүртөйлө ҡалаһындағы, әкиәттәге хан һарайы кеүек, мөһабәт бинаһы менән күҙҙең яуын алып, үҙенә саҡырып-ылыҡтырып тороусы Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми исемендәге ҡала башҡорт гимназияһы, күптән түгел генә төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, төбәктә милли рухты тәрбиәләү эшендә ғәйәт ҙур урын алып тора, тип билдәләргә була. Етмәһә, гимназияның «Йәшлек» гәзите менән дуҫ булыуы, уны үтә лә яҡын күреүе һәм уҡыусыларҙың алдырып, даими уҡып барыуы маҡтауға ғына лайыҡ. Юҡ, маҡтау ғына аҙ булыр, ҡала башҡорт гимназияһындағы тоғро дуҫтарыбыҙҙың күңелен күрәйек, хеҙмәттәшлек ептәрен нығытайыҡ һәм дуҫлыҡ күперен һалайыҡ, тигән ниәттән матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы сиктәрендә «Йәшлек» гәзите был заманса белем усағы уҡыусылары менән осрашыу ойош­торҙо.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» гәзитенең 2009 йылғы лауреаттары Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Йәшлек» гәзитенең 2009 йылғы лауреаттарыТехника, тиҙлек заманы булһа ла, территорияһы буйынса бер нисә Европа иленә торошло республикабыҙҙы тулыһынса иңләп сығыу мөмкин түгел. Гәзит хәбәрселәренең ҡулы етмәгән ерҙәрҙә йәшәүсе тоғро дуҫтарыбыҙ – штаттан тыш әүҙем хәбәрселәрҙең булыуы эшебеҙҙе ярайһы уҡ еңеләйтә. Ниһайәт, үткән йыл йомғаҡтарын барлағанда, «Йәшлек» гәзите редакцияһы менән былтыр ҙур ихласлыҡ менән бәйләнеш тотҡан авторҙарыбыҙ, профессиональ журналистар араһында иң оҫта ҡәләм эйәләрен билдәләр ваҡыт етте.
    Шулай итеп, «Йәшлек» республика йәштәр гәзите мөхәрририәте редакцияның 2009 йыл өсөн премияһын
    – йыл буйына төрлө темаларға ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙғаны өсөн хаттар бүлеге хәбәрсеһе Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВАҒА;

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡ бәйгеһе Конкурстар, Шиғырҙар

    Таҡмаҡ бәйгеһеҺоҡланып, ғорурланып, хайран ҡалып, көлөүҙән эсебеҙ ҡатып ултырабыҙ әле. Шул тиклем дә халҡыбыҙ талантлы, иҫ киткес йор һүҙле, тәгәрәп китерлек төртмә телле лә инде! «ТАҠМАҠ» бәйгеһен иғлан итеп тә өлгөрмәнек, килеп төштө бер ҡосаҡ хат. Ҡайһы арала ижад итеп өлгөргәндәр ҙә, ҡайһы арала ебәргәндәр тиң уларҙы – һәр береһе бер хазина. Шуға күрә гәзит битендә һәр авторға урын бирергә тырышасаҡбыҙ. Бөгөнгөһөн уҡып, һеҙ ҙә, гәзит уҡыусыбыҙ, беҙ әйткәндәрҙең хаҡ икәненә инана тор. Әйткәндәй, киләһе йыл елле таҡмаҡтар, шәп хикәйәләр, уйландырғыс мәҡәләләр уҡығың килһә, «Йәшлек»кә яҙылырға онотма.
    Бер һүҙ башлағас, «ТАҠМАҠ» бәйгеһенең ике төп шартын иҫкә төшөрөп китәйек әле.
    1. Ҡатнашыусы мотлаҡ «Йәшлек»тең дуҫы бу­лырға, йәғни баҫманы алдырып уҡырға тейеш.
    2. Ике ай һайын яңы тема тәҡдим ителәсәк һәм ҡатнашыусы шул теманан тайпылмаҫҡа бурыслы.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙекеләр һынатмаҫ Конкурстар, Әҙәбиәт

    Беҙҙекеләр һынатмаҫРеспублика уҡыусы йәштәр мәҙәни үҙәгендә «Йәштәр – илебеҙ киләсәге» республика әҙәби эштәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
    Башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй әҙәби эштәр конкурсы сиктәрендә уҙған был ижади бәйге Башҡортостанда иғлан ителгән Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналды.
    Уҡыусыларҙың ижади һәләтен арттырыу, рухи мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында уҙғарылған конкурста республикабыҙҙың 60 башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеһынан 165 әҙәби эш ҡатнашты. Улар жюри тарафынан дүрт номинацияла баһаланды. Конкурстың шартына ярашлы, һәр номинацияла дүртәр еңеүсе билдәләнде.
    Шулай итеп, «Йәштәр һәм сәләмәт тормош» номинацияһында Александр Пастух (Өфө) I урынды яулаһа, «Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында» номинацияһында еңеү Белореттан Любовь Мартемьяноваға йылмайҙы.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙҙән – хикәйә, беҙҙән – бүләк Конкурстар, Хикәйә

    «Йәшлек» республика йәштәр гәзите Башҡортостан Яҙыусы­лар союзы һәм Көйөргәҙе ра­йоны хакимиәте менән берлектә иғлан иткән яҙыусы Рәшит Солтангәрәев исемендәге әҙәби конкурстың ойоштороусылары рәтенә Башҡортостан «Китап» нәшриәте лә ҙур теләк менән ҡушылды. Нәшриәттең генераль директоры Зөфәр Тимербулатов билдәләүенсә, конкурста донъя күргән хикәйәләр киләсәктә айырым китап булып баҫылып сығасаҡ.
    Конкурсыбыҙҙың маҡсаты әүәлгесә – Рәшит Солтангәрәев­тың яҡты иҫтәлеген тағы ла мәңгеләштереү, хикәйә жанрын йәнләндереп ебәреү һәм яңы исемдәр асыу.
    Конкурстың шартына ярашлы, редакциябыҙға килгән бөтә эштәр ҙә ҡарала, әммә тере образдары, һутлы халыҡсан теле, йөрәк йылыһы, фекер һәм хис дөрөҫлөгө менән йәлеп иткәндәре генә гәзиттә баҫылып сығасаҡ. Ҡулъяҙмалар, юл араларын һәм тыныш билдәләрен иҫәпкә алып, 15 – 20 мең билдәнән артмаҫҡа тейеш. Конкурсҡа профессиональ һәм башлап яҙыу­сы­ларҙың беренсе дана әҫәрҙәре ҡабул ителә, йәғни хикәйәләр быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫыл­ған булырға тейеш түгел.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru