Кемдең эш көнө күп, шуның ҡулы мул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Май
  • Йондоҙнамә
  • Суғамаҡ башында
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар
    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Республика йылында.
    Башҡортостан – ышаныслы
    Рәхимовтың ҡулында.

    Быйылғы йыл юбилейҙарға бай,
    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай.
    65 йыл Бөйөк Еңеүгә, тип
    Миҙалдарын һыйпай олатай.

    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Йыйып бар башҡорттарҙы.
    Ниәттәре изге булһын
    Барған делегаттарҙың.

    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Делегаттар, әҙер тороғоҙ.
    Бөтә донъя башҡорттары менән
    Изге генә кәңәш ҡороғоҙ.

    Һин ҡот булып килдең,
    Ҡоролтай, өсөнсөгә.
    Йөҙөбөҙҙө асмайыҡ
    Теләгән бер үткенсегә.

    Һин ҡот булып килдең,
    Ҡоролтай, илебеҙгә.
    Сит телдәрҙе бутамайыҡ
    Үҙ башҡорт телебеҙгә.

    Һин ҡот булып килдең,
    Ҡоролтай, башҡорттарға.
    Мәңге тоғро ҡалайыҡ
    Вәғәҙәләргә, анттарға.

    * * *
    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Татлы балы менән дан тота.
    Ҡурай уйнап, моңло йырын һуҙһа,
    Ҡайғы-хәсрәтен дә онота.

    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Ҡунаҡсыл, йомарт үҙе.
    Күңел күҙегеҙ күрмәһә,
    Ниңә ул маңлай күҙе?

    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Сигенмәгән, ныҡ торған.
    Сөнки ерҙең кендегеләй
    Уралда тирмә ҡорған.

    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Һәр ваҡыт юлын тапҡан.
    Хатта ҡатын-ҡыҙҙары ла
    Ир-ат менән яу сапҡан.

    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Борондан килгән халыҡ.
    Онотмайыҡ беҙ тарихты,
    Булмайыҡ аңра һарыҡ.

    С. БИЛАЛОВА.
    Бөрйән районы,
    Килдеғол ауылы.

    * * *
    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Башҡорттоң күҙ терәгән йыйыны.
    Дүрт тарафтан һиңә ағылһын
    Милләтем вәкилдәре йыйылып.

    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Милләт өсөн һин – ҙур йыйын.
    Осрашмайса, һөйләшмәйсә һәм
    Кәңәшһеҙ – башҡортҡа йәшәү ҡыйын.

    Башҡортостанда – илебеҙҙә
    Күп милләттәр өйрәнә үҙ телен.
    Башҡорт та ситтә үҙ телендә
    Алһа ине шатланып аң-белем.

    Башҡортостанда күпләп үҫә
    Шамонин һәм башҡа ауылдар.
    Шул ауылдарҙан күпме башҡорт
    Матур, ҡупшы өйҙәр алырҙар?

    * * *
    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Монголға ла ҡаршы һуғышҡан.
    Ун дүрт йыл буйы алышып,
    Илен талатмаҫҡа тырышҡан.

    Монголдар еңә алмағас,
    Башҡорт менән солох төҙөгән,
    Яу ҡайтарып һуғышҡанда,
    Башҡорттар булмаған ебегән.

    Французына ла күрһәткән
    Яусыллығын, мәргән булыуын,
    Дошманға ҡаршы торғанда
    Йөрәгенә нәфрәт тулыуын.

    Немецҡа ла ҡаршы барған,
    Һелтәп ялтыр булат ҡылысын.
    Йән аямай ул һуғышҡан,
    Килһен өсөн ергә тыныслыҡ.

    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Илдә өлгөлө тормош ҡорҙо.
    Башҡорттарҙы берләштереп,
    Хәҙер йыя ҡоролтай – ҡорҙо.

    Миңлейәр ТАКИЕВ.
    Салауат районы,
    Урмансы ауылы.
    авторы: admin | 25 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Хаттин ашҡан аҡсаға ла Милләтемде һатмайым!»
  • «Сәсән һүҙе – бер алтын, Күмәк к& ...
  • Һин ҡот булып килдең, Ҡоролтай!
  • «Үҙ телен белмәгән башҡорт, Һау тү ...
  • Таҡмаҡтар бәйгеһе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru