Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәнлектәр донъяһы
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Йондоҙнамә
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Таҡмаҡтар бәйгеһе Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар
    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Ҡайҙарға килеп еткән.
    Күпме ер-һыуҙарҙы үтеп,
    Уралды төйәк иткән.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Торғаны бер сал тарих.
    Ата-бабайҙар хаҡында
    Яҙырлыҡ бит тәүарих.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Аҡылдарында – аҡлыҡ.
    Күптәрҙе хайран итеп,
    Яуланы үҙаллылыҡ.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Ҡыйыу ҙа ул, тәүәккәл.
    Шундай ул үҫтереп биргән
    Халҡыбыҙға Тәүәкән.

    Шул ул бөгөн
    республикамдың
    Бәҫен күтәргән шәхес.
    Рәхмәтле уға хатта
    Яңыраҡ тыуған бәпес.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Азатлыҡты ярата.
    Киләсәккә юл ярҙы
    Ҡараһаҡал, Батырша.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Ниҙәр килмәй уның
    башына.
    Ҡурҡыу белмәҫ батыр
    Салауат
    Баҫып тора ҡая ташында.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Үҙ халҡы өсөн тыуған.
    Ана шундай шәхес булған
    Зәки Вәлиди Туған.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Көслө уның тауышы.
    Ошоға асыҡ миҫал бит
    Шиғри һүҙе Бабичтың.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Ниҙәр генә күрмәгән.
    Иле, ере, халҡы өсөн
    Йәнен дә йәлләмәгән.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Мостай үҙе ни тора?!
    Ниҙәр генә яҙманы ул:
    Шиғыр, проза, драма.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Ғүмер баҡый көрәшә.
    Нишләһен, ғәҙелһеҙлек бит
    Һәр саҡ йөрөй йәнәшә.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Ҡылғаны гел хаҡ була.
    Халҡын ғилемгә әйҙәгән
    Аҡ күңелле Аҡмулла.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Рәмиҙе генә ал әле.
    Илен, телен ҡурсалау
    Булды уның теләге.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Башлы, таланттарға бай.
    Телем, тиеп күпме янған
    Ҡәләм оҫтаһы Бикбай.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Күпме һинең әҙибәң.
    Аҫыл әҫәрҙәр ҡалдырҙы
    Зәйнәбең һәм Һәҙиәң.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Ҡулдарында – ҡурайы.
    Париж халҡын таң ҡалдырҙы
    Йомабайҙың уйнауы.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Сәсән дә ул һәм шағир.
    Ишмуллаға иш булырлыҡ
    Табылырмы баһадир?

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Иҫ китерлек булмышы.
    Моңһоҙҙарҙы
    моңландырыр
    Рамаҙандың тауышы.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Бер ҡасан һынатманы.
    Иленә яу ябырылғанда
    Өңөндә боҫоп ятманы.
    Дошман менән алышта ул
    Еңмәйенсә ҡайтманы.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Тар-мар итте фашисты.
    Шайморатов егеттәре
    Йән аямай алышты.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Күренеп бара кеше күҙенә.
    Аҫабалығыңды юғалтма,
    Хужа бул үҙ ереңә.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Ниҙәр генә күрмәгән.
    Азатлыҡ өсөн көрәшкән,
    Ҡол булырға күнмәгән.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Һәммәһендә мәрхәмәт.
    Тар сәхнәләрҙе киңәйтә
    Азат менән Миңләхмәт.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Зарлы ла ул, моңло ла.
    «Буранбай»ҙы, ай, һыҙҙыра
    Моңлоларҙан-моңло
    Абдулла.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Һәр яҡлап үҫә даны.
    Бар донъяны таң ҡалдыра
    Бөрйәндең солоҡ балы.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Ул атһыҙ торамы ни?!
    Ҡаҙы-ялы ашамайса
    Тамағы туямы ни?

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Ихтирамлы һәм һынсыл.
    Һый-хөрмәттән һығыла
    өҫтәл,
    Үҙе ниндәй ҡунаҡсыл.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Оҫта баҫа «Байыҡ»ты.
    Фәйзи ағайҙың һәләте
    Бейеү сәнғәтен байытты.

    Һай, был башҡорт шундай
    инде,
    Әйткәнемсә, ҡунаҡсыл.
    Оло йыйын йыйырға
    Йөрьәт итте ул быйыл.

    Һин ҡот булып кил,
    Ҡоролтай,
    Башҡортостан иленә.
    Төклө аяғың менән баҫ
    Минең тыуған еремә.

    Һин ҡот булып кил,
    Ҡоролтай,
    Халҡымды ҡыуандырып.
    Оло маҡсаттар ҡуй алға,
    Беҙҙе ҡанатландырып.

    Рәхимә ЮЛАМАНОВА.
    Йылайыр районы,
    Ҡашҡар ауылы.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Үҙ телен белмәгән башҡорт, Һау тү ...
  • Таҡмаҡтар бәйгеһе
  • «Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!»
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru