Бушҡа йөрөгәнсе, бушҡа эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Йондоҙнамә
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был аҙнала беҙҙе йылмайтты Яңылыҡтар

    Былтыр Мәскәүҙә яңы тыуған балаларға Севастополь, Джаз, Рассвет, Византия, Луна һәм Сила тип исем ҡушыусылар осраған. Быны илебеҙҙә һәм донъяла булған сәйәси хәлдәр­ҙең шаңдауы тип тә ҡабул итергә мөмкин.
    Яңы исемдәр башлыса малай­ҙарға ҡушылған. Әйтергә кәрәк, Мәскәүҙә София һәм Александр исемдәре популяр. 2013 йылда бәпестәрен Легенда, Алиса-Нефертити, Мир һәм Космос тип атаусылар булған.

    авторы: admin | 16 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    17 февралдән Мәскәүгә 99 һумға ғына самолет менән барыр­ға мөмкинлек бар (өҫтәмәләрҙе иҫәпләһәң, билет хаҡы 512 һумға төшә). «Победа» авиакомпанияһы 15 февралгә тиклем ете йүнәлеш буйынса иң түбән тариф буйынса билеттар һатыу ойоштора. Уның буйынса Мәс­кәүҙән Өфөгә, Ар­хангель­скиға, Белгородҡа, Тө­мәнгә, Нижневар­товскиға, Пер­м­гә һәм Волгоградҡа һәм кире йүнәлештә билеттар һатып алырға мөмкин.

    авторы: admin | 16 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төҙөлөш офисын янут пыран-заран килтергән. Яңылыҡтар

    Санкт-Петербург ҡалаһындағы бер төҙөлөш фирмаһы офисында урман эте йәки янут тип йөрөтөлгән хайуан ысын мәғәнәһендә янъял ойошторған. Ул төндә торба аша инеп, фирма директорының ҡабул итеү бүлмәһенә аҫылмалы түшәмде емереп килеп төшкән.
    Әле янутты ҡала ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре “Сирин” ҡырағай йәнлектәрҙе реабилитациялау үҙәгенә килтергән.
    Бындай йәнлектәр Ленинград өлкәһендә йәшәмәй. Күрәһең, өйҙә аҫралған янут юғалған йәки уны аҙаштыр­ғандар.

    авторы: admin | 15 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе аптыратты Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Австралияның иң ҡарт кешеһе – 109 йәшлек Альфред Дейт ваҡытын пингвиндар өсөн свитерҙар бәйләп үткәрә. Ул былтыр Яңы Көньяҡ Уэльстағы ҡарттар йортона йәшәргә килгәс, ниндәй ярҙам кәрәк, тип һораған. Шәфҡәт туташтары, уның 80 йыл буйы бәйләм бәйләүен белгәс, Филипп утрауындағы пингвиндар өсөн ярҙам фонды тураһында әйткән. Бер аҙҙан ойошма ғәйәт ҙур күрһәткескә өлгәшкән – 32 мең свитер бәйләгән.
    Пингвиндар нефть түгелеүҙән зыян күрә һәм уларҙы ҡаурыйҙары һыуыҡтан һаҡлай алмай.

    авторы: admin | 13 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Лена ШАҺИМӘРҘӘНОВА,
    Әбйәлил районының Дауыт ауылы:
    – Яңыраҡ беҙҙә “Аҡ ҡайын” исеме аҫтында балалар баҡсаһы асылды. Әле генә эшләй башлаған учреждение, әлбиттә, ата-әсәләрҙең терәгенә мохтаж. Ошоно күҙ уңында тотоп, өлкәндәр хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә. Иң әүҙемдәре алты йәшлек Нәркәс Сәғәҙәтованың өләсәләре, йәғни Көнһылыу һәм Таңһылыу Йәркинбаевалар булып сыҡты. Улар даими рәүештә балалар баҡсаһына үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Яңыраҡ ҡына башҡорт кейемдәре тектереп бирҙеләр, ойоҡбаш-бейәләй бәйләнеләр. Өйҙәрендә лә өлгөрәләр, беҙгә лә килергә ваҡытын йәлләмәйҙәр. Шундай изге йөрәкле кешеләр күберәк булһын ине. Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ.

    авторы: admin | 13 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө” халыҡ-ара аэропортының яңы терминалында төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре 85 – 90 процентҡа үтәлгән һәм терминалды марттың өсөнсө декадаһында файҙаланыуға тапшы­рыр­ға йыйыналар. Дөйөм майҙаны 16 мең кв. метр булған яңы терминал пассажирҙарҙы сит илгә сығарыу мөмкинлеген сәғәтенә 800 кешегә тиклем арттырасаҡ.

    Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырыу тантанаһы үтте. Был бүләккә быйыл Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Әхмәт Искәндәров, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Ғәлийән Хәсәнов лайыҡ булды. Күренекле яҙыусы исемендәге премияны тапшырыу районда Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы менән тура килгән.

    авторы: admin | 12 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Запастағылар әҙер торһон Яңылыҡтар

    Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби запас­тағыларҙы ике айға тиклем йыйынға саҡырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Был сара йыл һайын үткәрелә. Һуңғыһы, әгәр иҫләһәгеҙ, былтыр август-сентябрҙә иғлан ителде.
    Рәсәйҙең хәрби запастағы граждандары Ҡораллы Көстәр, Эске эштәр министрлығы, дәүләт һағы һәм именлек хеҙмәте органдарына саҡырыла. Әле Президент Указы нигеҙендә РФ Оборона министрлығы төбәк хәрби комиссариаттарына ебәреү өсөн директива әҙерләй.

    авторы: admin | 5 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    “Юлдаш” радиоһының тапшырыуҙар теҙмәһе (2 – 8 февраль) Яңылыҡтар » Иғтибар

    Һәр сәғәт башында – республика, Рәсәй, донъя яңылыҡтары, көн торошо хаҡында мәғлүмәт, реклама. Сәғәт уртаһында – көн торошо, аҙағында – изгелек хеҙмәте, 7.40 – "Халыҡ хәбәрсеһе" (дүшәмбе – йома), 7.45 – "Мәҙәни көндәлек", 7.52 – "Алхәбәр", 8.52, 21.50 – "Йондоҙнамә", 14.05, 17.00 – "Ҡәҙерле кешемә". Музыкаль ҡотлау­ҙар, 18.15 – "Асыҡ студия". Көнүҙәк темаға һөйләшеү, 21.15 – "Иләү" (дүшәмбе – йома).

    авторы: admin | 30 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru