Бөгөнгө эшенде иртәгәгә ҡалдырма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Дайджест
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Таҡмаҡ Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар
    Яңы йыл менән, йәмәғәт! Нисек һуң байрамдар? Ҡыш бабай таяғына эләгеп һөрлөгөүселәр, эләкмәйенсә лә абынып йығылыусылар, мәрәкәгә ҡалыусылар юҡмы арағыҙҙа? Ю-юҡ? Булмаҫ. Бәлки, тамаша мәлендә итәге йыртылып, салбары төшөп китеп оятҡа ҡалғандар барҙыр. Юҡ, ти? Кит әле, алдашмағыҙ. Һуң хут яңылышып китеп, күршегеҙҙең бисәһен (яңылышып китеп, күркәһен тип әйтә яҙҙым), бер ҙә булмаһа ҡоҙасағыҙҙың һул яҡ битенән үбергә ынтылып та ҡараманығыҙмы ни? Ынтылмағанығыҙ һәйбәт, әтеү үҙегеҙҙең уң яҡ битегеҙҙән башҡалар үбеүе лә мөмкин ине... 45-се размерлы быйма менән. Шулай ҙа йәлһегеҙ, йәмәғәт. Ә бына беҙҙә эштәр хәт-тәр шәп булды, эйе, «Таҡмаҡ» бәйгеһендә тим. Уҡыһағыҙ, ниҙәр булғанын үҙегеҙ ҙә белерһегеҙ.

    Алдан бер-икәүһен сер итеп кенә ҡолағығыҙға шыбырлайым. Уны беҙгә Салауат районынан Шәрифә Закирова яҙып ебәргән:

    Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Яңы йылдың кисендә
    Йырлап-бейеп күңел асты
    Беҙҙең «быуаҙ» килен дә.

    Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Яңы йылдың төнөндә
    Галуштарым төшөп ҡалған
    Күрше ҡапҡа төбөндә.

    Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Яңы йылдың иртәһендә
    Яңы башҡорт йоҡлап ята,
    Күр: тауыҡ кетәгендә.
    Әйткәндәй, «ТАҠМАҠ» бәйгеһе дауам итә. Иҫләйһегеҙҙер, ике ай һайын яңы тема тәҡдим ителә һәм ҡатнашыусы шул теманан тайпылмаҫҡа бурыслы.
    Әле февралгә тиклем тема – «Яңы йыл».
    Таҡмаҡтарығыҙҙың тәүге юлдары былай башланырға тейеш:
    1. Шыршы төбөндә, ҡоҙағый...
    2. Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Яңы йылдың...
    Яңы йыл менән! Әбйәлилдән Сәүҙә Шаһивәлиеваның теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ:
    Йылдың һәр бер миҙгелендә
    Килһен ике Новый год.
    Бәшмәк менән еләге лә
    Бешһен ине круглый год.

    Ҡыңғыраулы пар аттарҙа
    Ҡыш бабай килә елеп.
    Ябай халыҡ матур йәшәй
    Ауырлыҡтарҙы еңеп.

    Һыйыр йылы үтеп бара,
    Елеп килә юлбарыҫ.
    авторы: admin | 20 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Таҡмаҡ бәйгеһе
  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд| ...
  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд| ...
  • «Ала һәүкәшем һау булһа, Пүст ...
  • Таҡмаҡ бәйгеһе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru