Бер кирегә китһә, гел кирегә китер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ә беҙҙең ауылда Яңылыҡтар » Конкурстар

    Беҙҙә барыһы ла яҡшы, хужалыҡтар бесәнгә төштө, йүкә сәскә ата башланы, тимәк, тиҙҙән бал аласаҡбыҙ. Бал тигәндәй, 27 июлдә Түбәнге Ләмәҙ ауыл биләмәһендә Бал байрамы ойоштороу планы менән янып йөрөлә. Был идеяны өс йыл тирәһе йөрөткәндән һуң, ниһайәт, тормош­ҡа ашырырға булдым. Сөнки Ләмәҙ буйы элек-электән шаулап сәскә атҡан йүкәләре, бал ҡорттары, шифалы балы менән дан тотҡан. Тарихҡа күҙ һалғанда, бында 1969 йылда хатта бал совхозы төҙөлгән булған. Беҙҙең маҡсат, Бөрйән балы кеүек, Ләмәҙ балы брендын булдырыу, тирә-йүнгә рекламалау, сөнки беҙҙең продукт башҡаларҙыҡынан һис тә кәм түгел. Бөгөн беҙҙә йөҙҙән ашыу кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә, дөрөҫөн әйткәндә, бал арҡаһында йәшәйбеҙ.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    – Ошо арала Дауыт-Ҡайып ауылында Шәжәрә байрамын үткәреп ебәрҙек. Халыҡ күпләп йыйылды, барыһы ла күңеле булғансы туған-тыумасаһы ме­нән аралашты. Ойоштороусы­ларға килгәндә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ильяс Сәғитов, Миңлегөл Яҡшыбаева, ауыл советы депутаттары Илдус Алтынбаев, Өлфәт Ҡарабаев­тарға ҙур рәхмәт. Ә байрамға әҙерләнешкән йәштәрҙең исемен теҙһәм инде, гәзит биттәре етмәҫ, уларға ла ысын күңелдән оло рәхмәтемде белдерәм.
    Был ауыл хаҡында маҡтау һүҙҙәрен йәлләү гонаһ булыр. Башҡа яҡтарға өлгө булһын өсөн түбәндәге һандарҙы әйтеп китмәксемен.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яу булып килә саранча Яңылыҡтар

    Ҡоро көн торошо үҙенекен итә – ур­мандарҙы, ауыл хужалығы ерҙәрен ҡорот­ҡостар баҫа. Республиканың 11 районы – Хәйбулла, Стәрлебаш, Учалы, Әлшәй, Мәләүез, Бәләбәй, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Федоровка халҡы саранчаға ҡаршы көрәш башлаған.
    БР Ауыл хужалығы белгестәре 810 гектар ерҙе тикшергәндән һуң шуның 13 мең гектарында саранча булыуын асыҡлаған. Ҡоротҡос сиңерткә Көньяҡ Урал райондарында һәм Башҡортостандың көньяғында теркәлгән. Ул айырыуса бесәнлектәргә һәм ауыл хужалығы ерҙәренә ныҡ зыян килтергән.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тиҙҙән дачала теркәлергә мөмкин буласаҡ, автоматтар бөтөр Яңылыҡтар

    “Граждандарҙың коммерция булмаған баҡса һәм дача берләшмәләре” федераль законына индереләсәк төҙәтмәләр, ниһайәт, баҡса йорттарында йәшәү урынын теркәтергә мөмкинлек бирәсәк.
    Быға тиклем РФ Конституция суды судьялары баҡсасыларҙың был хоҡуғын ике тапҡыр яҡлап сыҡҡайны. Йәғни формаль рәүештә дачаға бөгөн дә “прописка”ға тора алабыҙ. Әммә уны эшләүе бик ауыр: әгәр ҙә ер ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән булһа, суд аша хоҡуҡтарыңды дауларға тейешһең. Башҡаса мөмкин түгел. Сөнки әлегә бөтә баҡса йорттары теркәү хоҡуғы булмаған шәхси төҙөлөш категорияһына индерелгән. Хөкүмәт әҙерләгән закон проекты күптәрҙе борсоған мәсьәләне хәл итергә тейеш. Тик әле уға РФ Дәүләт Думаһы, Федерация Советы аша үтәһе, РФ Президентының фатихаһын алаһы бар.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Банкомат Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Республикала ете банкоматтан яҡынса 14 миллион һум аҡса урлаған енәйәтсел төркөм ҡулға алынған. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге банда 2012 йылдың июнендә Нуриман районының Пав­ловка ауылындағы сауҙа нөктәһендәге банкоматтан 2 миллион һумдан ашыу аҡсаны сәлдергән. Шунан улар Дыуан, Мишкә, Борай, Ауырғазы, Краснокама һәм Архангел райондарында ҡара “эш”тәрен башҡарған. Бөтә ерҙә лә улар бер үк схема буйынса эш иткән: тәүге төркөм банкомат торған бинаға үтеп, камераларҙы буяй, икенсеһе иретеп-йәбештереү ҡорамалы менән терминалды аса һәм бөтә аҡсаны алып сығып китә

    авторы: admin | 11 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Илүсә НУРИЕВА, Тәтешле районының Бәҙрәш ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
    – Беҙҙең ауыл хакимиәтенә ете ауыл ҡарай, бөтәһе 1330 кеше иҫәпләнә. Беҙҙә бер урта, бер төп һәм өс башланғыс белем биреү мәктәбе бар. Бер мәҙәниәт усағы, өс клуб һәм өс китапхана эшләй. Дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Район ҡулланыу­сылар йәмғиәтенең биш сауҙа нөктәһе эшләй. Шәхси магазиндар ҙа етерлек. Бер нисә шәхси таҡта ярыу цехы асылды. Ағымдағы йылда ун сабый донъяға килһә, һигеҙ кеше баҡыйлыҡҡа күсте.
    Ауылда тормош насар, тип әйтмәҫ инем. Йәштәр ҡырға китмәй, күптәре бында төпләнә. Ҡайһылары “Октябрь” ауыл хужалығы кооперативында эшләй, үҙ эштәрен асыу­сылар ҙа бар. Улар дәүләт программаларында ҡатнашып, субсидия ала, йорт төҙөй.

    авторы: admin | 10 июля 2013 | | Тотош уҡырға
    Батуттар нимәһе менән хәүефле? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Балаһын аттракциондарҙа йөрөтөп кәйефен күргән ата-әсәләр улар­ҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килмәгәнен уйына ла килтермәй. Өфөнөң «1 Май» ял паркындағы батутта һикереп йөрөгәндә көслө ел ергә ныҡлап беркетелмәгән ҙур батутты әйләндереп ебәрә һәм унда өс бала зыян күрә. Алты һәм дүрт йәштәрҙәге ике бала ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгә. Рәсәйҙең БР буйынса Тәф­тиш комитеты РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 2-се бүлеге (хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанламай халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Инструкцияға ярашлы, тын өрҙөрөлгән конструкциялар елдең тиҙлеге секундына 7 – 8 метр булғанда бөтөнләй ҡулланылмаҫҡа тейеш.

    авторы: admin | 10 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бала үлтереүселәргә хөкөм ҡаты Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Былтыр Брянск өлкәһендә туғыҙ айлыҡ баланың юғалыуы сәбәпле енәйәт эше асылыу факты бар халыҡҡа мәғлүм.
    Был ваҡиғала иң ҡурҡынысы – ысынында ҡыҙыҡайҙы бер кем дә урламаған, уны үҙ атаһы үлтергән һәм эҙен йәшереү өсөн, сабыйҙы урлағандар, тип хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Ә әсә кешенең иренең енәйәтен йәшереүе, эҙ яҙлыҡтырыуҙа ҡатнашыуы асыҡланды. Яңыраҡ сабыйҙы үлтереүселәрҙе хөкөм иттеләр.

    авторы: admin | 10 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru