Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Әрме – 2008
  • Хужабикәгә кәңәш
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ит изгелек – көт яуызлыҡ Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Үткән аҙнала Бөрө ҡа­лаһында бер ир менән ҡатын урамда өшөп, бөршәйеп кенә ултырған берәҙәк бесәйҙе йәлләп, ашатырға булған. Ләкин хайуан, был изгелекте ҡабул итеп, рәхмәтле генә мыраулар урынға, әлеге ир менән ҡатынға ташланған. Уларҙы тешләп, ҡоттарын алған. Бахыр бесәй үҙе лә шундуҡ тиерлек яҡты донъя менән хушлашҡан. Ә ир менән ҡатынға әле прививкалар эшләйҙәр, Ал­лаға шөкөр, уларҙың һаулығына етди зыян килтермәгән.
    Асыҡланыуынса, бесәй ҡотороу сирен йоҡторған булған. Шуға ла әлеге ваҡытта Бөрө ҡалаһында ике айлыҡ карантин иғлан ителгән.
    Ҡотороу сиренә юлыҡҡан бесәйҙәр былтыр Ейәнсура, Балтас райондарында кешеләргә ташланғайны.

    авторы: admin | 13 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Матбуғат яҙмышын Бөтә Рәсәй халыҡ фронтында ҡарайҙар Яңылыҡтар

    Бөгөн күп кенә өлкән быуын вәкиле ваҡытлы матбуғат баҫмаларының 40 – 50, хатта 100 мең дана тираж менән сыҡҡан сағын хәтерләп бер була. Әммә ул осор үтте һәм бер нисек тә кире ҡайтарып булмай. Етмәһә, гәзит-журналдың етди дәғүәселәре – телевидение, радио, интернет селтәре лә бер урында тормай, үҫешә бара. Баҫмаларҙы нисек һаҡларға? Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ошо проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләмәксе.
    Гәзит-журналға яҙылыу хаҡы бер туҡтауһыҙ арта, ә тиражы төшә. Айырыуса төбәк баҫмаларында хәл шатлыҡлы түгел. Был күренештә кем ғәйепле? Әгәр 2015 йылда дөйөм тираж 30 процентҡа төштө, тип һанағанда ғына ла, был, 10 миллион кеше гәзит менән журналдарҙан баш тартты, тигән һүҙ.

    авторы: admin | 11 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Нәзифә ЗӘЙНУЛЛИНА, Миәкә районының Әнәс ауылы:
    – Ауылдарҙа йәйен ныҡ ҡыҙыу эш мәле тиҙәр. Мин, һәр ваҡыт ҡыҙыу осор, тиер инем. Һуғым һуйыр мәл етте. Ауыл кешеһе өсөн ул да бик яуаплы бурыс. Йәй буйы аҫраған малын, ҡош-ҡортон һуйып, инде хәҙер рәхәтләнеп ҡышын ашар өсөн һыуытҡыстарға, туңдыр­ғыстарға урынлаштырырға кәрәк. Үҙебеҙҙән артып ҡалһа, һатыуға ла сығарабыҙ. Уныһы мәшәҡәтерәк инде. Ҡыҫҡаһы, ауыл гөрләп тора. Бына ошо көндәрҙә уландарҙы әрмегә лә оҙатырға әҙерләнәләр, мәҙәниәт йортонда ла тантаналы кисә буласаҡ. Ҡышты иҫәнлектә-һаулыҡта сығырға яҙһын. Амин, шулай була күрһен. Башҡортостаныбыҙ халҡына именлек теләйбеҙ.

    авторы: admin | 10 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Рәғинә НИЗАМОВА, Шишмә районының Шишмә ҡасабаһы:
    – Беҙҙең ауылда бик күркәм иман йорто асылды. Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Уның гелән халыҡ менән тулы булыуын, үҙенә саҡырып, күңелдәребеҙҙе сафландырып тороуын теләйбеҙ. Мәсеткә тарихи шәхестең исеме бирелде – Хөсәйенбәк. Хажи Хөсәйенбәк хәҙрәт үҙ заманында төбәгебеҙҙең беренсе имамы, бик ҙур ғалим булған. Уның кәшәнәһе лә боронғоноң бер ҡомартҡыһы итеп һаҡлана.
    Мәсет асылыу тантанаһына баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да килде, халыҡ күп булды. Ике ҡатлы, ике манаралы бинала ғибәҙәт ҡылыу урыны ғына түгел, уҡыу бүлмәләре лә, китапхана ла буласаҡ.

    авторы: admin | 10 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Фәриҙә ҺАҒЫНБАЕВА, Баймаҡ районының Буранбай ауылы, ағинәйҙәр клубы етәксеһе:
    – Ауылыбыҙҙа ғорурланып һөйләрлек яҡташыбыҙ, шағир һәм шәхес Рәйес Түләккә арналған хәтер кисәһе уҙҙы. Уны уҙғарыу эшенә китапхана мөдире Зәкиә Ғәйетбаева күп көс һалды. Байтаҡ ҡына ҡунаҡ та килгәйне. Шағирҙың ҡатыны Флүрә Түләкова, билдәле шағирҙар Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәр, Дамир Шәрәфетдинов булыуы ла сараға мәртәбә өҫтәне. Әлбиттә, бер аҙ моңһоу ине, сөнки Рәйес Түләк арабыҙҙа юҡ, шулай ҙа кисә бик матур, йөкмәткеле үтте. Мәктәп уҡыусылары ла ихлас сығыш яһаны, “Гәүһәркәй” фольклор ансамбле ҡатнашыуы ла бер биҙәк булып торҙо. Беҙ, ағинәйҙәр, шағирға бағышлап мөнәжәт әйттек. Халыҡҡа бик оҡшаны.

    авторы: admin | 10 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Өфө ҡалаһында 23 апрелдән 25-енә тиклем Астана ҡалаһының М. Горький исемендәге Рус дәүләт академия драма театрының гастролдәре үтә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ҡаҙағстан ҡунаҡтары иң яҡшы спектаклдәрен күрһәтәсәк. Атап әйткәндә, Өфө тамашасылары Булгаковтың “Мастер һәм Мар­гарита”һы, Шекс­пирҙың “Ромео һәм Джульетта” әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән спектаклдәрҙе яңы ғәҙәти булмаған жанрҙа ҡараясаҡ.

    Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе яңырта. Был хаҡта өлкә губернаторы вазифаһын башҡарыу­сы Алексей Кокорин Урал төбәктәрендәге Башҡортостан Республи­каһының рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин һәм Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән осрашыуҙа белдергән. Әлеге ваҡытта шулай уҡ Шадринск менән Учалы ҡалалары араһында иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү ғәмәлдә.

    авторы: admin | 26 мая 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Марокко ҡул һуҙымында ғына Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Марокко короленең Рәсәйҙәге илсеһе Әбделҡадир Лешехеб етәкселегендәге Марокко батшалығының рәсми делегацияһын ҡабул итте.
    Сит ил вәкилдәре ике дәүләттең уртаҡ Мәҙәниәт һәм дуҫлыҡ йортон асыу өсөн килгән. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был мөһим аҙым. Ошондай мәҙәни бәйләнештәр халыҡтар араһын тағы ла нығыта.
    Ҡунаҡтар алдында сығыш яһап, республика башлығы улар­ҙы иҡтисади күрһәткестәр менән таныштырҙы, инвестиция программаларының үтәлеше хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, Башҡортостан менән Марокко араһында тауар әйләнеше былтыр, 2012 йылғы менән сағыштыр­ғанда, ете тапҡырға артып, 130 миллион долларға еткән. Беҙ артабан да был илдең эшҡыуарҙары менән төрлө юҫыҡтағы килешеүҙәр төҙөргә әҙер.

    авторы: admin | 26 мая 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башкирский сабантуй - в Шамонино! Яңылыҡтар » Иғтибар

    31 май көнө Шамонино ауылы янында Йәштәр һабантуйы үткәреләсәк!
    Был һабантуй, Өфөлә һәм Өфө янындағы ауылдарҙа йәшәүсе башҡорттарҙы берләштереү, йәштәрҙе бер - береһе менән таныштырыу, тәбиғәт ҡосағында, үҙебеҙсә - башҡортса, йырлап - көлөп күңел асыу маҡсатынан үткәрелә. Сарала башҡорт эстрадаһының билдәле йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ тип тә көтөлә.
    Дуҫтар, ситтә тороп ҡалмағыҙ !

    авторы: admin | 26 мая 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru