Ҡоралһыҙ оҫта булмаҫ, теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йөрәк һыҙланыуы Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер
    Мөхәббәт... Ниндәй илаһи көс... Мөхәббәт – яҙғы ташҡын, ҡышҡы һалҡын, көҙгө һағыш.

    Мөхәббәтем! Һинең исемеңде яҙын шаулап аҡҡан йылға тауышында, һәр иртә һайраған былбыл моңонда, урман шауында, ҡаялар саңҡыуында ишеттем. Ерҙә мең төрлө кеше. Әммә минең өсөн һин берәү генә. Ҡайнар хистәремдән шашҡан кескәй йөрәгем минут, секунд һайын һинең исемеңде ҡабатлай. Алыҫ-алыҫтан, әллә ҡайҙарҙан иҫкән ел тауышында ишеттем, ергә яуған һәр ямғыр тамсыһында күрҙем мин һине. Аяҙ кистә зәңгәр күктә ҡалҡҡан йәйғор ҙа һинең исемеңде яҙып нурланды.
    Эйе... Мөхәббәттән иләҫләндем. Сикһеҙ тойғоларҙан янған серле күҙҙәрем һине генә күрҙе, ҡулдарым һине генә эҙләне, йәнем. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәрҙәр яратыуын белдермәй, тиҙәр. Беҙ осрашҡанда бер-беребеҙҙе ҡараштарыбыҙҙан, йөрәктәребеҙҙән аңлай инек. Һинең ҡулдарың, татлы иренең, йылмайыуың әлегеләй иҫемдә. Сәғәттәр буйы айырыла алмай икәү генә үткәргән минуттарға матур айлы төндәр һәм йондоҙҙар ғына шаһит. Тәүге хистәр, тәүге үбешеү, ҡулға-ҡул тотоношоп урамдан уҙған минуттар әлегеләй хәтеремдә, күңелем түрендә иң ҡәҙерле хазина итеп һаҡлайым, мөхәббәтем. Эй, мөхәббәт, әсир иттең бит. Мин ниндәй бәхетле инем. Хәҙер барыһын да иҫләргә генә ҡалды. Буй етмәҫлек хыялыма әйләндең уйҙарымда. Ошо көҙҙә бер үҙем хистәрем менән тороп ҡалдым. Һин киттең, бөтөнләйгә, мәңгелек донъяһына... Һинһеҙ нисек йәшәргә? Ҡанаты ҡайырылған аҡҡош кеүекмен. Хыялдарым, уй-ниәттәрем селпәрәмә килде. Төндә төштәремдә һине күрер өсөн өҙгөләнәм.
    Эй, мөхәббәт, илерткес бер яҙҙа аттың сәскә, ә көҙөн инде ҡойолдоң. Бик иртә, иртә һулының. Ошо көндәрҙә һинең китеүеңә 40 көн тула. Ыжғырып иҫкән көҙгө әсе ел тәнеңде өшөткәндер инде, йәнем. Ҡәбереңә барып, ҡулдарыңдан ҡыҫып, һине ҡосоп йылытҡым килә. Һиңә булған мөхәббәтем айыра алмаҫ беҙҙе. Мин беҙҙең мөхәббәт хаҡына йәшәйәсәкмен. Яндарыңда булмаһам да, уйҙарым менән бергә, йәнем. Ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын.
    Беҙ осрашырбыҙ, йәнем, һинең менән. Гиҙербеҙ мәңгелек донъяһын, ҡосорбоҙ йыһан киңлеген. Беҙ тоҡандырған йондоҙ иң яҡты мөхәббәт йондоҙо булыр.
    Гөлдәр.
    авторы: admin | 23 декабря 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Хуш, мәктәбем!
  • Мөхәббәткә - мәҙхиә
  • Шиғырҙар
  • ҺҮНМӘҪ
  • Тәжрибә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru