|
 |
|
Үлеп ғашиҡ булған йәрҙәр, ҡауышыу сәғәте һуҡҡан парҙар өсөн ҡараңғы төн дә етте. Ошо ваҡытта һөйгәнемдең эргәмдә булмауына әсенеп, бер-береһен һөйгән парҙарға зәмләнеп, хыялымда тыуған, һиңә арналған хатымды яҙырға булдым. Эйе! Был хатым һиңә арнала, һөйөклөм! Һаумы, һөйөклөм! Минең алмаштырғыһыҙ берҙән-берем. Хәлкәйҙәрең нисек? Был һорауым өсөн ғәфү ит. Һинең хәлдәрең менән ҡыҙыҡһынырға хаҡым юҡ. Күңелем һиҙеүе буйынса хәлдәрең һәйбәт. Яратҡан ҡыҙың эргәңдә, һеҙ бергә, һеҙ бәхетле. Һөйөклөм, был һайлауың яңылыш булмауына ышанам һәм үҙеңде күргем килә. Аҡылым менән һиңә бәхет теләйем, тик бына күңел генә нисектер бала кеүек тыпырсына, болоҡһой, һаман да тыныслыҡ таба алмай йонсой. Был ҡарарыңа күндем дә кеүек, һиңә лә вәғәҙәләр бирҙем… Бүтән шылтыратмайым, смс та яҙмайым, тип. Ә хәҙер телефонды ҡулыма алған һайын ҡаты уйға сумам, икеләнәм, вәғәҙәмде лә боҙғом килмәй. Икенсе яҡтан, һинең бәхетеңде лә уйлайым, шылтыратып йә смс яҙып, маңлайыңа яҙылған яҙмышыңды боҙоуымдан ҡурҡам. Бәлки, һинең өсөн көрәшергә лә кәрәк булғандыр. Сөнки һин көнләшкән ҡыҙ менән бәхетле була алырһыңмы? Бәлки, бәхетең минең ҡулымдалыр, ә минеке – һинекендә… |
|
|
|
Ышанаһығыҙмы, мин 27 йәшемә тиклем ҡыҙҙарға ғашиҡ булыу түгел, уларҙы күҙгә лә элмәй инем. Сөнки атай-әсәйем бәләкәйҙән, ҡыҙҙар менән сыуалыу уҡыуҙан ситләштерә, иң тәүҙә уҡыу яғыңды уйла, тип ҡаныма һеңдерҙе. Бер ваҡыт (урта кластарҙа уҡый инек әле ул ваҡытта) иптәш малайымдың ғаиләһе икенсе ауылға күсеп китте. Ул йылдарҙа шул модала ине: дуҫ егет һәм ҡыҙҙар, ситкә китһә, ауылда ҡалған әшнәләренең адресын әле үҙҙәре йәшәгән ерҙәге ҡыҙҙарға йәки малайҙарға бирә лә, яйлап хат алышыу башлана. Армияла хеҙмәт иткән егеттәр ҙә шул рәүешле ҡыҙҙар менән таныша ине. Бер көндө миңә дуҫым йәшәгән ауылдан бер ҡыҙҙан хат килеп төштө. Ул танышырға теләүен белдергәйне. Әсәйем был хатты алып уҡыны ла, миңә: – Буш менән булма – уҡыу яғын ҡара! – тип хат алышыуҙан тыйҙы.
|
|
|
|
Мөхәббәт ҡарт урыҫты һөйҙөрөр, тигән һүҙҙең мәғәнәһенә бер ҙә иғтибар иткәнем юҡ ине, әле килеп бының хаҡ икәнен үҙем татып белдем. Беләһегеҙме, үлеп ғашиҡ булдым мин. Тик ҡарт урыҫҡа түгел, ә... бер туған еҙнәмә! Әлбиттә, быны бер кемгә лә, хатта еҙнәмдең үҙенә лә белгерткәнем юҡ. Эстән генә янып, һыҙып тик йөрөйөм. Кисен ятһам, ул гел күҙ алдымда. Балдыҙым-яңғыҙым, тип, күҙҙәремә ҡарап йылмайыуы эсемде өтөп үтә. Эх, еҙнәкәйем, еҙнәкәй, белһәң ине балдыҙың-яңғыҙыңдың ниндәй утта янғанын! |
|
|
|
«Хөрмәтле «Йәшлек»! Уйландым, уйландым да, уйҙарымдың осона сыға алмағас, серемде һеҙгә асып, кәңәш һорамаҡсы булдым. Сөнки нәҡ һеҙ тормошта була торған төрлө хәлдәр тураһында яҙып, һығымталар яһап, кешенең күҙен асаһығыҙ, тынысландыраһығыҙ, күңелдә өмөт уятаһығыҙ. Бәлки, миңә лә ярҙам итерһегеҙ. Эш шунда: мин өс йыл элек вуз тамамланым һәм, ауылға ҡайтыу теләгенән һүрелеп, баш ҡалала эшкә ҡалырға булдым. Һөнәрем буйынса эш эҙләп, бик күп тупһаны тапарға тура килде, әммә бер генә йүнле шөғөлгә юлыҡманым |
|
|
|
ЕЛӘКТӘЙ бешкән матур йәшлегемдә бөрөләнгән мөхәббәтемде һағынып хәтерләп, ҡулыма ҡәләм алдым. Яратам, тип хисләнеп йөрөгән мәлдәрем... Һөйөүемде белдерер минуттарҙы күҙ алдына килтереп, хыял донъяһына сумам. Их, Хоҙайым, беҙҙе ҡауыштырып, бергә итә генә күр инде! Һиңә тәү тапҡыр һирпелеп ҡараған минуттарҙан алып ошо теләк менән йоҡоға талам һәм шул хыял менән күҙҙәремде асам. Ихласлап һораған теләк ҡабул була, тигәндәре дөрөҫтөр. Бер кис егетем үҙемде оҙатырға килде. Күктәге йондоҙҙарҙы һанап таң аттырҙыҡ, йәнә осрашырға килештек. Ошолай көн дә осрашып-һөйләшеп йөрөп, йәйҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Егетемдең каникулы бөтөп, ҡалаға уҡырға китергә ваҡыты етте. Ул ҡалаға китһә лә, арабыҙ һыуынманы. |
|
|
|
Оксфорд университеты профессоры Майкл Арджайл, кешеләрҙең ни өсөн бәхетле һәм ни өсөн бәхетһеҙ булыуын асыҡларға теләп, күп йылдар буйы тикшеренеүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә шул асыҡланған: донъялағы иң ҙур бәхет тойғоһон мөхәббәт һәм дуҫлыҡ бирә икән. Кейәүгә сығыу йәки өйләнеүҙән уңыу ҙа кешене бәхетле итә. Ә бына һөйгәненең хыянаты ҙур бәхетһеҙлек тойғоһо тыуҙыра. Кешеләр үҙҙәрен бөгөн дә, илле йыл элек тә бер үк сәбәптәр арҡаһында бәхетле йәки бәхетһеҙ итеп тойған, һәм бик бай кешеләр ярлыларға ҡарағанда һис тә бәхетлерәк түгел. Ә иң ҡыҙығы шул: бөгөнгө көндөң иң бәхетле кешеләре сериалдар яратыусылар, имеш. Улар үҙҙәренә тормошта етешмәгән хистәрҙе тап уларҙан ала белә икән. |
|
|
|
Мөхәббәтем! Һинең исемеңде яҙын шаулап аҡҡан йылға тауышында, һәр иртә һайраған былбыл моңонда, урман шауында, ҡаялар саңҡыуында ишеттем. Ерҙә мең төрлө кеше. Әммә минең өсөн һин берәү генә. Ҡайнар хистәремдән шашҡан кескәй йөрәгем минут, секунд һайын һинең исемеңде ҡабатлай. Алыҫ-алыҫтан, әллә ҡайҙарҙан иҫкән ел тауышында ишеттем, ергә яуған һәр ямғыр тамсыһында күрҙем мин һине. Аяҙ кистә зәңгәр күктә ҡалҡҡан йәйғор ҙа һинең исемеңде яҙып нурланды. |
|
|
|
|
|