Айран бешеп, май төшмәй, сүбәк сәйнәп, май сыҡмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Октябрь
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b]
  • Ауылға ҡайтыусыларға, ысынлап та, аҡса түләнәме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡырымдарға бәхет йылмайҙы Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ҡырымдарға бәхет йылмайҙы
    «Урал моңо – 2010» XV халыҡ-ара төрки йәштәр ижады конкурс-фестивале тамамланды. Көткән өмөттәр аҡланманы. Был юлы ла беҙҙекеләрҙең гран-приға даланы булманы. Шулай ҙа бер нәмәгә лә үкенерлек түгел: йыр-моң һөйөүсе тамашасы өс көн буйы туғандаш халыҡтарҙың төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәрҙәге сығыштарын тамаша ҡылып кинәнде. Алып барыусылар, тамашасыларҙың сабырлығын һынағандай, төп призды яулаусыны хәбәр итмәй, һуңғы сиккәсә сер итеп тотто.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөхәббәттән – өй нуры Яңылыҡтар » Конкурстар

    Мөхәббәттән – өй нуры
    Бала саҡта өләсәй йоҡлап йөрөгән урындыҡта ятыуы үҙе бер кинәнес ине – йомшаҡ, йылы, уңайлы... Уның түрендә урын алған кескәй генә һандыҡ өҫтөндә матур итеп ҡорама юрғандар, сигеүле мендәрҙәр өйөп ҡуйыла һәм шуларҙы, өлкәндәр күрмәгәндә генә, апайым менән емереп төшөрәбеҙ ҙә, уйын уйнайбыҙ: «Был ҡорама кемдең күлдәгенән?» Уйындың да бит әллә ниндәй мауыҡтырғысы түгел, ә шулай ҙа әүрәткес көсө бар. Ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙәге сағыу ваҡиғаларҙы барларға форсат биреүе менән айырыуса ҡәҙерле:
    – Был дүрткел ҡорама – минеке! Миңә ҡаланан килтергәйнеләр ҙә яңы күлдәк, шул оҙонораҡ булып, итәген ҡыҫҡартҡайнылар, иҫләйһеңме?
    – Иҫләйем! Ә бына был өсмөйөшлө ҡорамалар минең бәпес күлдәгемдән ҡырҡып тегелгән!

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙекеләр Мәскәүҙә лә һынатманы Яңылыҡтар » Конкурстар

    Беҙҙекеләр Мәскәүҙә лә һынатманы
    Башҡорт дәүләт медицина университеты ысын-ысындан үҙенең студенттары ме­нән ғорурлана ала. Сөнки Бөтә Рәсәй буйынса уҙға­рыл­ған хирургия олимпиадаһында, беренсе тапҡыр ғына ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, улар 21 юғары уҡыу йорто студенттары араһында икенсе урынды яулаған.
    Еңеүгә алып килеүсе был эш команданың капитаны Рөстәм Зиязетдиновтан башлана. Ул телевизорҙан олимпиада тураһында ишетеп ҡала ла, мотлаҡ унда барырға кәрәк, тигән уй менән яна башлай. Командаға ышаныслы, таянырҙай иптәштәрен йыя ла әҙерлек башлай.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтар бәйгеһе Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Борон-борон заманда, тип
    Һөйләй инек әкиәт.
    Йәлләгән дә, һыйындырып,
    Өйһөҙ ҡалған, әкәмәт.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙ һәр ваҡыт «Йәшлек» менән бергә!» Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Беҙ һәр ваҡыт  «Йәшлек» менән бергә!»
    Илеш районының Базытамаҡ урта мәктәбендә туғыҙ ауылдан йыйылған алты милләт балалары бе­лем ала. Мәктәп­тең ҡапҡаһын асып инеү менән бөхтәлек күҙгә ташлана. Үҙе­нең яҡтылығы, күркәмлеге менән иғтибарҙы йәлеп иткән ике ҡатлы бина 1997 йылда төҙөлгән. Бын­да барыһы ла юғары белемгә эйә булған 22 уҡытыусы эшләй. Әйтергә кәрәк, төрлө милләт балалары уҡыһа ла, һәр береһенең матур итеп башҡорт телен­дә уҡый, аралаша белеүенә һоҡланырлыҡ.
    Белем биреү уса­ғын быйыл 14 уҡыусы тамамлаһа, беренсе синыфҡа ун бала киләсәк. Алдағы йылдарҙа беренселәр һаны күпкә артасаҡ, ти директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре бу­йын­са урынбаҫары Дилә Ғафран ҡыҙы Зиннәтуллина.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп… Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Сибайҙа «Ирәндек моңдары – 2010» X төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы уҙҙы
    Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп…
    Кемдәрҙеңдер «Евровидение» тип тәҡәте ҡороһа, беҙҙекеләрҙең «Ирәндек моңдары» тип һушы китә. Ах, был йыр-моң бәйгеһе! Телевизорҙы ҡасан ҡабыҙма, мотлаҡ ҡасандыр ошо бәйгелә ҡатнашып дан алған йырсыны күрергә була. Ысын оҫталарҙың, нин­дәйҙер «Евровидение»ға барып, алтын һүҙҙәрен баҡырға әйләндереп йөрөмәҫе мәғлүм...

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтар бәйгеһе Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар


    * * *
    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Ҡунаҡсыллығы ни тора!
    Ҡунаҡ килһә, түргә әйҙәп,
    Бейәһен йығып һуя.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт ере – йыр-моң бишеге Яңылыҡтар » Конкурстар

    Баш ҡалабыҙҙа «Урал моңо – 2010» конкурс-фестивале үтәсәк
    Төрки йәштәрҙең «Урал моңо» халыҡ-ара конкурс-фестивале Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле. 1992 йылда «Йәшлек» гәзите, Башҡорт йәштәре иттифағы һәм «Ант» студияһы тарафынан башҡорт эстрада һәм рок музыкаһы республика фестивале булараҡ ойошторола башлаған сара 1995 йылда халыҡ-ара конкурс статусы ала. Төрки йәштәрҙең заманса милли музыка сәнғәтен пропагандалау, милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау, төрки халыҡтар араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе, йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтереү конкурс-фестивалдең төп маҡсаты һәм бурысы булып тора.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru