Биште эшләгәнсе, берҙе еренә еткереп эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәштәр көнө менән!
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Хорау-яуап
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хәсбиямал, ҡайҙа киттең? Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    – Күрмәйһеңме, һыуға барам.
    Албырғатма, һуңға ҡалам,
    Ә һуңлаһам, һыуһыҙ ҡалам.
    Әле күпме сират торам.
    Сират етә, һыуы бөтә,
    Сабырһыҙҙар ҡайтып китә,
    Ярты ғүмер һыуҙа үтә.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һүҙ әйтмәгеҙ иркәмә, Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һүҙ әйтмәгеҙ иркәмә,
    Ҡәҙерлем Йәнбикәмә.
    Усымда ғына йөрөттөм,
    Ултырттым гел елкәмә.

    Балыҡҡа алып йөрөнөм,
    Һатып алдым ҙур кәмә.
    Ул ҡармаҡлай, мин ишәмен –
    Һүҙ әйтмәгеҙ иркәмә.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйгәнемә сәй эсерҙем, Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә сәй эсерҙем,
    Күкәй генә бешереп.
    Сусҡа кеүек ҡайтып инде
    Дүрт аяҡлап иҫереп.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Кәйефе китеп тора.
    Мин ун бала үҫтергәндә,
    Ҡайҙа булдың, Мортаза?

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ, Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Эше юҡ шул кешелә.
    Тиндәрҙе һанай-һанай
    Кеҫәләре тишелә.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Әсәһенең бәпәйе.
    Урам буйлап саң борҡота
    Ҡатып бөткән тәпәйе.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ, Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Би-и-ик-бик кәрәк үҙемә.
    Күрше, һиңә бирер инем,
    Һөйгәнем берәү генә.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Ағзалары теп-теүәл.
    Ирен ҡарай, малын баға,
    Шуға донъяһы хәләл.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ, Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    – Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Инде ҡояш һүрелә.
    Ҡыҙыл эңер төшкән саҡта
    Күҙгә ендәр күренә.

    – Рамаҙаным яңғыҙ ҡуна,
    Бесәнгә киткән ине.
    Өсөнсө көн өйгә ҡайтмай,
    Хәлен беләһе ине.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡ тамаҡтан яҙҙыра Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Ҡара ҡайғыла ла, һары һағышта ла таҡмаҡ яҙыр көс, әмәл тапҡан бына ниндәй көслө рухлы кешеләр йәшәй беҙҙең осорҙа. Һеҙҙең кеүек замандаштарыбыҙ күберәк булһын ине ул. Башты күтәреп йәшәргә кәрәк. Һеҙҙең көслө рухығыҙ алдында баш эйеп, Хәлиҙә апай, беҙҙән бәләкәй генә ярҙам – киләһе ярты йыллыҡта «Йәшлек» һеҙгә бушлай киләсәк, подписка менән булһа ла күңелегеҙҙе күтәрәйек тибеҙ. «Таҡмаҡ» бәйгеһенә һеҙҙең ауыр саҡта ла ҡул ҡаушырмай ижад итеүегеҙ тағы дәрт-дарман ғына өҫтәп ебәрер әле.
    Ике айҙың йомғағы буйынса тағы ла егерме (шеф был һанды ҡыҫҡартырға рөхсәт бирмәй) иң шәп таҡмаҡсы – Гөлсирә Шафиҡова (Мәсетле), Зәлифә Фәйзуллина (Архангел), Нәтижә Вахитова (Хәйбулла), Заһит Мурсиев (Ҡариҙел), Рәғиҙә Айытбаева, Фәнүзә Биктимерова, Ләлә Ғүмәрова, Ғәлимйән Нәжметдинов (Әбйәлил), Алма Нуриева (Саҡмағош), Йәғәфәр Йәнәлин, Гөлзифа Сабитова, Хәмиҙә Әбдрәхимова (Баймаҡ), Гөлсөм Сәлихова (Көйөргәҙе), Таһир Латипов (Өфө), Рәхимә Юламанова (Йылайыр), Илһам Латипов (Ҡыйғы), Люциә Байназарова (Стәрлебаш), Нәжми Хилажев (Учалы), Сажиҙә Билалова (Бөрйән), Гөлшат Рәхмәтуллина (Күгәрсен) берәр тас менән бүләкләнә.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Пенсия менән тауар хаҡы Сыҡҡан, тиҙәр, уҙышҡа» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Йөрөрһөңмө икән оҙаҡ?
    Самогон һатыусыларға
    Булырмы бер саҡ тоҙаҡ?
    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Вәли менән йәнәшә?
    Магазинға барып инһәң,
    Тауар хаҡы тешләшә.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru