Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Ниңә шулай?
  • Енәйәт һәм яза
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ауылдарҙы тергеҙерлек Шәп егеттәр, һеҙ ҡайҙа?» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар
    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Йылмайып тора йөҙө.
    Електәре тулған уның,
    Түлкә туймаған күҙе.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Яңы бейергә төштө.
    Суртан әмере кәрәк,
    Яратмай үҙе эште.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Сүкей бит ана ҡалай.
    Шайтан һыуы эләкмәһә,
    Посудаларҙы һанай.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Эштәре күп, бушамай.
    Эсе күпкер, күп ашаған,
    Тупһанан да төшәлмай.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Кәкре бит бармағы.
    Миллиондарын эләктерә,
    Шәп бит уның ҡармағы.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Бейеп тора аяғы.
    Сереп байыһа ла үҙе,
    Туймай уның тамағы.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Йәшәй ул балда-майҙа.
    Ауылдарҙы тергеҙерлек
    Шәп егеттәр, һеҙ ҡайҙа?

    ***
    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Калуш кейгәнһең харуш.
    Ҡымыҙ тулы кәритәгә
    «Йәшлек» үткәрә ярыш.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Ҡыҫҡа күлдәктәр кейеп?
    Ҡоро һөйәктәргә ҡалдым,
    Һинең утыңда көйөп.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Күҙең-башың буятып?
    Ярым шәрә йөрөйһөң шул,
    Күңелдәрҙе уйнатып.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Мин бит һине яратам.
    Әгәр миңә ҡарамаһаң,
    Билләһи, сихырлатам.

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Һағынып кемдәр көтә?
    Кем бәхетенә эләгер
    Ҡымыҙ тулы кәритә?

    Алма НУРИЕВА.
    Саҡмағош районы.
    авторы: admin | 3 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Быйыл тырыш, «брак» һалма, Ул табып бир иреңә»
  • «Пенсия менән тауар хаҡы Сыҡҡан, тиҙәр, ...
  • «Беҙҙән ялҡынлы сәләм әйт Мортаза ...
  • «Ҡатыным бик яҡшы икән, Тик белмәгәнмен шуны ...
  • «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоғ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru