Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Беҙҙән ялҡынлы сәләм әйт Мортаза олатайға» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Сәскә йыйып болондан.
    Унда һөйөү сатҡылары –
    Нур сәселә ҡулыңдан.
    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Донъяны нурға мансып.
    Йәш ғүмерең үтеп бара,
    Маңлайға һырҙар һалып.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәш сибәргә күҙ ташлаһаң, Күгәүендәй тешләшә» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Һөйһөн әйҙә түрәне.
    Эше була, даны була –
    Кәрәк түгел бүтәне.
    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Һөйөп-һөйөлөр мәле.
    Ҡосағында бер төн ҡунһаң,
    Һин дә булырһың тиле.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ауылдарҙы тергеҙерлек Шәп егеттәр, һеҙ ҡайҙа?» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Йылмайып тора йөҙө.
    Електәре тулған уның,
    Түлкә туймаған күҙе.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Бисәләр кейемен һата Әзмәүерҙәй ағайҙар» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ –
    Ҡойоп ҡуйған кәртинкә.
    Аукционға ҡуйһам инде –
    Булыр микән ун тәңкә?

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Бер үҙенә 10 тауыҡ, Миңә бер кәләш тә юҡ» Такмактар, Шиғырҙар

    «Бер үҙенә 10 тауыҡ, Миңә бер кәләш тә юҡ»Кәзәләр менән кәзәләндек. Әтәс менән тибешеп, кикерек шиңдереүгә үк барып еттек. Булмаһа, елләнеп, һәлмәк кенә итеп атта, әллә машиналамы, елеп киләйек, донъя күрәйек. Һәр ваҡыттағыса, һеҙҙән шәп яуаптар көтәбеҙ.
    Әйткәндәй, үткән һүрәткә иң тапҡыр яуап биргән Айгөл Юнысова (Хәйбулла районы), Харис Теләмов (Ейәнсура), алдан вәғәҙәләүебеҙсә, талантлы юморист Марат Әминевтың автографлы китабы менән бүләкләнә. Ә был юлы атҡа сыбыртҡыны ныҡ һелтәүсегә (һоло биреүсегә лә) һәм машинаның газына ныҡ баҫыусыға (бензин һалыусыға ла), йәғни тапҡыр яуап биреүсегә Венер Исхаҡов үҙенең шәп китабын әҙерләне.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кроссворд от Ильдара Габитова Яңылыҡтар » Конкурстар

    Кроссворд от Ильдара Габитова6. «Яҡшы атҡа (...) ҡағыу ҙа етә». 11. Түбәнерәк булып ятҡан киң урын. 12. Алдан йәки арттан эленмәле итеп тегелгән өйҙә йәки эштә кейә торған өҫ кейеме. 13. Енәйәт эшләнгән ваҡытта ғәйепләнеүсенең енәйәт ҡылынған урында булмауы. 14. Йәшелсә ултыртыу өсөн ҡаҙып, йомшартып, бейегәйтелеп ҡуйған ер. 28. Хуш еҫле аҡ сәскә ата торған мәңге йәшел көньяҡ ағасы йәки ҡыуағы. 29. «Ир менән ҡатын бер-береһенең «...»ен алырға тейеш түгел, юғиһә айырылышалар». 31. Ҡарғыш, ҡәһәр. 33. «Ямандан бурысҡа алма: йә һабантуйҙа, йә (...)тә һорар». 34. Кемгәлер ярҙам ниәтенән һый хаҡына йәки бөтөнләй буш башҡарылған эштә ҡатнашыусы. 37. Саф. 39. Эҫе яҡтарҙағы ҡырмыҫҡа. Ул – үҙағастың ҡоротҡосо. 42. Теге донъя. 50. һынау. 55. «Наҙан мулланың (...)һе ҙур булыр». 56. Контур, һыҙма, рәсемдең ҡараламаһы. 57. Өфөнөң бер биҫтәһе. 60. Ойошманың, коллективтың алдынғы, эшмәкәр ағзаһы. 61. «Ҡунаҡ килһә, (...), үҙең барһаң, рәхәт».

    авторы: admin | 25 марта 2010 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    «Пугачева булам» тиеп «Пластик»ҡа аҡса йыя» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Тәбиғәт кеүек серле:
    «Эйвон, Эйвон» тип һаташа,
    «Әрифляем» ти сире.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Ҡатһа ҡата ла ҡуя:
    «Пугачева булам» тиеп
    «Пластик»ҡа аҡса йыя.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡ бәйгеһе Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ, Кәрәк саҡта – бик эре.
    Ә кәрәкмәгәндә, эй, Хоҙай, Мунса йыуғысы кеүек.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ, Ундай гүзәл зат һирәк.
    Кәкре сираҡ булһа ла, Оҫта бейей бигерәк.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru