Итексенең итеге булмаҫ, балтасының ишеге булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Иман
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Таҡмаҡтар Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар
    (Иң йәш ҡоҙағыйға)
    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Тәмле төштәрен күрә:
    Имеш, яңы йылдан башлап
    Уның ҡоҙаһы түрә.

    Ҡулда «ҡатырға» булһа ла
    Эш табыуҙары ҡыйын,
    Әлдә әле ҡоҙалар бар –
    Табалар ҙа һуң яйын.

    (Уртансы ҡоҙағыйға)
    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Шешәһен тотоп ята,
    Эй, Хоҙайым, был ни ғәжәп,
    Әбейҙәр аптырата!

    Пенсия килә ваҡытында
    Балалар ярҙам итә,
    Йола тотоп, намаҙ уҡып
    Ултырыуға ни етә?!

    (Иң оло ҡоҙағыйға)
    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Йәшлек йырҙарын һуҙа.
    Йырлаһаң да, бейеһәң дә,
    Ғүмеркәйҙәр тиҙ уҙа.

    Аттарыма көйөш бар,
    Торорома мөйөш бар.
    Йырлап-бейеп тик йөрөйөм,
    Башҡа минең ни эш бар?!

    Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
    Яңы йыл табынында.
    Урап үтер бәлә-ҡаза
    Аллаға табынғанда.

    Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
    Яңы йыл байрамында.
    Миҙал алып ҡайтам тиҙҙән
    Өфөгә барғанымда.

    Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
    Яңы йыл кисәһендә.
    Тормош татыта сөсөһөн,
    Тәмләтә әсеһен дә.

    «Йәшлек»кә яҙылам тиһәң,
    Көрсөк бәкәлгә һуға.
    Ойоҡ, бейәләйҙәр һатып,
    Яҙылдым бына шуға.

    Үгеҙ кеүек үкермәйек,
    Көрсөк бөтәлер төҫлө.
    Эй, дуҫтарым, булайыҡ
    Юлбарыҫ кеүек көслө.

    Сажиҙә БИЛАЛОВА.
    Бөрйән районы,
    Килдеғол ауылы.
    авторы: admin | 24 ноября 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Таҡмаҡтар
  • Таҡмаҡ бәйгеһе
  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд| ...
  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд| ...
  • «Ала һәүкәшем һау булһа, Пүст ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru