Булырҙайҙың - ҡулынан, булмаҫтайҙың - уйынан (билгеле).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Аяҡ һуҙып ултырған.
    Бүләккә ҡоҙа тоҡсайға
    Шором-бором тултырған.

    Ярты метр таҫма һалған,
    Тараҡ һалған биш һумлыҡ.
    Ҡоҙағыйҙың сәсе лә юҡ
    Тарап сәсмәү тағырлыҡ.

    авторы: admin | 7 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Аяғын йәйеп ултыра.
    Берәү яңылыш ҡырын баҫһа,
    Бар ауылға тултыра.

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Бүләк көтөп арыған.
    Зәйнәп, сессия бирәм, тип,
    Йөкмәп китте һарығын.

    авторы: admin | 1 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Моңло гармун һыҙҙыра.
    Йоҡлағандар, күп эскәндәр
    Ғүмерен бушҡа уҙҙыра.

    Яңы йыл кисендә берәү
    Тудый-судый әйләнә.
    Ниндәй йыл килгәнен
    белмәй,
    Һәр кешегә бәйләнә.

    авторы: admin | 28 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    (Иң йәш ҡоҙағыйға)
    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Тәмле төштәрен күрә:
    Имеш, яңы йылдан башлап
    Уның ҡоҙаһы түрә.

    Ҡулда «ҡатырға» булһа ла
    Эш табыуҙары ҡыйын,
    Әлдә әле ҡоҙалар бар –
    Табалар ҙа һуң яйын.

    авторы: admin | 24 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
    Килде бит бына илһам!
    Тас булһа ла алырмын тип,
    Таҡмаҡ яҙып ултырам.

    Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
    Шәп уйҙар килә башҡа.
    Ҙурға өмөт итеп булмай,
    Өмөт итәмен тасҡа.

    авторы: admin | 18 октября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Журналист шәберәк йүгерәме, әртистме? Яңылыҡтар » Конкурстар

    Журналист шәберәк йүгерәме, әртистме?Өфөнөң «Динамо» стадионында ойоштороласаҡ «Йондоҙ»ло футбол» ярышына әҙерлек алдан уҡ башланды: артистар менән журналистар йыйылып, күнекмәләр ойошторҙо, ныҡлы команда төҙөү өсөн кәңәшләште, йүгерҙе, ҡапҡала туп тоторға ла өйрәнде. Был проектты ойоштороусылар – «Туған тел» телеканалы, «Моң» студияһы, «Динамо» стадионы.
    Уйынды алып барыусылар командалар менән таныштыра башлағас та күңелгә йылы инде. Фидан Ғафаров артистар командаһының баш тренеры икән. Тимәк, ул «Динамо» стадионына туп тибергә сыҡмай! Тренермы, бағыусымы – уныһында эш юҡ, минең өсөн иң мөһиме – Фидан ағай типкән туп ҡапҡанан ситкә осмаһын, быныһын кисереүе ауыр булыр төҫлө.
    «Иң мөһиме – еңеү түгел, уйында ҡатнашыу» тиһәләр ҙә, күңел барыбер ҙә журналистар командаһының еңеүен теләй. Коллегаларыбыҙҙың командаһы елле генә – баш тренер итеп билдәле спорт комментаторы Максим Балобанов һайланған, ә капитан – «Рәсәй» каналында сыҡҡан «Вести – Башкортостан.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кроссворд, посвященный журналу Акбузат на башкирском языке Яңылыҡтар » Конкурстар

    Кроссворд, посвященный журналу Акбузат на башкирском языкеКроссворд, посвященный журналу Акбузат на башкирском языке.

    авторы: admin | 28 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортса кроссворд Яңылыҡтар » Конкурстар

    Башҡортса кроссворд Горизонталь буйынса: 5. Математик һорау. 6. Им менән кешегә йәки тәбиғәткә үҙе теләгәнсә тәьҫир итеүсе кеше. 10. Ярыш уйындарындағы отошто һанау берәмеге. 11. Ағастан соҡоп яһалған ҡапҡаслы, баулы һауыт. 12. Күкшел һарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло, «иҫертә» торған еҫле үлән. 15. Был айҙа ҡаты hыуыҡтар булhа, июлдә бал ҡорттары өсөн яҡшы була. 16. Йоҡа күндән тегелгән йомшаҡ табанлы, оҙон ҡуныслы үксәһеҙ аяҡ кейеме. 18. Үҙеңде өҫтөн һиҙеү тойғоһо һәм шунан килгән һауалы ҡараш. 19. Дәрәжә, яҡшы исем, абруй. 20.

    авторы: admin | 16 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru