Күп йоҡлаған атын алдырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • [b]Көнөгөҙ матур үтһен тиһәгеҙ...[/b]
  • Дайджест
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Йәш сибәргә күҙ ташлаһаң, Күгәүендәй тешләшә» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Һөйһөн әйҙә түрәне.
    Эше була, даны була –
    Кәрәк түгел бүтәне.
    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Һөйөп-һөйөлөр мәле.
    Ҡосағында бер төн ҡунһаң,
    Һин дә булырһың тиле.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ауылдарҙы тергеҙерлек Шәп егеттәр, һеҙ ҡайҙа?» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Йылмайып тора йөҙө.
    Електәре тулған уның,
    Түлкә туймаған күҙе.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Бисәләр кейемен һата Әзмәүерҙәй ағайҙар» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ –
    Ҡойоп ҡуйған кәртинкә.
    Аукционға ҡуйһам инде –
    Булыр микән ун тәңкә?

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Бер үҙенә 10 тауыҡ, Миңә бер кәләш тә юҡ» Такмактар, Шиғырҙар

    «Бер үҙенә 10 тауыҡ, Миңә бер кәләш тә юҡ»Кәзәләр менән кәзәләндек. Әтәс менән тибешеп, кикерек шиңдереүгә үк барып еттек. Булмаһа, елләнеп, һәлмәк кенә итеп атта, әллә машиналамы, елеп киләйек, донъя күрәйек. Һәр ваҡыттағыса, һеҙҙән шәп яуаптар көтәбеҙ.
    Әйткәндәй, үткән һүрәткә иң тапҡыр яуап биргән Айгөл Юнысова (Хәйбулла районы), Харис Теләмов (Ейәнсура), алдан вәғәҙәләүебеҙсә, талантлы юморист Марат Әминевтың автографлы китабы менән бүләкләнә. Ә был юлы атҡа сыбыртҡыны ныҡ һелтәүсегә (һоло биреүсегә лә) һәм машинаның газына ныҡ баҫыусыға (бензин һалыусыға ла), йәғни тапҡыр яуап биреүсегә Венер Исхаҡов үҙенең шәп китабын әҙерләне.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Пугачева булам» тиеп «Пластик»ҡа аҡса йыя» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Тәбиғәт кеүек серле:
    «Эйвон, Эйвон» тип һаташа,
    «Әрифляем» ти сире.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Ҡатһа ҡата ла ҡуя:
    «Пугачева булам» тиеп
    «Пластик»ҡа аҡса йыя.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡ бәйгеһе Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ, Кәрәк саҡта – бик эре.
    Ә кәрәкмәгәндә, эй, Хоҙай, Мунса йыуғысы кеүек.

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ, Ундай гүзәл зат һирәк.
    Кәкре сираҡ булһа ла, Оҫта бейей бигерәк.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡатыным бик яҡшы икән, Тик белмәгәнмен шуны» Такмактар, Шиғырҙар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Берәү генә үҙемә.
    Нимә әйтһәм, шуны тыңлай,
    Ҡарап тора күҙемә.
    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Теш ҡуйҙырған алтындан.
    Шунан бирле йәш егеттәр
    Бер ҙә ҡалмай артынан.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоға ябыҡтым 2» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һаумыһығыҙ, «Йәшлек»тәр!
    Учалынан күп сәләм.
    Бер тас тулһа-тулмаһа ла,
    Тағы таҡмаҡ ебәрәм.
    Һуңлап тороп ҡалмайым тип,
    Ҡабаландым, ашыҡтым.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru