Балаһыҙҙың малы хәрәм, эшлекһеҙҙең йәне хәрәм.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • [b]Берҙәмлек һәм рух тәрбиәләне[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Пугачева булам» тиеп «Пластик»ҡа аҡса йыя» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар
    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Тәбиғәт кеүек серле:
    «Эйвон, Эйвон» тип һаташа,
    «Әрифляем» ти сире.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Ҡатһа ҡата ла ҡуя:
    «Пугачева булам» тиеп
    «Пластик»ҡа аҡса йыя.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Һүҙ әйтеүе ҡурҡыныс.
    Ҡулда – йәмкә, туҡмас таяҡ,
    Бик тә булмаһа – сүмес!

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Әрәм бит уға һүҙем.
    Әйтеп ҡарарға итһәм дә,
    Шөрләйем әле үҙем.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Ул бит өйөмдөң ҡото.
    Унһыҙ ашымдың тәме юҡ,
    Усаҡта янмай утын.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Күңелен китерһегеҙ.
    Мөхәббәткә ҡойондорор –
    Сәскә бүләк итегеҙ!

    ***
    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Силәк элеп беләккә?
    Һыйыр һауып, һөтөн һатам,
    Көн итергә кәрәк тә!

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Әллә инде еләккә?
    Еләк һатып аҡса тапҡас,
    Шәпһең инде бигерәк тә!

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Бәшмәк эҙләп, урманға?
    Алһыҙ-ялһыҙ кәсеп итеп,
    Әйләндең «басурман»ға.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Булмайым тиеп әрәм?
    Хеҙмәт кешене матурлай,
    Маймылдан яһай әҙәм.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Күтәреп донъя йөгөн?
    Ҡатын-ҡыҙҙың иңдәрендә
    Шыуыша донъя бөгөн.

    Эй, йөрөйһөң, Хәсбиямал,
    Һис нигә эсең бошмай!
    Ҡатын-ҡыҙ ул асылмаҫ сер –
    Дөрөҫ әйткән был Мостай!

    Гөлзифа САБИТОВА.
    Баймаҡ районы,
    Иҫәнбәт ауылы.
    авторы: admin | 23 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Быйыл тырыш, «брак» һалма, Ул табып бир иреңә»
  • «Пенсия менән тауар хаҡы Сыҡҡан, тиҙәр, ...
  • «Беҙҙән ялҡынлы сәләм әйт Мортаза ...
  • «Бисәләр кейемен һата Әзмәүерҙ ...
  • «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоғ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru