Кеше эше - ярты эш, үҙ эшең - бөтөн эш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Һорау-яуап
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ҡатыным бик яҡшы икән, Тик белмәгәнмен шуны» Такмактар, Шиғырҙар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Берәү генә үҙемә.
    Нимә әйтһәм, шуны тыңлай,
    Ҡарап тора күҙемә.
    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Теш ҡуйҙырған алтындан.
    Шунан бирле йәш егеттәр
    Бер ҙә ҡалмай артынан.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ал нурҙарға сорнай матурлыҡ Яңылыҡтар » Конкурстар


    Ал нурҙарға сорнай матурлыҡБаш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 12 башҡорт ҡыҙы көмөш таж өсөн һынау тотто
    Тәү башлап «Йәшлек» гәзите ойоштора башлаған башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» республика гүзәллек конкурсы – күңелдәрҙе елкендергән, матурлыҡҡа табындырған сағыу шоу-тамашалар­ҙың береһе. Йыл да яҙ ҡояшы көлә башлау менән илаһилыҡҡа талпын­ған, ҡайҙалыр ашҡынған күңелдәрҙе ғәжәйеп сихрилеккә сорнай был матурлыҡ байрамы. Быйыл да Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайы Йыһан киңлегендәге бер мөғжизә яланына тиң ине. Бында гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тәбәктәренән иң сибәр ҡыҙҙар йыйылғайны.

    авторы: Нур | 11 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ал нурҙарға сорнай матурлыҡ Яңылыҡтар » Конкурстар

    Баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 12 башҡорт ҡыҙы көмөш таж өсөн һынау тотто
    Ал нурҙарға сорнай матурлыҡ
    Тәү башлап «Йәшлек» гәзите ойоштора башлаған башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» республика гүзәллек конкурсы – күңелдәрҙе елкендергән, матурлыҡҡа табындырған сағыу шоу-тамашалар­ҙың береһе. Йыл да яҙ ҡояшы көлә башлау менән илаһилыҡҡа талпын­ған, ҡайҙалыр ашҡынған күңелдәрҙе ғәжәйеп сихрилеккә сорнай был матурлыҡ байрамы. Быйыл да Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайы Йыһан киңлегендәге бер мөғжизә яланына тиң ине. Бында гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тәбәктәренән иң сибәр ҡыҙҙар йыйылғайны.

    авторы: Нур | 9 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Маҡтауға лайыҡлы синыф Яңылыҡтар » Конкурстар

    Маҡтауға лайыҡлы синыф«Баймаҡ интернат-лицейында 400-гә яҡын бала белем ала. Мин, ошо мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны, үҙемә беркетелгән 10-сы «А» синыфы тураһында яҙып үтмәксемен. Унда 20 бала. Уларҙың күбеһе райондың төрлө ауылдарынан йыйылған, Йылайыр районынан килгән уҡыусылар ҙа бар.
    Беҙҙең синыф математика-физика профилендә уҡый», – тип һөйләй синыф етәксеһе Г. Ильясова.
    Иршат Ғибәҙуллин, Марат Алтынбаевтар 9-сы синыфты тик «бишле» билдәләренә генә тамамлаған. Ғөмүмән, уҡыусыларҙың барыһы ла тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Тырыш ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылған бында, бөтә эштә лә әүҙемдәр.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоға ябыҡтым 2» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һаумыһығыҙ, «Йәшлек»тәр!
    Учалынан күп сәләм.
    Бер тас тулһа-тулмаһа ла,
    Тағы таҡмаҡ ебәрәм.
    Һуңлап тороп ҡалмайым тип,
    Ҡабаландым, ашыҡтым.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоға ябыҡтым» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Ҡолаҡтары ишетмәй.
    Ҡатын-ҡыҙҙар күп ишетһә,
    Аҡылдары етешмәй.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әбйәлилдәр ал бирмәне, «Йәшлек»кә дәррәү яҙылды Яңылыҡтар, Конкурстар

    2010 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында «Йәшлек» гәзите «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» , «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!», «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!» конкурстары иғлан иткәйне. Күп кенә мәктәптәрҙән хат алдыҡ. Төрлө мәктәптәрҙә гәзиттең һәр һанын уҡып барыусы тоғро дуҫтарыбыҙ булыуына бик шатбыҙ. Конкурсҡа күптән йомғаҡ яһалды, бөгөн иһә уның һөҙөмтәләре һәм редакцияға килгән хаттар менән һеҙҙе лә таныштырып үтмәксебеҙ.
    БИГЕРӘК тә Әбйәлил райо­ны мәктәптәре беҙҙе ҡыуандырҙы. Бер түгел, дүрт мәктәптән хат алдыҡ. Бына дәррәү тиһәң дә, дәррәү әбйәлилдәр!
    Иң тәүгеләрҙән булып гәзитебеҙгә яҙылған Әбйәлил районының Ҡаҙмаш урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыусылары «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» һәм 45 кешенән торған мәктәп коллективы «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында еңеүсе тип билдәләнде.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тутыҡ сөй Конкурстар, Хикәйә

    Имен генә хеҙмәт итеп йөрөй ине, вә-ә-т-т, бәлә, әй-й, аңғармаҫтан ҡулын бешереп ҡуйҙы… Ашнаҡта нарядта сағында булды был хәл.
    … Йәйҙең иң кәттә көндәре торған саҡ. Тирә-яҡ бында, Байкал аръяғында Фәрғәттең ғәзиз тыуған яғындағы ише үк күркәм түгел- түгеллеген: шешәгә тултырып һатылған кеүек, төбөнәсә үтә күренмәле таҙа һыулы йылғалар аҡмай, ярҙарында, таш күңелле кеше лә һоҡланып баш сайҡарлыҡ мәғрур ҡаялар ҡалҡмай, йөрәктәрҙе елкендереп, серле таңдар атмай. Ҡояштың был төбәктә лә бер тапҡыр ҙа күтәрелмәй ҡалғаны юҡ шикелле былай – ошо тәбиғи гүзәллек яғынан ныҡ ҡына үгәйһетелгән урынға ла, йыбанып ҡына булһа ла, йөҙөн аса ул. Тик ике ай ярым элек кенә хеҙмәтен башлаған йәш һалдат, уның үҙенең ҡайҙалыр бик алыҫта булып, нур-һөңгөләре бында ҡаҙалған илаһи бер мәлде күрә генә алмай. Күрер ине, ваҡыты юҡ. Fөмүмән, киске ун менән иртәнге алты араһы шул һуңғы етмеш биш көндә уның өсөн тәүлектең бер төптө буш урынына әүерелде. Юҡ икән дә баһа фани донъяла быйыл май башынан был арауыҡ! Fәмәлдән сығарылған!..

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru