Айран бешеп, май төшмәй, сүбәк сәйнәп, май сыҡмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Енәйәт һәм яза
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был аҙнала беҙҙе ҡыуандырҙы Яңылыҡтар

    Англияла йөҙ йыл элек Санта-Клаусҡа яҙылған хат табылған.
    1892 йылда нигеҙ һалынған интернат-мәктәпте йыйыштырыусы камин таҙартҡан ваҡытта һарғайып бөткән ҡағыҙға тап була. Уны уҡығандан һуң был хатты 10 – 11 йәшлек Хэли исемле ҡыҙҙың йөҙ йыл элек яҙыуы асыҡлана. “Ҡәҙерле Санта-Клаус, ошо арала миңә ҡунаҡҡа килерһең, тип көтәм. Әсәйемә хәбәр ит әле, зинһар, миңә “The England” китабы һәм байрам күлдәге кәрәк. Һөйөү менән, Хэли”, – тип яҙа ул.

    авторы: admin | 30 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе аптыратты ғәжәпләндерҙе Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һиндостанда кремация усағындағы мәйет аңына килгән.
    72 йәшлек Дипак Сингх һыйыр­ҙарҙы ашатҡан ваҡытта аңын юғалта. Урындағы табип уның үлеүен билдәләй. Ярай ҙа ут төртөп өлгөрмәйҙәр, бабай туғандары сеңләп илаған ваҡытта уянып, тороп ултыра.

    авторы: admin | 29 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    6500-ҙән ашыу ҡасаҡ килгән Яңылыҡтар

    Быйыл Украиналағы граждандар һуғышы арҡаһында Рәсәй һәм ил субъекттары мәжбүри күсенеүселәрҙе ҡабул итте. Башҡортос­танға бөтәһе алты мең ярымдан ашыу Украина гражданы килгән.
    Уларҙы урынлаштырыу өсөн ваҡытлыса 87 пункт эшләгән, хәҙер алтау ҡалған, унда бөгөнгә 35 кеше йәшәп тора. Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, ҡасаҡтарҙың хеҙмәткә яраҡлыларын эш менән тәьмин итеү өсөн урындар­ҙағы тейешле органдар менән эш алып барыла.

    авторы: admin | 26 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе йылмайтты Яңылыҡтар

    Англияла йәшәүсе 48 йәшлек ханым бер юлы… ике бесәйгә кейәүгә сыҡҡан.
    Был аҙымға уны кеше менән уңышһыҙ мөхәббәт тарихы этәрә. Ете йыл буйы бер ир менән осраша һәм уны ташларға мәжбүр була. Бынан һуң ханым приюттан ике бесәй ала һәм тора-бара улар­ҙың үҙенә бик ҡәҙерле булыуын аңлай. Ханым хатта аяғына бесәйҙәрҙең исеме менән тату ҙа эшләткән. Әлбиттә, уның никахы дәүләт тарафынан раҫланмаған.

    авторы: admin | 25 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ ак­ционер­ҙар йәмғиәте бензин хаҡтарын кәметте. Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, 24 декабрҙән уның заправкаларында был яғыу­лыҡ төрөнөң литры 20 тингә арзанайҙы. Премиум Евро – 95 маркалы бензиндың бер литры – 34,8, Регуляр Евро – 92 – 31,2, Atum – 92 – 31,7, Нормаль – 80 30,4 һум тәшкил итһә, Евро (бер литры – 34,5 һум) һәм Супер – 98 (37,3 һум) яғыулыҡтарының хаҡтары үҙгә­реш­һеҙ ҡалды.

    авторы: admin | 24 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе аптыратты Яңылыҡтар


    “Селфи” (“үҙ-үҙеңде фотоға төшөрөү”) тормошобоҙға яңыраҡ ҡына килеп инһә лә, интернет файҙаланыусылары араһында ныҡлы урын алды.
    Яңыраҡ Ҡытайҙа үҙ-үҙен фотоға төшөрөргә яратҡан табиптарға штраф һалынды. Фэнчэн госпиталендә операция барышында аңһыҙ ятҡан сирле менән фотоға төшкән хирургтар интернет селтәрендә “селфи-хирургия” тигән мыҫҡыллы термин барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булды. Ысынлап та, селфи менән артыҡ мауығыу һуңғы ваҡытта йыш ҡына этик нормаларҙы боҙоуға килтерә.

    авторы: admin | 17 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Яңыраҡ Санкт-Петербургта ғәҙәти булмаған никах теркәлгән. Унда ике ҡыҙ өйләнешкән, уларҙың береһе тыумыштан ир булып, енесен алмаштырыу буйынса операция яһатып, ҡыҙға әйләнгән. Тантанаға икеһе лә туй күлдәге кейеп килгән. Ошо сәбәпле, Санкт-Петербург депутаты һәм ғаилә ҡиммәттәрен яҡлап көрәшеүсе Виталий Милонов (“Берҙәм Рәсәй” партияһы) кейәү һәм килен традицион кейемдә булғанда ғына никахты теркәргә рөхсәт итеүсе закон проекты әҙерләгән. Унда шулай уҡ милли кейемдәр буйынса ла өҫтәмәләр буласаҡ.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Донъялағы иң ҡиммәтле сәғәтте аукционда 21 миллон долларға һатҡандар.
    Patek Philippe хронометры 1933 йылда Америка банкиры Генри Грейвздың махсус заказы буйынса эшләнгән. Кеҫәгә һалып йөрөтмәле сәғәттең 24 төрлө функцияһы бар. Хужаһы үлгәс, уны Чикаголағы Ваҡыт музейында һаҡлағандар. 1999 йылда сәғәтте Нью-Йорк эшҡыуары 11 миллон долларға һатып алған. Ун биш йылда уның хаҡы ике тапҡырға тиерлек артҡан.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru