Бармағыңа аң килһә, һәнәреңә дан килер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һөйөү менән түләрмен Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер
    ... Был тормоштоң көтөлмәгән хәүеф-шатлыҡтарына иҫең китерлек! Минме инде бынау йәштә ғашиҡ була торған кеше?! Әммә ғашиҡ ҡына түгел, биш тиҫтәне тултырыр мәлдә миңә ысын hөйөү килде. Килеүен килде лә ул, әммә ниндәй hынауҙар, яуаплылыҡ hалды иңдәремә...
    Илшатты мин hабантуйҙа осраттым. Беҙҙең ғаиләләрҙе уртаҡ дуҫыбыҙ таныштырҙы. Көләс йөҙлө, моңhоу ҙа, яҡты ла ҡарашлы был кешенең күҙҙәренә бағыу менән тәнем эҫеле-hыуыҡлы булып китте. Шулай тойолалыр тип, байрам шауына инеп юғалырға тырыштым. Әммә концерт барған ерҙә кәйефем күтәрелеп баҫып торғанда кемдеңдер, байрам оҡшаймы, ҡоҙаса, тигәненә әйләнеп ҡарап, баяғы ҡараштар менән осраштым. Әлеге ваҡытта, hәр ҡылығымды анализлап, әлбиттә, ғашиҡ булыуымды аңлайым. Әммә ул мәлдә, эсемдә ут дөрләй башлауына түҙә алмай, балаларым янына йүнәлдем. Ошо көндән мин уны ғына уйлап, хыялымда уның менән пар ҡоштарҙай осоп йәшәй башланым. Ул да мине оҡшата төҫлө ине. Һәм мин яңылышмағанмын.
    Бер көндө Илшат үҙе кеҫә телефонына шылтыратты. Ирем был донъянан йәшләй китеп барhа ла, осрашып йөрөгән кешем юҡ ине. Ҡатыны, балаhы барлығын белhәм дә, уның янына ашҡынып барҙым. Аh, ул онотолоп китеп hөйләшеүҙәр, әйтерhең, тәү ҡараштан аңлашыу... Яҙмышыма уның нисек килеп ингәнен hиҙмәгән кеүек, уға эҫенеп китеүемде лә тоймай ҡалдым. Бик күп татлы минуттар бүләк итте миңә Илшат. Уның тәрән хисле булыуы, киң күңеллелеге, ваҡсыл булмауы, егетлеге тамам әсир итте. Ошондай аяуhыҙ заманда ла кешелеклелеген hаҡлап ҡалған кешеләр була икән! Мин уның донъяла барлығына бер ҡыуанhам, уртаҡ яҙмыш менән йәшәй алмауыбыҙҙы уйлап, мең хафаға төшә торғайным.
    Әммә бер көндө мин төҙәтә алмаҫлыҡ хата эшләнем. Әллә ул тиклем яҡты мөхәббәт, изгелек, наҙ, иғтибар күргән булмағанға башым артыҡ әйләнеп китте – мин Илшаттың ирлек сәменә тейерлек hүҙ әйттем. Был хәлде ул аяҙ көндө йәшен атҡандай ҡабул итте. Исмаhам, берәй hүҙ әйтhә, әрләhә, hүкhә, еңелерәк булыр ине. Ә ул, бер hүҙ әйтеп тормайынса, мөғжизәләй пәйҙә булғандай, аңлатыуhыҙ-ниhеҙ юғалды ла ҡуйҙы. Юҡ, юғалды түгел, ул бар, әммә телефондан шылтыратhам да, смс-хәбәр ебәрhәм дә, өндәшмәй. Эйе, мин уны бик ныҡ рәнйеттем. Ул барыбер минеке түгел. Әммә үҙемде уныҡы итеп тойған мәлдәрем булды. Шундай яҡты мәлдәр бүләк иткән өсөн яҙмышыма, уға рәхмәтлемен!
    Ә бөгөн бары тик бер генә теләгем – ул «Йәшлек» гәзитен уҡый, hәм баҫма аша Илшаттан ғәфү итеүен hорайым. Илшат, ғәфү ит мине! Күңелеңдә әрнеү йөрөүен, араларҙа көндәр, юлдар ятhа ла, тоям. Fәфү итhәң, йәнемә еңеллек килер төҫлө. Миңә hинән бер ни ҙә кәрәкмәй, бары тик кисер. Мин hине яраттым. Ошо хисем бәхетле яhаны ла. Һиңә лә изгелектәрең, барлығың өсөн hөйөүем менән генә түләйем. Хоҙайҙан тик бер нәмә hорайым – ул hинең кисереүең! Яҡты хисем, моғайын, ҡатҡан күңелеңде иретер.
    Венера С.
    Күгәрсен районы.
    авторы: Нур | 4 сентября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • ҺҮНМӘҪ
  • Йәйғор төҫө тураһында
  • Ҡартатай, һине күргебеҙ килә!
  • «Мин аҙаҡҡаса сир менән көрәштем, w ...
  • Көлкөлиум
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru