Йәһәтләһәң - ит бешә, һуңға ҡалһаң - бит бешә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Дайджест
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Йыланлы урын
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ала һәүкәшем һау булһа, Пүстәк миңә кризис!» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар
    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Һыҙҙырып таҡмаҡ әйтә.
    Яңы йыл бит, ғәйеп түгел,
    «Дәртләнеп» алған шәп тә.

    Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Ғүмерҙәр үтеп бара.
    Әҙер таҡмаҡты кем әйтмәй,
    Үҙең сығарып ҡара.

    Фәстереп тә алайыҡ,
    Төрттөрөп тә алайыҡ.
    Йырҙың йыртығы юҡ, тиҙәр,
    Үпкәләшеп бармайыҡ.

    Төртмә таҡмаҡ бик килешә
    Ғәмһеҙҙе уятырға,
    Сәмлеләрҙе оялтырға,
    Уйсанды уйлатырға.

    Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Яңы йыл кисәһендә
    Саманы бел, батып ҡуйма
    Араҡы шешәһенә.

    Моң батшаһы ҡурайым,
    Бәке менән һырлайым.
    Ишетәһеңме, кейеҙ ҡолаҡ,
    Һиңә төртөп йырлайым.

    Эй, дуҫҡайым, йүнһеҙлегең
    Заманаға һылтама.
    Егәрлеләр көрсөктә лә
    Аҡса эшләй, мал таба.

    Ҡулымдағы балдағымдың
    Исемдәре Иҙ(е)рис.
    Ала һәүкәшем һау булһа,
    Пүстәк миңә кризис.

    Ҡатығын да, ҡоротон да,
    Май-ҡаймағын да һатам.
    Байҙарыңдан һис ҡалышмай
    Донъямды көтөп ятам.

    «Зәңгәр ут» өйҙө йылыта,
    Утын түгел усаҡта.
    Алла бирһә, бирешмәбеҙ
    Мортазабыҙ һау саҡта.

    Беҙҙең урам аҡбалсыҡ –
    Бата күрмә, атлап сыҡ.
    Ҡоҙа көлә, үәт, был әбей
    Натуральный маҡтансыҡ.

    Торналар осоп ҡайталар,
    Һағынып тын күлдәрҙе.
    Башҡортостанды юғары
    Мортазабыҙ күтәрҙе.

    Үтәбайҙар көрсөктә лә
    Илебеҙҙе талайҙар.
    Эсәр һыуға һалым түләй
    Пенсионер бабайҙар.

    Һиндә лә бар көйәнтә,
    Миндә лә бар көйәнтә.
    Хәҙер байҙар аҫрайҙар
    Кәмендә өс һөйәркә.

    Бигерәк шаштың, ти ҡоҙа,
    Туҡта, аҙағын уйла.
    Яңы башлап ҡына торам –
    Һин, бабай, мине тыйма!

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Һаман ҡыҙғандан-ҡыҙа.
    Дер һелкетеп халыҡ бейей,
    Залда саң-томан туҙа.

    Башҡортто арттырайыҡ, тип
    «Йәшлек» оранын һалды.
    Минең килен ике йылда
    Өс бәпәй таба һалды.

    Күк бейәне төпкә егәм,
    Аҡ бәкәле – мисәүҙә.
    Әйҙә, тәүәккәллә, килен,
    Мишәйт итмәҫ бишәү ҙә.

    Килендәр шаштылар, алғас
    «Капитал»ын, миҙалын.
    Тәки тапты был шилмалар
    Көрсөктә лә әмәлен.

    Борон ҡәйнә килен менән
    Бәпәй тапҡан бер мәлдә.
    Бабай әйтә, берәй малай
    Әтмәләйекме әллә?!

    Ауыҙыңда һис һүҙ ятмай,
    Туҙынып китте ҡоҙа.
    Шул ла булдымы ни таҡмаҡ –
    Кит, әстәғәфирулла.

    Кизе шәлем аллы-гөллө,
    Ситтәрендә йәшел суҡ.
    Рухланып, «Йәшлек»те
    уҡып,
    Ҡартайырға форсат юҡ.

    Бөтә ауыл «Йәшлек» уҡый:
    Уҡый әбей, бабайҙар.
    Ниңә яҙылмай «Йәшлек»кә
    Өфөләге ағайҙар?

    Үтәбайҙар һатып ала
    Океанда ут(ы)рау.
    Беҙ ҙә кәртәләп алайыҡ –
    Сыбаркүлдә ут(ы)рау.

    Ике тауыҡты тотоноп,
    Шунда дача һалайыҡ.
    Ҡыҙыл әтәсте лә өҫтәп,
    Лутсы яхта алайыҡ.

    Ҡоҙа ла тапты әмәлен –
    Барыҫ битлеген кейҙе.
    Ботонан матҡып үкертте,
    Тыя алмағас әбейҙе.

    Асҡан ауыҙын ябалмай,
    Ҡоҙағый ҡатып ҡалды.
    Шыршы төбөндә, иркенләп,
    Башҡалар урын алды.

    Мәҙәк хәлдәр булып тора
    Яңы йылдың кисендә.
    Ошо хәлде күҙәтеүсе
    Мин дә булдым эсендә.

    «Йәшлек»һеҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаусы
    Ләлә ҒҮМӘРОВА.
    Әбйәлил районы,
    авторы: admin | 14 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд| ...
  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд| ...
  • «Ала һәүкәшем һау булһа, Пүст ...
  • Таҡмаҡ бәйгеһе
  • Яңы йыл килә еремә!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru