Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • һорау-яуап
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Янылыктар
  • Дайджест
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Һаҡалы бар, аҡылы юҡ, Тип әйтһәк тә кәзәгә...» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    «Һаҡалы бар, аҡылы юҡ, Тип әйтһәк тә кәзәгә...»Кәзәләр менән “кәзәләндек”, эш әтәскә барып етте. Һеҙҙән шәп яуаптар көтәбеҙ. Әйткәндәй, үткән һүрәткә иң тапҡыр яуап биргән Булат АБДУЛЛИН (Әбйәлил районы), алдан вәғәҙәләүебеҙсә, Марсель Сәлимовтың автографлы китабы менән бүләкләнә. Ә был юлы “әтәстең кикереген шиңдереүсе”гә, йәғни тапҡыр яуап биреүсегә талантлы йәш юморист Марат Әминев үҙенең шәп китабын әҙерләне.
    «Ирекле никах» – хәҙер йәштәрҙә.
    Һуңынан түгелә ҡанлы йәштәр ҙә.
    Никах йорттары ташландыҡмы әллә?
    Хайуандар шикелле булдыҡмы әллә?

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кемдең мөхәббәте татлыраҡ? Иғтибар, Конкурстар

    Һөйгәнегеҙгә мөхәббәтегеҙҙе «Йәшлек» гәзите аша белдереп, уны нисек яратҡанығыҙҙы бөтә республикаға белдергегеҙ киләме? Улай булһа, гәзитебеҙ Ғашиҡтар көнө алдынан йәштәргә генә түгел, ғөмүмән, ғашиҡтарға, һөйә һәм һөйөлә белгәндәргә мөхәббәттәрен заманса белдереүҙең уникаль мөмкинлеген бирә. Бының өсөн һеҙгә ни бары кеҫә телефоны буйынса 2320 һандарына (тәүҙә инглиз хәрефтәре менән nur һүҙен яҙығыҙ, һуңынан смс-тексты), үҙегеҙҙең, шулай уҡ һөйгәнегеҙҙең исем-шәрифен атап, мөхәббәтле смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Уларҙың иң матурҙары, үҙенсәлеклеләре гәзитебеҙҙең махсус битендә донъя күрәсәк. Ә иң оригиналь смс-һөйөү белдереүселәр гәзитебеҙҙең логотибы төшөрөлгән футболкалар менән бүләкләнәсәк.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар: Бәйге тамам, бәйге башлана! Иғтибар, Такмактар

    Етер, тамам. Аптыраттығыҙ бит тамам. Ебәрәһегеҙ ҙә, ебәрәһегеҙ таҡмаҡтарығыҙҙы. Әйтерһең, тасығыҙ юҡ инде бына. Мөхәрриргә әйттем, миңә күҙлек алып бирегеҙ, тинем. Бушлай, әтеү күҙ тондо. Ана, производствола эшләгәндәргә бушлай һөт бирәләр бит, тим. Уйлап ҡарағыҙ, 80-дән ашыу хат килде, иң әҙ таҡмаҡ ебәреүсе лә тиҫтәнән аштырған. Ә инде Мәфтүхә Хәмитова – 132, Ямал Байтуғанова – 94, Рәшиҙә Мөхәмәтдинова – 71, Нәтижә Вахитова 57 таҡмаҡ ебәргән. Дүртәүһенекен бергә ҡушҡанда ла нисәү килеп сыға, эйе, 354. Ә барыһын бергә ҡарап барһаң, ике меңдән ашып... дәлше китергә лә мөмкин. Күҙҙе әйтәм, маңлайға менеп китергә лә мужыт. Көлөп эстәр ҡатҡанда кем ярҙам итер – хөкүмәтме ни? Улар һинең менән көлөшөп ултырыр ултырмай ни. Әлдә дуҫтар бар, бергә йыйылып, эрәхәтләнеп, кинәнеп, уҡыныҡ бына ошо таҡмаҡтарығыҙҙы.
    Шуныһы һәйбәт булды, был айҙа бисәкәй менән ҡаймаҡ ашамай торҙоҡ.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡ бәйгеһе Такмактар, Шиғырҙар

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Һандуғастай талпына.
    Был бисәгә ни булған, тип,
    Аптырап тора ҡоҙа.

    Сиңерткәләй һикергеләй,
    Орсоҡтай өйрөлә.
    Сүгеп тә бейеп ебәрә,
    Таянып бөйөрөнә.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйөүегеҙҙе sms-хәбәр аша белдерегеҙ! Хаттар яҙҙым, Конкурстар

    Һөйөүегеҙҙе sms-хәбәр аша белдерегеҙ!Мөхәббәт, бигерәк тә беренсе мөхәббәт, йәше-ҡартына, заманына ҡарамайҙыр ул, ә ғашиҡ булыу, яратыу хистәре башҡасараҡ белдерелә һәм сағыла ғына.
    Ошоно раҫлап, «Йәшлек» гәзите Ғашиҡтар көнө алдынан йәштәргә генә түгел, ғөмүмән, ғашиҡтарға, ысынлап һөйә һәм һөйөлә белгәндәргә ғишығығыҙ объекттарына һөйөүегеҙҙе заманса белдереүҙең уникаль мөмкинлеген бирә: кеҫә телефоны буйынса 2320 һандарына (тәүҙә nur (инглиз хәрефтәре менән) һүҙен яҙығыҙ, һуңынан смс тексын), үҙегеҙҙең, шулай уҡ һөйгәнегеҙҙең исем-шәрифен атап, матур ҙа, хисле лә, татлы ла мөхәббәт sms-хәбәрҙәрегеҙҙе ебәрә алаһығыҙ. Уларҙың иң матурҙары, үҙенсәлеклеһе гәзитебеҙҙең махсус битендә урын аласаҡ. Ә иң матур смс-һөйөү белдереүселәр гәзитебеҙҙең логотибы төшөрөлгән футболкалар менән бүләкләнәсәк.
    Тәүәккәлләгеҙ һәм мөмкинлек менән файҙаланып ҡалығыҙ, дуҫтар!

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Йәшлек-фаразда хатта Төмәндәрҙә ҡатнашты! Хаттар яҙҙым, Конкурстар

    Шулай итеп, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ күптән көткән «Йәшлек»-фараз» конкурсына йомғаҡ яһау сәғәте һуҡты. Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ, ҡабаланмағыҙ, юл аша уҡып, үҙегеҙҙең исем-шәрифтәрегеҙҙе эҙләү яғын ҡарамай тороғоҙ. Сабыр төбө – һары алтын, тигән бит боронғолар. Иң тәмле еренә еткәнсе мәҡәләбеҙҙең инеш өлөшөндә әҙерәк «тештәрегеҙҙе ҡайрап алығыҙ» – вәғәҙә ителгән ҡалъя бик тәмле булмаҡсы.
    «Йәшлек»-фараз» иғлан ителгән көндән (2009 йылдың 24 ноябре) 2010 йылдың ғинуар уртаһына тиклем республиканың төрлө мөйөштәрендә урынлаш­ҡан райондарҙан 800-ләп хат килде. Шуныһы ҡыҙыҡ, фараз һандары диапазоны шул тиклем киң – 200-ҙән 55000-гә тиклем. Бына ошо һандарҙа күренә лә инде кемдең кем икәнлеге: заман менән бергә атлаусы кеше 200 һанын фаразлар инеме ни! Гәзитебеҙҙең генә түгел, ә бөтөн милләтебеҙҙең бәҫен төшөрөү бит ул. Ә бына Әлшәй районының Себенле ауылынан 48500 тираж фаразлаған Гөлдәр Ғәлиәкбәрова, Хәйбул­ла районының Иләс ауылынан 51055 дананы көҫәгән Ғәлиә Рәхмәтова, Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан 49236 һанын юраусы Фәнүзә Мөхәмәҙиева нәҡ ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың киләсәккә, яҡшыға ышанып йәшәүен күрһәтә.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Минең хоккей командам» конкурсына йомғаҡ яһалды Спорт, Конкурстар

    «Минең хоккей командам» конкурсына йомғаҡ яһалды«Салауат Юлаев» хоккей клубы инде алтынсы тапҡыр уҡыусы балалар араһында «Минең хоккей командам» тип аталған рәссамдәр конкурсы уҙғарҙы. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йөҙләгән һәүәҫкәр рәссам ҙур теләк менән ҡатнашты. Еңеүселәр йәш категорияһы буйынса билдәләнде.
    6 – 8 йәшлектәр араһында Роберт Ғарифуллин, Яна Шульгина һәм Арсений Кашин еңеүселәр булып танылһа, 9 – 11 йәшлектәрҙән – Фидан Халиҡов, Артем Иванов һәм Даниил Мухин, ә бына 12 – 16 йәшлек үҫмерҙәрҙән – Светлана Антипина, Гөлйөҙөм Юлгилдина, Ҡәйүм Ғилметдинов менән Иҙел Ярмуллин. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Еңеүселәр ярат­ҡан уйынсылары менән фотоға төштө.
    Н. ТИМЕРОВ.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелдәр утә бит Такмактар, Шиғырҙар

    Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    «Йәшлек» алдыраһыңмы?
    Бөтәһен уҡыйһыңмы, әллә
    Әҙерәк ҡалдыраһыңмы?

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru