Иренсәктең ирене кибер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Яңылыҡтар
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Республика йылында.
    Башҡортостан – ышаныслы
    Рәхимовтың ҡулында.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙе дәртләндереп торған «Йәшлек» гәзите йәшәһен! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Беҙҙе дәртләндереп торған «Йәшлек» гәзите йәшәһен!Әбйәлил – илем, телем, ерем, тип янған сәсәндәр, рәссамдар, яугирҙар иле. Бының менән һәр кем бер һүҙһеҙ килешә. Сөнки дөрөҫө шул. Ошо данлыҡлы илһөйәрҙәр төбәгендә рух көсөн ата-бабаларҙың аманат һүҙҙәренә тоғро ҡалып та, үҙ телебеҙҙә сыҡҡан китаптарҙы, ваҡытлы матбуғатты күп алдырып уҡып та байыталар. Милли, балалар һәм үҫмерҙәр гәзит-журналдарына яҙылыу декадаһы осоронда Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Өфө журналистары яҙылыусылар менән осрашҡайны. Шунда «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Харис Сәғитов сығыш яһап: «Баҫмабыҙға яҙылыу буйынса әбйәлилдәр беренсе», – тине. «Шоңҡар»ҙың баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев та журналға иң күп яҙылыусылар Әбйәлил районынан икәнлеген билдәләне. «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай ҙа шул уҡ һүҙҙәрҙе йөпләне. Гәзитебеҙҙең бүлек мөдире Мөнир Ҡунафин да уратып-суратып торманы, тиражыбыҙ ун алты мең булһа, шуның ике меңе Әбйәлилдән, тип тура ярҙы.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәйғор булып балҡыһын! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар! Һеҙҙең йәй көнө ямғырҙан һуң йәйғор ҡалҡҡанын күргәнегеҙ бармы? Зәңгәр күктә төрлө төҫтәрҙең емелдәп балҡыуы шундай матур эйе, бит?! Бөгөн һеҙ ҡулығыҙға «Йәйғор» исемле балалар битенең тәүге һанын алдығыҙ. Ул әлегә тиклем «Йәшлек» гәзитендә «Кәрәҙ», «Сыңғыр» исемдәре аҫтында сыҡҡан балалар өсөн махсус сығарылыштың дауамы буласаҡ һәм киләсәктә даими рәүештә донъя күрәсәк.
    Был биттә ҡыҙыҡлы хикәйәләр, серле әкиәттәр, хикмәтле уйындар менән танышырһығыҙ, һеҙҙең ижади эштәрегеҙ – һүрәттәрегеҙ, шиғырҙарығыҙ, әкиәттәрегеҙ ҙә урын алыр. Шулай уҡ балалар өсөн төрлө конкурстар ҙа ойошторорға уйлайбыҙ.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәндә ҡупҡан дауыл Яңылыҡтар » Конкурстар

    Студент йылдарында уҡ һабаҡташыбыҙҙы тос фекерле, тапҡыр һүҙле, шаян, шиғри күңелле тип таныныҡ. Уның «нишләп эшләмәйҙәр икән йәшел помада» тигән шиғыры ирекһеҙҙән йылмайырға мәжбүр итте. Баҫалҡы, тәрбиәле булыуы, күҙгә сүп кеүек инеп бармауы ихтирам уятты, шул уҡ ваҡытта һәр күренеште баһалап, күреп йөрөүен аҙаҡ ҡына төшөндөм. Уның билдәле шағир Камил Фазлыйҙың улы, уҡытыусы ғаиләһенән булыуын да шулай уҡ һуңынан белдем. Икебеҙ ҙә Әхмәт Сөләймәновтың аспиранты булып, диссертация яҡлайбыҙ, тип йүгерешә башлағас та, уның һәр аҙымын үлсәп баҫыуын, тәүәккәллеген, төплө белемле, егәрле кеше булыуын ишетеп түгел, үҙе менән аралашҡанда асыҡланым. Албырғап, арманһыҙ булып туҡтап ҡалғанда уның дуҫтарса иғтибарын һәм ярҙамын тойҙом. Быныһы уның кеше булараҡ алсаҡ, ярҙамсыл, ихтирамлы булыуынан.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Быйыл тырыш, «брак» һалма, Ул табып бир иреңә» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Бик тә ярһыған сағы.
    Төнө буйы байрам иткән,
    Бахмурҙан йөрөй тағы.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Идеальный ирҙәр бары Йәшәйҙәр икән Айҙа...» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Аяҡтары ҡалтырай.
    Кәпәс сисһә, пеләш башы
    Ҡояш һымаҡ ялтырай.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҡса табам, әйҙә һин ҡал Өйҙә бала бағырға» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Бер һүҙеңә – ун яуап.
    Яңылыш телдән ысҡынды,
    Булды бит эштәр харап.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эй, Шәкүрә, ҡайҙа киттең? Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Эй, Шәкүрә, ҡайҙа киттең?
    Оҙон икән итәгең.
    Арҡыс-торҡос баҫаһың шул,
    Ҡыйыш кейгәс итегең.

    Эй, Шәкүрә, ҡайҙа киттең,
    Аслы-туҡлы тамағың?
    Бала һымаҡ илап торма,
    Не годный бит таҡмағың.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru