Иренмәгәндең эше сифатлы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоға ябыҡтым» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар
    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Ҡолаҡтары ишетмәй.
    Ҡатын-ҡыҙҙар күп ишетһә,
    Аҡылдары етешмәй.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Булыр әле балабыҙ.
    Бер юлы бишәүҙе табып,
    Бер мәл фатир алабыҙ.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Көлөп ебәргән була.
    Аҫтан ғына йоҙроҡ төйнәп,
    Һөҙөп йөрөгән була.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Быныһы Айҙан түгел.
    Барыһын да күрһәтергә
    Өйөгөҙ майҙан түгел.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Үҙем һайлап алғанмын.
    Һайланғандар һаҙға батҡан,
    Ә мин батмай ҡалғанмын.

    * * *
    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Бер алманы биш итәң.
    Һин ғәйбәтсе арҡаһында
    Мин дә һүҙҙәр ишетәм.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Вахтанан ирең ҡайта.
    Аҙбарыңда малдарың
    Һаламдан ҡурай тарта.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Кеше ирен ҡултыҡлап.
    Юҡ аҡылды ҡайҙан алаң,
    Атып булмай пушкалап.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Төн уртаһы еткән бит.
    Үҙең хәҙер өйҙә ултыр,
    Ике ҡыҙың еткән бит.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Артыңдан булмай етеп.
    Абышҡалар күреп ҡалһа,
    Алып ҡайтыр зар тетеп.

    Хәмиҙә ӘБДРӘХИМОВА.
    Баймаҡ районы.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Уны кәзә төкөгән.
    Шуға йөҙкәйе борсоулы,
    Күҙе яна өкөләй.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Телдән яҙып үсекте.
    Татлы телмәренә түҙмәй,
    Баҫтым эҫе үтекте.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Шыпырт ҡына йөн тетә.
    Аҡтыҡ посуданы ҡырыр,
    Эзвирителен эсһә.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Татлы йоҡоға талһын.
    Тилереп килеп уянһа,
    Сығып ҡасырһың тағын.
    * * *
    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Буҙарған бит-йөҙҙәрең.
    Саманан тыш «һелтәп»
    алһаң,
    Күләүектә йөҙәһең.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Таң әтәсен ҡысҡыртып.
    Хәмер ҡолона әйләнгәс,
    Йөрө инде ут йотоп.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Ҡарамай ҙа кибеткә,
    Әсе-сөсөнән баш тартып,
    Кәдироватсә иткән.

    Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ.
    Әбйәлил районы.
    авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Быйыл тырыш, «брак» һалма, Ул табып бир иреңә»
  • «Пенсия менән тауар хаҡы Сыҡҡан, тиҙәр, ...
  • «Беҙҙән ялҡынлы сәләм әйт Мортаза ...
  • «Бисәләр кейемен һата Әзмәүерҙ ...
  • «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоғ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru