Иренсәк донъянан ҡоро ҡалыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Ай башы - июль
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар
    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Аяғын йәйеп ултыра.
    Берәү яңылыш ҡырын баҫһа,
    Бар ауылға тултыра.

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Бүләк көтөп арыған.
    Зәйнәп, сессия бирәм, тип,
    Йөкмәп китте һарығын.

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Тыпырлай быйма кейеп.
    Һөйһәң һөй, һөймәһәң һөймә,
    Йөрөмә йәнде көйҙөрөп.

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Шыршыһын һаҡлап тора.
    Хәҙер көрсөк ваҡытында
    Шыршы ла «ҡасып» бара.

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Гармун һуҙа ла һуҙа.
    Һин дә гармун тартырһың әле,
    Башыңа төшһә нужа.

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    «Йәшлек» уҡый тырышып.
    Йәшем 80-гә етһә лә,
    Йәштәрҙән булмаҫ ҡалышып.

    Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
    Һеҙгә күстәнәс һалдым.
    Кейәүемә ярайым тип,
    Бер тинһеҙ тороп ҡалдым.

    Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
    Яңы йылдың төнөндә.
    Төштәремә көн дә инәһең,
    Ник килмәйһең өнөмдә?

    Һине генә уйлап йөрөп,
    Сәсем ағарып бөттө.
    Алма ашайым тигәнсе,
    Һуңғы теш килеп төштө.

    Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
    Яңы йыл иртәһендә.
    Һине көтөп ҡартайҙым бит,
    Хәҙер кем ала инде?

    Рәмзилә ЮЛГИЛДИНА.
    Йылайыр районы,
    Йылайыр ауылы.
    авторы: admin | 1 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Таҡмаҡтар
  • Таҡмаҡ бәйгеһе
  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд| ...
  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд| ...
  • «Ала һәүкәшем һау булһа, Пүст ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru