Ҡалбырҙыңэше ялбыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • [b]Берҙәмлек һәм рух тәрбиәләне[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоға ябыҡтым 2» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар
    Һаумыһығыҙ, «Йәшлек»тәр!
    Учалынан күп сәләм.
    Бер тас тулһа-тулмаһа ла,
    Тағы таҡмаҡ ебәрәм.

    Һуңлап тороп ҡалмайым тип,
    Ҡабаландым, ашыҡтым.
    Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап,
    Ун килоға ябыҡтым.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең
    Күҙең-башың уйнатып,
    Ҡойроғоңдо текә сәнсеп,
    Маймыл кеүек буянып?

    Үҙең урамда йөрөйһөң,
    Бабайың быйма ямай.
    Бабайыңдың ҡәҙерен бел,
    Күптәр бабай табалмай.

    Элек беҙгә кәрәк ине
    Иномаркалы егет.
    Ә хәҙер ни бысағыма –
    Биш йыллыҡ автокредит!

    Кәрәкмәй миңә кәритә,
    Иҫтәрем китмәй тасҡа,
    Мишәйт итмәҫ ине бушлай
    Ярты йыллыҡ подписка!

    Тас менән бик байып булмаҫ,
    «Урал-лото» уйнайым.
    Бер ун миллион
    «Джек-пот»ты
    Оторға тип уйлайым.

    Нәйрә НИҒМӘТУЛЛИНА.
    Учалы районы.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Әйләнеп тора башы.
    Күҙҙәремә күренә, ти,
    «Йәшлек»тең ҡалай тасы.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Ул бит баҙарҙың күрке:
    Үҙе көлә, үҙе һөйләй,
    Үҙе бик алдай түлке.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Биш иргә барған бит, тип,
    Тимәк, биш ирҙән яҡшыраҡ
    Иң аҫыл ир – ул мин бит!

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Ул минеке бер генә.
    Аяғы-ҡулы эшләмәй,
    Туҡтай белмәй тел генә.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Яға белмәй, тип, мунса.
    Яҡҡан ине — мунса янды,
    Хурламағыҙ башҡаса.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Биш бала ҡарай бит ул.
    Биш баланың биш атаһын
    Биш ерҙән «тарай» бит ул!
    * * *
    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Эйәрт әле мине лә.
    Мине лә бер һөйөп үтһәң,
    Һис ни әйтмәм иреңә.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Йүгермәсе, йүгермә,
    Осраған һәр кешегә
    Эт булып, зинһар, өрмә.
    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Ғәйбәт һатырғамы ни?
    Әле гонаһың тубыҡтан,
    Билдән батырғамы ни?

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Киткән ерең алыҫмы?
    Ни китәлмәй, ни ҡайталмай
    Ялыҡтырҙың халыҡты.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    «Мисс-Өфө» ярышына?
    «Мисс» булып ҡайтырһыңмы
    икән,
    Тастар кейеп башыңа?

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Бәхилләшмә оҙаҡҡа.
    Байлыҡ эҙләп ситкә китеп
    Эләкмә һин тоҙаҡҡа!

    Заһит МУРСИЕВ.
    Ҡариҙел районы.
    авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Быйыл тырыш, «брак» һалма, Ул табып бир иреңә»
  • «Пенсия менән тауар хаҡы Сыҡҡан, тиҙәр, ...
  • «Беҙҙән ялҡынлы сәләм әйт Мортаза ...
  • «Ауылдарҙы тергеҙерлек Шәп егеттәр, һеҙ ...
  • «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоғ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru