Йүнһеҙ менән ағас ҡырҡма - өҫтөңә ауҙарыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Гүзәл заттар һынау тота Яңылыҡтар » Конкурстар

    Башҡортостандың баш ҡа­лаһында тәүге тапҡыр «Бизнес-леди-Өфө – 2010» конкурсы старт ала.
    Ойоштороусылар ғаризалар ҡабул итә башланы, ул 21 октябргә тиклем дауам итәсәк.
    Конкурс этаптарға бүленгән. Һәр этап үҙенсәкле. Беренсе этап ғаризалар ҡабул итеү, эксперт баһалары буйынса (рейтинг методы) һайлап алыуҙан торһа, башҡа этаптарҙа ҡатнашыусыларҙан журналистарҙың интервью алы­уы, ҡатнашыусыларҙы номинациялар буйынса баһалау һәм иң һуңғыһында, 17 ноябрҙә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы билдәләнгән.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кемдең сайты иң яҡшыһы булыр? Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Интернет – Ишембай – 2010» конкурсы ҡаланың 70 йыллығына арнала һәм глобаль селтәрҙә иң яҡшы сайттарҙы популярлаштырыуға һәм уларға ярҙам итеүгә, дәүләт, йәмәғәт ойошмаларын һәм бизнес-берекмәләрҙең иғтибарын «бөтә донъя селтәре»нең мөмкинлектәренә йәлеп итеүгә, халыҡ хужалығы, мәғариф һәм бизнестың төрлө тармаҡтарына заманса интернет-технологиялар индереүгә йүнәлтелгән. Ғариза­лар ҡабул итеү саҡ башланған, ә 12 ҡатнашыусы әле үк призлы урындарға дәғүә итә.
    Конкурста нефтселәр ҡалаһы тураһында көнүҙәк тарихи, мәҙәни, фәнни, күңел асыу, спорт, мәғариф, эш менән бәйле мәғлүмәттәр урынлаштырылған сайттар ҡатнаша ала.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    һин йәшә генә, әсәй... Яңылыҡтар » Конкурстар

    Гәзитебеҙ Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Көйөргәҙе районы хакимиәте һәм Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән берлектә ойошторған Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы дауам итә. Хикәйәләр бирегеҙ, беҙ яратып уҡыйбыҙ, ти уҡыусыларыбыҙ. Тик әле был эҫелә хикәйә яҙыу түгел, уҡырға яй табып булмай, тип зарланыусылар ҙа барҙыр. Юҡҡа, илһам һәм ҡомар өтөп барған ҡояштан да, ҡаты ҡышҡы селләнән дә өркмәне, хикәйәләр килеп торҙо, килеүен дауам да итә. Шөкөр, әҙәбиәт бүлегенең папкаһы төрлө райондарҙан килеүсе хикәйәләр менән тулылана бара.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бығаулы ҡояш Яңылыҡтар » Конкурстар

    Урал тауҙары араһындағы юлдан бормаланып-бормаланып поезд бара, көнсығышҡа ынтыла. Вагондар бер көйө генә текелдәй. Юҡ, улар текелдәмәй, тыҡылдамай ҙа икән, ә ғәйәт ҙур ауырлыҡтары менән дыңҡылдай. Гүйә, һәр вагонға кемдеңдер ауыр ҡайғыһын төйәгәндәр.
    Купела дүрт кеше. Һикелә ятҡан егеттең йөҙө тәҙрәнән төшкән уттар яҡтыһында күренеп-күренеп ҡала. Йәш кеше, әммә сырайында, әйтерһең, йөҙ йәшлек ҡарт күргән михнәт, борсолоу һыҙаттары. Кеше йөҙө ғәжәп бер тәбиғәт йомағы: бер ниндәй ҙә йыйырсыҡ юҡ, бер генә аҡ сәс бөртөгө лә күренмәй, ә бына бахырҙың бик ныҡ таушалған, йонсоған булыуы ярылып ята. Күңел сире ана шулай сырайға сыға икән.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөң һәм ысын таланттар байрамы Яңылыҡтар » Конкурстар

    Мөң һәм ысын таланттар байрамы
    Октябрьский ҡалаһында ошо көндәрҙә үткән Ҡурай байрамында ике йөҙҙән ашыу ҡурайсы катнашты.
    Республика кимәлендә ойошторолған сара быйыл юбилейын билдәләй – унынсы тапҡыр бөтә ҡурайсыларҙы туплай. Халыҡ араһында йылдан-йыл популярлаша барған ҙур сара унда бәйге тотоусылар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә мөһим һәм әһәмиәтле. Бәйгелә ҡатнашыусылар уйнаған көйҙөң тарихын да һөйләп үтә. Ғөмүмән, сәхнәгә сыҡҡан һәр кем башҡорт милли көйҙәрен, йырҙарын, уларҙың тарихын яҡшы белергә тейеш. Шуға ла был ярышта таланттарҙың ҡурай уйнау һәләте генә түгел, тыуған еребеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен белеүе лә баһалана.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡайтыу Яңылыҡтар » Конкурстар

    И юнь айының томраһына тынсыулан­ған фатирында һулышы тарыға башлағас, тәҙрәһен асты Булат. Тыштағы һауаның бүлмәгә үҙгәреш индермәүенә ғәжәпләнеп, күкте байҡаны. Зәп-зәңгәр һауала, исмаһам, ус аяһындай ғына ла болот әҫәре булһасы? Яҡтылығын һәм йылылығын ихлас ергә һипкән сағыу йондоҙҙан яуап эҙләгәндәй: «Был тәбиғәтенә нимә булды әле? Хас Урал аръяғының йәйенә оҡшап бара түгелме? Тап ошо мәлдә беҙҙең яҡта ла ҡоро, эҫе көндәр тора торғайны. Ҡояш иртән һүрән генә йылытып сығыр ҙа, офоҡтоң уртаһына яҡын­лашҡан һайын нурҙарын көслөрәк бөркөп, тәнде ҡурып алғандай ҡыҙҙырырға тотонор ине», – тип нишләптер, йәнтөйәген иҫенә төшөрҙө.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батыр егет – ил күрке, Матур ҡыҙҙар – йорт күрке Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Салауат йыйыны» батыры» һәм «Сая ҡыҙҙар» конкурсында кемдәр «иң-иң»е булыр?
    Батыр егет – ил күрке, Матур ҡыҙҙар – йорт күрке
    Изге Торатау оло ҡунаҡтарҙы көтә
    Быйыл «Салауат йыйыны» Ишембай районында үтә

    Ишембай районы
    1930 йылда ойошторолған.
    Административ үҙәге – Ишембай ҡалаһы.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтар бәйгеһе Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Ҡайҙарға килеп еткән.
    Күпме ер-һыуҙарҙы үтеп,
    Уралды төйәк иткән.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru