|
 |
|
Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ, Ҡолаҡтары ишетмәй. Ҡатын-ҡыҙҙар күп ишетһә, Аҡылдары етешмәй. |
|
|
Кәзәләр менән “кәзәләндек”, эш әтәскә барып етте. Һеҙҙән шәп яуаптар көтәбеҙ. Әйткәндәй, үткән һүрәткә иң тапҡыр яуап биргән Булат АБДУЛЛИН (Әбйәлил районы), алдан вәғәҙәләүебеҙсә, Марсель Сәлимовтың автографлы китабы менән бүләкләнә. Ә был юлы “әтәстең кикереген шиңдереүсе”гә, йәғни тапҡыр яуап биреүсегә талантлы йәш юморист Марат Әминев үҙенең шәп китабын әҙерләне. «Ирекле никах» – хәҙер йәштәрҙә. Һуңынан түгелә ҡанлы йәштәр ҙә. Никах йорттары ташландыҡмы әллә? Хайуандар шикелле булдыҡмы әллә?
|
|
|
Етер, тамам. Аптыраттығыҙ бит тамам. Ебәрәһегеҙ ҙә, ебәрәһегеҙ таҡмаҡтарығыҙҙы. Әйтерһең, тасығыҙ юҡ инде бына. Мөхәрриргә әйттем, миңә күҙлек алып бирегеҙ, тинем. Бушлай, әтеү күҙ тондо. Ана, производствола эшләгәндәргә бушлай һөт бирәләр бит, тим. Уйлап ҡарағыҙ, 80-дән ашыу хат килде, иң әҙ таҡмаҡ ебәреүсе лә тиҫтәнән аштырған. Ә инде Мәфтүхә Хәмитова – 132, Ямал Байтуғанова – 94, Рәшиҙә Мөхәмәтдинова – 71, Нәтижә Вахитова 57 таҡмаҡ ебәргән. Дүртәүһенекен бергә ҡушҡанда ла нисәү килеп сыға, эйе, 354. Ә барыһын бергә ҡарап барһаң, ике меңдән ашып... дәлше китергә лә мөмкин. Күҙҙе әйтәм, маңлайға менеп китергә лә мужыт. Көлөп эстәр ҡатҡанда кем ярҙам итер – хөкүмәтме ни? Улар һинең менән көлөшөп ултырыр ултырмай ни. Әлдә дуҫтар бар, бергә йыйылып, эрәхәтләнеп, кинәнеп, уҡыныҡ бына ошо таҡмаҡтарығыҙҙы. Шуныһы һәйбәт булды, был айҙа бисәкәй менән ҡаймаҡ ашамай торҙоҡ. |
|
|
Шыршы төбөндә ҡоҙағый Һандуғастай талпына. Был бисәгә ни булған, тип, Аптырап тора ҡоҙа.
Сиңерткәләй һикергеләй, Орсоҡтай өйрөлә. Сүгеп тә бейеп ебәрә, Таянып бөйөрөнә. |
|
|
Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм, «Йәшлек» алдыраһыңмы? Бөтәһен уҡыйһыңмы, әллә Әҙерәк ҡалдыраһыңмы? |
|
|
Шыршы төбөндә ҡоҙағый Оҙон көйҙәрен һуҙа. Йырлап, уйнап ҡалығыҙ, Ғүмер заяға уҙа. |
|
|
Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм, Яңы йылдың көнөндә Әсәй бәпес алып ҡайтҡас, Атай шуға һөйөнә, «Газель» ҡайта өйөнә. |
|
|
Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм, Яңы йылдың көнөндә Әсәй бәпес алып ҡайтҡас Атай шуға һөйөнә, «Газель» ҡайта өйөнә.
Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм Яңы йылдың көнөндә - Әсәй бәпес алып ҡайтҡас Өләсәйем һөйөнә: «– Киленем миҙал алыр әле Президенттың үҙенән». |
|
|
|